Замбия: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
категория
ә Робот: Илдәр буйынса тораҡ пункттар категорияһын өҫтәү
75 юл: 75 юл:
[[Категория:Инглиз телле илдәр һәм территориялар]]
[[Категория:Инглиз телле илдәр һәм территориялар]]
[[Категория:Көнсығыш Африка]]
[[Категория:Көнсығыш Африка]]
[[Категория:Илдәр буйынса тораҡ пункттар]]

12:38, 25 ноябрь 2016 өлгөһө

'{{{Башҡортса исеме}}}
'
{{{Эйәлек килеш}}} гербы
[[{{{Эйәлек килеш}}} флагы|Флаг]] {{{Герб урынына}}}
Девиз: «Бер Замбия, бер милләт (ингл. One Zambia, One Nation
[[{{{Эйәлек килеш}}} гимны|Государственный гимн {{{Эйәлек килеш}}}]]
Рәсми телдәр инглизсә[1]
Баш ҡала Лусака
Территория
• Бөтәһе

752 614 км²
Валюта Замбия квачаһы (ZMK)
Интернет-домен .zm
Код ISO ZM
МОК коды ZAM
Телефон коды +260
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d] һәм Africa/Lusaka[d][2]

Замбия (ингл. Zambia), тулы рәсми исеме — Замбия Республикаһы (ингл. Republic of Zambia) — Көньяҡ Африкалағы дәүләт. Конго Демократик Республикаһы, Танзания, Малави, Мозамбик, Зимбабве, Ботсвана, Намибия, Ангола менән сиктәш, диңгеҙгә сығыу юлы юҡ. Баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы — Лусака.

1964 йылда Бөйөк Британиянан бойондороҡһоҙлоҡ алған.

Географияһы

Замбия Көньяҡ Африкала урынлашҡан. Тропик климатлы, диңгеҙгә сығыу юлы булмаған, башлыса яйлала ятҡан ил. Майҙаны 752 614 км², донъяла 38-се урында. Территорияһы Замбези һәм Конго йылғалары бассейнына ҡарай. Замбия менән Зимбабве сигендә Замбези йылғаһында шарлауыҡтар, шул иҫәптән атаҡлы Виктория шарлауығы урынлашҡан.

Файҙалы ҡаҙылмалар

Ер аҫты байлыҡтарынан баҡыр, кобальт, зөбәржәттәр, алтын, көмөш, уран, ҡурғаш, цинк, күмер, марганец бар.

Тарихы

Замбия территорияһында борондан кешеләр йәшәгән. Бер нисә мең йыл элек унда бушмен ҡәбиләләре (һунарсылар һәм йыйыусылар) көн иткән. Беҙҙең эра башында бушмендарҙы төньяҡтан килгән готтентоттар (игенселәр һәм малсылар) ҡыҫырыҡлап сығарған. Бер мең йыл самаһы ваҡыт үткәс, готтентоттарҙы Үҙәк Африканан килгән банту ҡәбиләләре ҡыҫырыҡлап сығарған.

XVIII быуатта Баротсе ҡол биләүселек дәүләте барлыҡҡа килгән. Шул уҡ XVIII быуатта тәүге европалылар килә башлай (португалдар). Ә XIX быуатта Замбия Төньяҡ Родезия исеме аҫтында Британия протекторатына әйләнә. XX быуатта, 1964 йылда, Замбия бойондороҡһоҙлоҡ ала.

Сәйәси ҡоролошо

Замбия — күп партиялы системалы демократик ил. Дәүләт башлығы, хөкүмәт етәксеһе һәм баш командуюущий булып президент тора. Ул 5 йылға бер һайлана, бер кеше ике мөҙҙәттән ашыу президент вазифаһын биләй алмай. Парламент — Милли ассамблея — 158 депутаттан тора, 150-һе һайлана, һигеҙе президент тарафынан тәғәйенләнә. Парламент 5 йылға һайлана, президент уны таратыу хоҡуғына эйә.

Иҫкәрмәләр