Зөбәйҙуллин Хизбулла Ғүмәр улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
5 юл: 5 юл:
| Изображение = ZubaidullinH.jpg
| Изображение = ZubaidullinH.jpg
| Описание изображения = Х.Ғ.Зөбәйҙуллин. "Һунарсы" бейеүе
| Описание изображения = Х.Ғ.Зөбәйҙуллин. "Һунарсы" бейеүе
| Дата рождения = 28.10.1929
| Дата рождения = 28.10.[[1929]]
| Место рождения = [[Түбәнге Әрмет]], [[Стәрлетамаҡ кантоны]], [[БАССР]] (хәҙерге [[Ишембай район]]ы, Башҡортостан)
| Место рождения = [[Түбәнге Әрмет]], [[Стәрлетамаҡ кантоны]], [[БАССР]] (хәҙерге [[Ишембай район]]ы, Башҡортостан)
| Дата смерти = 31.12.2001
| Дата смерти = 31.12.[[2001]]
| Профессия = бейеүсе
| Профессия = бейеүсе
| Гражданство = {{Флагификация|СССР}}&nbsp;→<br/>{{Флагификация|Рәсәй Федерацияһы}}
| Гражданство = {{Флагификация|СССР}}&nbsp;→<br/>{{Флагификация|Рәсәй Федерацияһы}}
| Годы активности =
| Годы активности =
| Театр = Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академик халыҡ бейеүҙәре ансамбле.
| Театр = Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академик халыҡ бейеүҙәре ансамбле.
| Награды = БАССР-ҙың халыҡ артисы (1969)
| Награды = БАССР-ҙың халыҡ артисы ([[1969]])
| imdb_id =
| imdb_id =
}}
}}
'''Хисбулла (Хизбулла) Ғүмәр улы Зөбәйҙуллин''' (28|10|1929, [[Түбәнге Әрмет]], [[Стәрлетамаҡ кантоны]] (хәҙерге [[Ишембай районы]]), [[Башҡортостан]] — [[31 декабрь]] [[2001 йыл]], [[Өфө]] ҡалаһы) — башҡорт бейеүсеһе, балетмейстер, педагог. [[БАССР-ҙың халыҡ артисы]] (1969).
'''Хисбулла (Хизбулла) Ғүмәр улы Зөбәйҙуллин''' (28|10|[[1929]], [[Түбәнге Әрмет]], [[Стәрлетамаҡ кантоны]] (хәҙерге [[Ишембай районы]]), [[Башҡортостан]] — [[31 декабрь]] [[2001 йыл]], [[Өфө]] ҡалаһы) — башҡорт бейеүсеһе, балетмейстер, педагог. [[БАССР-ҙың халыҡ артисы]] ([[1969]]).

== Биографияһы ==
== Биографияһы ==
23 юл: 23 юл:
{{цитатаның башы}}[[Гаскаров, Файзи Адгамович|Ғәскәров]] күҙҙәрендә осҡон уйнаған, күңеле моңло булған егеттәрҙе һайлап алырға тырышты. Ансамблдең беренсе солистары — Ирек Ибраһимов, Мөхәмәт Иҙрисов, Мөхәмәт Шәмсетдинов, Хисбулла Зөбәйҙуллин, Әнеүәр Фәхретдинов, Рим Бакиров, Зәкир Исмәғилов һ.б. тап шундай егеттәр инеләр. Улар ысын йондоҙҙар инеләр, һәм уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле шәхес ине.{{цитатаның аҙағы|сығанаҡ=http://www.istoki-rb.ru/archive.php?article=257}}

1949 йылда уны [[Государственный академический ансамбль народного танца им. Файзи Гаскарова|Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле]]нә алалар, был ансамблдә ул 1970 йылға тиклем эшләй.
[[1949 йыл]]да уны [[Государственный академический ансамбль народного танца им. Файзи Гаскарова|Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле]]нә алалар, был ансамблдә ул [[1970 йыл]]ға тиклем эшләй.
{{цитатаның башы}}Ул Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академик халыҡ бейеүҙәре ансамбленең иң сағыу солистарының береһе булды. Бөтә төп ирҙәр партияларын бейене, иҫ киткес талантлы һәм тәъҫирле генә түгел, ғәҙәттән тыш күркәм дә ине: оҙон буйлы, һомғол, мыҡты кәүҙәле. Тәжрибәле һәм һәләтле артист булараҡ репетитор, ансамблдең художество етәксеһе булып эшләне. Ул бик күп йәштәргә репертуарға инергә, үҙ-үҙенә ышаныс уятырға ярҙам итте, һәр саҡ иғтибарын һәр бейеүселә ҡабатланмаҫ индивидуаллекте асыуға йүнәлтте. Ул үҙе был сифатҡа, үҙенә генә хас булған харизмға тулыһынса эйә ине.{{цитатаның аҙағы|сығанаҡ=http://www.agidel.ru/?param1=16580&tab=7}}

1963—1981 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) репетитор, 1974—1975 йылдарҙа ансамблдең [[художество етәксеһе]], 1993—1994 йылдарҙа ансамблдең репетитор-консультанты, 1981—1983 йылдарҙа [[Башкирская государственная филармония|Башҡорт дәүләт филармонияһы]]ның эстрада коллективтәренең балетмейстеры булып эшләй.

