Студент: өлгөләр араһындағы айырма
6 юл: | 6 юл: | ||
Ситтән тороп уҡыу бүлегендәге студенттар өсөн ҡағиҙәләр икенсерәк. Улар өсөн ҡыҫҡартылған лекциялар курсы әҙерләнә. Күп осраҡта ситтән тороп уҡыусы студенттар уҡыу йортона имтихандар тапшырыу өсөн генә киләләр. |
Ситтән тороп уҡыу бүлегендәге студенттар өсөн ҡағиҙәләр икенсерәк. Улар өсөн ҡыҫҡартылған лекциялар курсы әҙерләнә. Күп осраҡта ситтән тороп уҡыусы студенттар уҡыу йортона имтихандар тапшырыу өсөн генә киләләр. |
||
Бакалавр һәм магистратура (Блонская системаһы) баҫҡыстары буйынса уҡытыу алып барылған юғары уҡыу йорттарында ''студент '' һүҙе ике баҫҡыс студенттары өсөн дә ҡулланыла. Мәҫәлән: '' бакалавриат студенты'','' магистратура студенты''. Бының менән бер рәттән ''бакалавриат'' һәм ''магистрант төшөнсәләре лә ҡулланыла.'' 2012 йылда Рәсәйҙә юғары белем алыусы студенттар 3 070 235 һанын тәшкил иткән<ref name="unipage">UniPage — [https://www.unipage.net/ru/student_statistics Статистика студентов в государственных и негосударственных вузах]</ref>. |
Бакалавр һәм магистратура (Блонская системаһы) баҫҡыстары буйынса уҡытыу алып барылған юғары уҡыу йорттарында ''студент '' һүҙе ике баҫҡыс студенттары өсөн дә ҡулланыла. Мәҫәлән: '' бакалавриат студенты'','' магистратура студенты''. Бының менән бер рәттән ''бакалавриат'' һәм ''магистрант ''төшөнсәләре лә ҡулланыла''.'' 2012 йылда Рәсәйҙә юғары белем алыусы студенттар 3 070 235 һанын тәшкил иткән<ref name="unipage">UniPage — [https://www.unipage.net/ru/student_statistics Статистика студентов в государственных и негосударственных вузах]</ref>. |
||
== Төшөнсәнең килеп сығыуы == |
== Төшөнсәнең килеп сығыуы == |
15:01, 14 февраль 2017 өлгөһө
Студент (лат. studens — тырышып эшләүсе, уҡыусы) — юғары уҡыу йортонда, ә ҡайһы бер илдәрҙә урта уҡыу йорттарында уҡыусы кешенең атамаһы. Боронғо Рим һәм Урта быуаттарҙа өйрәнеү процессы менән мәшғүл булыусы һәр кемде студент тип атағандар. XII быуатта университеттар барлыҡҡа килеү менән был термин шунда уҡыусыларҙы һәм уларҙы уҡытыусы кешеләрҙе атау өсөн ҡулланыла башлай. Уҡытыусылар өсөн ғилми дәрәжәләр (магистр, профессор һ. б.) индерелгәндән һуң студент атамаһы менән уҡыусылар ғына исемләнә башлай.
Көндөҙгө бүлектә уҡыусы студенттар юғары уҡыу йортона даими рәүештә йөрөп, лекция тыңлайҙар, семинар дәрестәрҙә ҡатнашалар. Шуларҙың һөҙөмтәһе итеп һынау һәм имтихан тапшыралар, үҙҙәренең һөнәре буйынса курс эштәре башҡаралар, практика үтәләр. Һөнәрҙе үҙләштереү буйынса бөтә баҫҡыстарҙы үтеп бөткән студенттар диплом (сығарылыш квалификация эше) эшен башҡаралар. Барлыҡ илдәрҙә һәм һәр дәүерҙә үҙ асылыңды табыу, үҙ өҫтөңдә тырышып эшләү студент тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Был процесс үҙешмәкәрлектә ҡатнашыу, йәмәғәт һәм фәнни эшмәкәрлек менән булышыу һ.б. аша бойомға ашырыла.
Ситтән тороп уҡыу бүлегендәге студенттар өсөн ҡағиҙәләр икенсерәк. Улар өсөн ҡыҫҡартылған лекциялар курсы әҙерләнә. Күп осраҡта ситтән тороп уҡыусы студенттар уҡыу йортона имтихандар тапшырыу өсөн генә киләләр.
Бакалавр һәм магистратура (Блонская системаһы) баҫҡыстары буйынса уҡытыу алып барылған юғары уҡыу йорттарында студент һүҙе ике баҫҡыс студенттары өсөн дә ҡулланыла. Мәҫәлән: бакалавриат студенты, магистратура студенты. Бының менән бер рәттән бакалавриат һәм магистрант төшөнсәләре лә ҡулланыла. 2012 йылда Рәсәйҙә юғары белем алыусы студенттар 3 070 235 һанын тәшкил иткән[1].
Төшөнсәнең килеп сығыуы
Беренсе университеттар барлыҡҡа килгән мәлдә латин теле фәндең төп теле булып тора. Студенттарҙы ул ваҡыттарҙа школяр (scholaris — уҡыусы, лат. schola — мәктәп) тип атап йөрөткәндәр. Был термин бөгөнгө көндә лә мәктәп уҡыусыларына, ҡайһы бер осраҡта үҙенең сикләнгән, ярлы белеме менән айырылып тороусы мәктәп уҡыусыһына ҡарата ҡулланыла.
Яңы ваҡыттың башланғыс осоронда studiosus (лат. «ҡыҙыҡһыныусы») төшөнсәһе барлыҡҡа килә. Күпкә һуңғараҡ хәҙерге көндә лә юғары уҡыу йорттарында белем алыусыларҙы атау өсөн ҡулланылған studente һүҙе барлыҡҡа килә.
Рәсәйҙә 1918 йылға тиклем юғары уҡыу йортон тамамлап та, әммә эш тәжрибәһе булмаған кешеләрҙе студент тип атағандар.
Рәсәй хоҡуғында
В пункте 3 статьи 33 Федерального закона «Об образовании в Российской Федерации» устанавливается понятие студента: «лица, осваивающие образовательные программы среднего профессионального образования, программы бакалавриата, программы специалитета или программы магистратуры».
Әҙәбиәт
- Луков Вал. А. Студенты Москвы: ожидание перемен? // Знание. Понимание. Умение. — 2005. — № 2. — С. 183—188.
- Намлинская О. О. Вуз государственный vs. вуз негосударственный: московские студенты о своих вузах. Данные социологического исследования // Знание. Понимание. Умение. — 2004. — № 1. — С. 117—126.
- Немировский В. Г., Григорьев С. И. В поисках смысла жизни и справедливости: студенчество России на пороге ХХI века. — Барнаул: Алтайское книжное издательсво, 1995. — 188 с.
- Немировский В. Г., Стариков П. А. Тенденция «квазирелигиозности» в среде красноярского студенчества // Социологические исследования. — 2003. — № 10. — С. 96—101.
- Немировский В. Г., Стариков П. А. Структура и динамика религиозно-этических представлений студенческой молодёжи (1987-2000 гг.). Монография. — Красноярск: Издательство "Поликом", Красноярский государственный университет, 2002. — 175 с. — ISBN 59487-010-3.
- Русанова А. Г. Культурная идентификация студентов и проблемы высшего образования // Знание. Понимание. Умение. — 2008. — № 11.
- Стариков П. А. Методика комплексного анализа смысловых ассоциаций в изучении «Креативного этоса» современной студенческой молодёжи // Образование и наука. — Екатеринбург: РГППУ, 2013. — С. 115—126. — DOI:10.17853/1994-5639-2013-7-115-126