Һеңрән: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
18 юл: 18 юл:
== Иҫкәрмә ==
== Иҫкәрмә ==
↑ Хәҙер — Башҡортостандың Илеш районы
↑ Хәҙер — Башҡортостандың Илеш районы

[[Категория:Башҡорт ырыуҙары]]

18:22, 20 октябрь 2016 өлгөһө

Һеңрән — башҡорт ырыуы.

Ырыу составы

Ырыу аралары: Айыу; Ҡыҙрас; Һеңрән.

Этник тарихы

XIII быуатҡа тиклем һеңрәндәр боронғо башҡорт ҡәбиләләре менән аралашып, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында йәшәгән. XIII—XIV быуаттарҙа ҡатай һәм һалйоттар йоғонтоһонда Себер һәм Көнсығыш Себер тарафтарына юлланалар. XVI—XVII быуаттарҙа улар себер татарҙары власы һәм сәйәси йоғонтоһо аҫтында ҡала. XVII быуат башында табын башҡорттары менән бергә Тубылдан көнбайышҡа табан далаларҙа Күсемдәрҙең төп терәге булалар. Себер ханлығы ҡолатылғандан һуң ҡәбиләнең ҙур өлөшө себер татарҙары менән көнсығышҡа, Алтайғаса күсенә, ҡалған өлөшө башҡорт этносы составына ҡушыла. XIX быуатта һалйоттар ерендә йәшәйҙәр, ергә аҫабалыҡ хоҡуғы алырға тырышып, үҙҙәрен һалйоттар тип атай башлайҙар. Б. О. Долгих фаразлауынса, һеңрән ҡәбиләһе «бары ваҡыт үтеү менән төркиләштерелгән боронғо уғыр халҡының вариҫтары» булыуы мөмкин, әммә һеңрәндәрҙең һәм терһәктәрҙең «килеп сығышы буйынса» «төрки телле» булыуҙары ла ихтимал. П. И. Рычковтың исемлегендә «ерән» йәки «ерән юрты» ырыуҙары Ҡаҙан юлында тип иҫәпләнә. Шулай уҡ сығанаҡтарҙа этнонимдың рус телендә хата менән бирелгән транскрипциялары ла билдләнгән — «зырянцы», «зарянцы» йәки «сырянцы». Р. Ғ. Кузеевтың яҙмаларына ҡарағанда, һеңрәндәрҙең ата-бабаларының тыуған ере Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы һәм көнъяҡ-көнбайыш Урал алды булған, уларҙың ырыуҙаштары унда XX быуат башына тиклем йәшәп, уларҙа боронғо ырыу-ҡәбилә исемен һаҡланған. Миҫал өсөн, Һеңрән ауылының исеме [1] ошо этнонимдан килеп сыҡҡан [2].

Таралыу территорияһы

Хәҙер һеңрәндәр территорияһында Силәбе өлкәһенең Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондары урынлашҡан.

Әҙәбиәт

Кузеев Р. Ғ. Башҡорт халҡының килеп сығышы. М., Наука, 1974.

Иҫкәрмә

↑ Хәҙер — Башҡортостандың Илеш районы