19:29, 24 октябрь 2016 өлгөһө

Хисбулла (Хизбулла) Ғүмәр улы Зөбәйҙуллин
Тыуған ваҡыты:

28.10.1929

Тыуған урыны:

Түбәнге Әрмет, Стәрлетамаҡ кантоны, БАССР (хәҙерге Ишембай районы, Башҡортостан)

Вафат ваҡыты:

31.12.2001

Һөнәре:

бейеүсе

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Театр:

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академик халыҡ бейеүҙәре ансамбле.

Наградалары:

БАССР-ҙың халыҡ артисы (1969)

Хисбулла (Хизбулла) Ғүмәр улы Зөбәйҙуллин (28|10|1929, Түбәнге Әрмет, Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙерге Ишембай районы), Башҡортостан31 декабрь 2001 йыл, Өфө ҡалаһы) — башҡорт бейеүсеһе, балетмейстер, педагог. БАССР-ҙың халыҡ артисы (1969).

Биографияһы

1946 йылда Өфө моторҙар төҙөү заводында эшләй башлай. Эшләү осоронда үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә шөғөлләнә, республика һәм бөтә союз үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙарында ҡатнаша. Мәскәүҙә сығыш яһағанда уға иғтибар итәләр:

Хисбулла Зөбәйҙуллиндың һәләтенә иң беренсе иғтибар итеүсе Мөхәмәт Шәмсетдинов була. Ул Фәйзи Ғәскәров Ҡазанда булған осорҙа ансамбль менән етәкселек иткән була. Мөхәмәт Шәмсетдинов Хисбулла Зөбәйҙуллинды Мәскәүҙә, үҙешмәкәр таланттар сығыш яһағанда күрә. Хисбулла ул саҡта, һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң, Өфө моторҙар төҙөү заводында слесарь-йыйыусы булып эшләгән һәм үҙешмәкәр сәнғәттә сығыш яһаған була. Әйтергә кәрәк, Фәйзи Әҙғәм улы ла, Өфөгә килгәс, йәш бейеүсегә иғтибар итә һәм уны үҙенең постановкаларында ҡатнаштыра

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Мансур Тимерғаҙыевтың хәтерләүҙәренән:

Ғәскәров күҙҙәрендә осҡон уйнаған, күңеле моңло булған егеттәрҙе һайлап алырға тырышты. Ансамблдең беренсе солистары — Ирек Ибраһимов, Мөхәмәт Иҙрисов, Мөхәмәт Шәмсетдинов, Хисбулла Зөбәйҙуллин, Әнеүәр Фәхретдинов, Рим Бакиров, Зәкир Исмәғилов һ.б. тап шундай егеттәр инеләр. Улар ысын йондоҙҙар инеләр, һәм уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле шәхес ине.

1949 йылда уны Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә алалар, был ансамблдә ул 1970 йылға тиклем эшләй.

Ул Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академик халыҡ бейеүҙәре ансамбленең иң сағыу солистарының береһе булды. Бөтә төп ирҙәр партияларын бейене, иҫ киткес талантлы һәм тәъҫирле генә түгел, ғәҙәттән тыш күркәм дә ине: оҙон буйлы, һомғол, мыҡты кәүҙәле. Тәжрибәле һәм һәләтле артист булараҡ репетитор, ансамблдең художество етәксеһе булып эшләне. Ул бик күп йәштәргә репертуарға инергә, үҙ-үҙенә ышаныс уятырға ярҙам итте, һәр саҡ иғтибарын һәр бейеүселә ҡабатланмаҫ индивидуаллекте асыуға йүнәлтте. Ул үҙе был сифатҡа, үҙенә генә хас булған харизмға тулыһынса эйә ине.

1963—1981 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) репетитор, 1974—1975 йылдарҙа ансамблдең художество етәксеһе, 1993—1994 йылдарҙа ансамблдең репетитор-консультанты, 1981—1983 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада коллективтәренең балетмейстеры булып эшләй.

VII Бөтә донъя йәштәр фестивалендә ҡатнаша, «Кейәү» (Жених), бейеүе өсөн ул һәм уның партнерҙары Зиләрә Әйүпова, Рим Бакиров көмөш миҙалдар алалар[1].

Рәүилә Һаҙыева менән бергә «Дуҫлыk» («Дружба») комик бейеүен башҡара, был бейеү йәш бейеүсе ҡыҙҙы данға күмә.[2]

Был бейеү тураһында художество етәксеһе Хашим Фәтих улы Мостаев былай хәтерләй:

Киң билдәле классик бейеү «Дуҫлыҡ»ты Рәүилә Һаҙыева менән һоҡланғыс итеп бейене, уның егетенең һөйгән ҡыҙы артынан йөрөүе әхлаҡлы һәм рухи яҡтан матур. Ә «Кейәү»ҙә шул тиклем юмор һәм кешеләрсә тулҡынланыу, нескәлек хистәре солғанышында килеп сыҡты, уның ҙур актер икәне шунда уҡ күренеп тора ине.

СССР сәнғәт эшмәкәрҙәре делегацияһы составында Монреалда «ЭКСПО-67» күргәҙмәһендә булды.

Ғаиләһе

Улы Айҙар, Зөбәйҙуллин Айҙар Хисбулла улы, атаһының эшен дауам итә, атаһы оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән ансамблдә балетмейстер, бейеүҙәр ҡуйыусы булып эшләй.

Һылтанмалар

http://ufa-gid.com/encyclopedia/zubaidul.html

http://wiki02.ru/encyclopedia/Zubaydullin_Hizbulla_Gumerovich/t/5430

Башҡорт энциклопедияһындағы электрон версияла мәҡәлә

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар