Таба: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
7 юл: 7 юл:
Тарихтан күренеүенсә, табаны башҡа материалдарҙан да эшләгәндәр. Мәҫәлән, грузиндарҙың кэци ({{lang-ka|კეცზე}}) тип аталған табаһы балсыҡтан йә таштан ([[талькохлорит]]а) яһалған.
Тарихтан күренеүенсә, табаны башҡа материалдарҙан да эшләгәндәр. Мәҫәлән, грузиндарҙың кэци ({{lang-ka|კეცზე}}) тип аталған табаһы балсыҡтан йә таштан ([[талькохлорит]]а) яһалған.
Башҡорттар был һауытта таба икмәге бешергәндәр (тәбикмәк), ҡурмас ҡурғандар. <ref>http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/read/8-statya/4945-ikm-k</ref>
Башҡорттар был һауытта таба икмәге бешергәндәр (тәбикмәк), ҡурмас ҡурғандар. <ref>http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/read/8-statya/4945-ikm-k</ref>

Таба шулай уҡ үлсәү берәмеге булараҡ та ҡулланылған. Мәҫәлән, ''бер таба ҡурмас'', "өс таба балыҡ", "бер оло таба ҡурған бәрәңге".
Таба шулай уҡ үлсәү берәмеге булараҡ та ҡулланылған. Мәҫәлән, ''бер таба ҡурмас'', "өс таба балыҡ", "бер оло таба ҡурған бәрәңге".

Хәҙерге заман табалары йыш ҡына [[политетрафторэтилен]] («тефлон») менән ҡапланған була, ул ризыҡты көйөп китеүҙән һаҡлай тип һанала, тик был һәр саҡта ла дөрөҫлөккә тап килмәй.
Хәҙерге заман табалары йыш ҡына [[политетрафторэтилен]] («тефлон») менән ҡапланған була, ул ризыҡты көйөп китеүҙән һаҡлай тип һанала, тик был һәр саҡта ла дөрөҫлөккә тап килмәй.



17:32, 22 ғинуар 2017 өлгөһө

Ҡорос таба
Таба
Аҙыҡ көймәй торған таба

Таба — ризыҡ ҡурыу, ҡыҙҙырыу өсөн тәғәйенләнгән һауыт. Ғәҙәттә түңәрәк була. Һаплы, бер-йәки ике тотҡосло булыуы мөмкин. Суйындан, тутыҡмаҫ ҡоростан йәки эмаль менән ҡапланған ҡоростан, алюминийҙан, керамиканан һ.б. и материалдарҙан эшләнә. Төрлө материалдарҙан, ҡурған саҡта май сәсрәмәһен өсөн селтәрләп эшләнгән ҡапҡастары ла була. Һуңғы йылдарҙа быяла ҡапҡастар киң ҡулланыла.

Тарихтан күренеүенсә, табаны башҡа материалдарҙан да эшләгәндәр. Мәҫәлән, грузиндарҙың кэци (груз. კეცზე) тип аталған табаһы балсыҡтан йә таштан (талькохлорита) яһалған. Башҡорттар был һауытта таба икмәге бешергәндәр (тәбикмәк), ҡурмас ҡурғандар. [1]

Таба шулай уҡ үлсәү берәмеге булараҡ та ҡулланылған. Мәҫәлән, бер таба ҡурмас, "өс таба балыҡ", "бер оло таба ҡурған бәрәңге".

Хәҙерге заман табалары йыш ҡына политетрафторэтилен («тефлон») менән ҡапланған була, ул ризыҡты көйөп китеүҙән һаҡлай тип һанала, тик был һәр саҡта ла дөрөҫлөккә тап килмәй.

Таба төрҙәре

Ҡурғыс

Ҡурғыс — киң төплө, ике тотҡосло таба, ул мейестә (духовкала), плитә өҫтөндә бешереүгә лә яраҡлы [2]. Ғәҙәттә тутыҡмаҫ ҡоростан яһала, төбө йылылыҡты тигеҙ бүлә. Тотҡостары утта ҡыҙмай. Ит, балыҡ, йәшелсә быҡтырыу, ҡурыу өсөн ҡулланыла, тотҡостары бәләкәй булғанлыҡтан, ҙур булмаған духовкаға ла һыя.

Быҡтырғыс (Сотейник)

Быҡтырғыс — кәстрүл урынына ла, таба урынына ла тотонола ала торған һауыт. Уның ярҙамында төрлө ризыҡ әҙерләп була. Ғәҙәттә, ризыҡты һутлы итеп әҙерләгәргә кәрәк булғанда файҙаланалар. Төбөлә, ҡыры ла ярайһы ҡалын була, шуның өсөн аҙыҡ тигеҙ генә бешә. Быҡтырғыстар бар төр мейестәргә, духовкаларға ла яраҡлы [3].

Вок-таба (Соҡор таба)

Азия аш-һыуы күнкүрешебеҙгә ныҡлап инә барғанлыҡтан, ҡытай милли табаһы ла ҡулланыла башланы. Ярайһы тәрән, сөм соҡор төпло түңәрәк таба. Уның ярҙамында бар төрлө ризыҡ әҙерләргә мөмкин: быҡтырырға, бешерергә, ҡурырға, элмәле рәшәткәһе ярҙамында хатта быуҙа ла бешерергә була. Вок табала бешергәндә туҡтауһыҙ болғатып торорға кәрәк, аҙыҡ һәр саҡ ут иң ҡыҙыу тейгән ергә, соҡорға йыйылып ҡына бара. Табаның төп тәғәйенләнеше - төрлө ҡушылмаларҙы тиҙ генә ҡурып алыу. Ҡытайҙар унда башлыса дөгө йәки йәшелсә, ит, диңгеҙ биргән ризыҡ төрҙәре ҡушылған туҡмас әҙерләй

Ҡоймаҡ табаһы

Ҡоймаҡлыҡ — ҡамырҙы тимер көрәксектәр ярҙамында тиҙ генә тигеҙләп ебәреп була торған таба. Ҡоймаҡ табаларының сите тәпәшәк (1 см тирәһе) була, ҡул бешмәһен өсөн һабын оҙон итеп эшләйҙәр. Ҡоймаҡ тигеҙ бешһен өсөн төбө ҡалын итеп эшләнә

Таба менән бәйле һүҙҙәр

Таба икмәге (тәбикмәк); таба һөрткөс; таба тотҡос; табағас.

Таба фольклорҙа һәм әҫәрҙәрҙә

  • Ҡоймаҡ тәмле тип табаны ялап булмай (мәҡәл)
  • Айбулат... бер таба сөсө икмәк алып китте - Һ. Дәүләтшина, "Ырғыҙ" романы. [4]

Шулай уҡ ҡара

Иҫкәрмәләр

  1. http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/read/8-statya/4945-ikm-k
  2. Как выбрать жаровню // Skovorodok.net
  3. Кухонный арсенал // Goodhouse.ru
  4. Башҡорт теленең һүҙлеге. - Мәскәү, 1993, 2-се том, 290-сы бит