Ғирфанов Вәкил Кәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
яңы мәғлүмәт
(айырмалар юҡ)

20:36, 11 сентябрь 2016 өлгөһө

Ғирфанов Вәкил Кәлей улы (25 ғинуар 190910 май 1980 — Башҡортостандың фән һәм йәмәғәт эшмәкәре, агробиолог, ауыл хужалығы фәндәре докторы (1965), профессор (1967). РСФСР-ҙың (1969) һәм БАССР-ҙың (1957) атҡаҙанған фән эшмәкәре. 1975—1979 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Юғары Совет Рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.


Биографияһы

Вәкил Кәлей улы Ғирфанов 1909 йылдың 25 ғинуарында Өфө губернаһының Златоуст өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республиаһының Салауат районы) Таймый ауылында тыуған.

1933 йылда Климент Тимирязев|К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын тамамлай.

1933—1935 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығын социалистик яңыртыу ғилми-тикшеренеү институтында, 1935—1938 йылдарҙа Башҡортостан игенселек һәм малсылыҡ ғилми-тикшеренеү институтында өлкән ғилми хеҙмәткәре. 1938—1942 йылдарҙа Башҡортостан ғилми-тикшеренеү баҫыусылыҡ станцияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре була.

1942 йылда Вәкил Ғирфанов үҙе теләп Бөйөк Ватан һуғышына китә һәм хәрби юлын миномет расчеты составында Сталинград янындағы алыштарҙа башлай. Дүрт тапҡыр яраланып, Еңеү көнөн Көнсығыш Пруссияла ҡаршылай.

Тыныс хеҙмәткә 1946 йылда ҡайта һәм 1952 йылға тиклем Башҡортостан ғилми-тикшеренеү баҫыусылыҡ станцияһының агротехника бүлеге мөдире була.

1952 йылдан СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Биология институтында: башта ғилми хеҙмәткәр, 1955 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1961—1980 йылдарҙа Институт директоры.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт