Ғирфанов Вәкил Кәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
ә Айсар Ғирфанов Вәкил Кәлей улы битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Ғирфанов Вәкил Кәли улы: хата яҙылыш
(айырмалар юҡ)

18:12, 14 сентябрь 2016 өлгөһө


Вәкил Кәлей улы Ғирфанов
Вәкил Кәлей улы Ғирфанов
Флаг
Флаг
Башҡорт АССР-ының Юғары Совет Рәйесе
1975 — 1979
Алдан килеүсе: Исмәғилев Заһир Ғариф улы
Дауамсы: Мирзаһитов Әсғәт Мәсғүт улы
 
Тыуған: 25 ғинуар 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Өфө губернаһының Златоуст өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Таймый ауылы
Үлгән: 10 май 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (71 йәш)
Өфө
Партия: КПСС
Белеме: К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы (1933)
Ғилми дәрәжәһе: Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1965)
Профессияһы: агробиолог
 
Наградалары:
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1944 Октябрь Революцияһы ордены — 1971
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1949 Халыҡтар Дуҫлығы ордены  — 1979 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1966

Миҙалдар

Ғирфанов Вәкил Кәлей улы (25 ғинуар 190910 май 1980) — Башҡортостандың фән һәм йәмәғәт эшмәкәре, агробиолог, ауыл хужалығы фәндәре докторы (1965), профессор (1967). РСФСР-ҙың (1969) һәм БАССР-ҙың (1957) атҡаҙанған фән эшмәкәре. 1975—1979 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Юғары Совет Рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. КПСС ағзаһы.


Биографияһы

Вәкил Кәлей улы Ғирфанов 1909 йылдың 25 ғинуарында Өфө губернаһының Златоуст өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Таймый ауылында тыуған.

1933 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын тамамлай.

1933—1935 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығын социалистик яңыртыу ғилми-тикшеренеү институтында, 1935—1938 йылдарҙа Башҡортостан игенселек һәм малсылыҡ ғилми-тикшеренеү институтында өлкән ғилми хеҙмәткәре. 1938—1942 йылдарҙа Башҡортостан ғилми-тикшеренеү баҫыусылыҡ станцияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре була.

1942 йылда Вәкил Ғирфанов үҙе теләп Бөйөк Ватан һуғышына китә һәм хәрби юлын миномет расчеты составында Сталинград янындағы алыштарҙа башлай. Дүрт тапҡыр яраланып, гвардия лейтенанты Еңеү көнөн Көнсығыш Пруссияла ҡаршылай[1].

Тыныс хеҙмәткә 1946 йылда ҡайта һәм 1952 йылға тиклем Башҡортостан ғилми-тикшеренеү баҫыусылыҡ станцияһының агротехника бүлеге мөдире була.

1952 йылдан СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Биология институтында: башта ғилми хеҙмәткәр, 1955 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1961—1980 йылдарҙа Институт директоры.

Вәкил Ғирфанов 1980 йылдың 10 майында вафат була һәм Өфө ҡалаһында ерләнә.

Ғилми эшмәкәрлеге

Профессор Вәкил Ғирфановтың ғилми эшмәкәрлеге ауыл хужалығы культураларының һыу режимын һәм туҡланыуын, иген культураларының һәм шәкәр сөгөлдөрөнең биохимик составын һәм физиологик үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә арналған. Ул республиканың барлыҡ ауыл хужалығы зоналарында ла минераль ашламалар индереүҙең локаль ысыулының файҙаһын фәнни яҡтан нигеҙләгән.

Ғалим биоэкология, агрофизиология, бойҙай һәм башҡа бөртөклөләрҙең агротехникаһына арналған 190-ға яҡын ғилми хеҙмәт авторы.

Фәнни хеҙмәттәре

  • Яровая пшеница в Башкирии. Уфа: Башкирское книжное издательство, 1965[2].
  • Засуха и урожайность яровой пшеницы в Башкирии. Свердловск, 1967.
  • Микроэлементы в почвах Башкирии. М.: Наука, 1975 (соавт.)[3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Башҡорт АССР-ының Юғары Совет Рәйесе (1975—1979)
  • 7-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты[4]
  • Башҡорт АССР-ының 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты
  • Өфө ҡала Советы депутаты
  • КПСС-тың Өфө ҡалаһы Киров район комитеты ағзаһы
  • КПСС-тың Өфө ҡала комитеты ағзаһы
  • КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ағзаһы
  • КПСС-тың XXIV съезы делегаты (1971)
  • РСФСР «Белем» йәмғиәтенең әүҙем лекторы һәм Башҡортостан республика ойошмаһы идараһының президиум ағзаһы (30.03.1970—28.03.1975)[5]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • 2004 йылда Биология институты бинаһына В. К. Ғирфанов иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыла[1].
  • Башҡортостан Республикаһының Фәндәр Академияһы 1998 йылда биология өлкәһендә В. К. Ғирфанов исемендәге премия булдырған.[6].

Ғалим тураһында

  • Ученый, парламентарий, руководитель (К 105-летию со дня рождения Вакиля Гирфанова). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2014, 25 ғинуар[7].
  • Азнагулов В. Парламентарий, учёный, руководитель. К 100-летию выдающегося биолога Вакиля Гирфанова. «Республика Башкортостан» гәзите, 2009, 24 ғинуар[8].
  • Сайт «Архивы Российской академии наук» НА УНЦ РАН.Фонд 61. Гирфанов Вакиль Калеевич [9].

Иҫкәрмәләр

  1. 1,0 1,1 Альп САГАДЕЕВ. С пулей в сердце. Информационно-публицистический еженедельник «Истоки», 2010, 10 март (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2016)
  2. Электронная библиотека. Гирфанов, Вакиль Калеевич - Яровая пшеница в Башкирии. Текст (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2016)
  3. Микроэлементы в почвах Башкирии и эффективность микроудобрений. «Google Play» сайты (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2016)
  4. Список депутатов Верховного Совета СССР 7 созыва. Гирфанов Вакиль Калеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2016)
  5. Официальный сайт Общества «Знание» Республики Башкортостан. Лекторы и актив Общества «Знание» Республики Башкортостан. Гирфанов Вакиль Калеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2016)
  6. 1951-2001 Институту биологии - 50 лет СВЕДЕНИЯ О ВЕДУЩИХ УЧЕНЫХ, РАБОТАВШИХ в ИНСТИТУТЕ (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2016)
  7. , 2014, 25 ғинуар (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2016)
  8. «Республика Башкортостан» гәзите, 2009, 24 ғинуар (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2016)
  9. Сайт «Архивы Российской академии наук» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2016)

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)