Өфө дәүләт нефть техник университеты: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡулланыусы 2001:690:2200:9A41:D1D3:FDBA:254F:2683 (фекер алышыу) 653112 үҙгәртеүенән баш тартты
ә Защитил «Өфө дәүләт нефть техник университеты» ([Мөхәррирләү=Үҙенән-үҙе раҫланған ҡатнашыусыларға ғына рөхсәт ителгән] (06:21, 21 август 201…
(айырмалар юҡ)

06:21, 21 февраль 2017 өлгөһө

Өфө дәүләт нефть техник университеты
(УГНТУ)
Өфө дәүләт нефть техник университеты (төп корпусы)
Исеме

Өфө дәүләт нефть техник университеты

Халыҡ-ара исеме

Ufa State Petroleum Technological University (USPTU)

Элекке исеме

Өфө нефть институты

Асылған йылы

1948

Ректор

Бәхтизин Рәмил Нәзиф улы

Студенттар

17 000

Сит ил студенттары

500

Докторҙар

129

Уҡытыусылар

1000-дән артыҡ

Урынлашыуы

Өфө

Юридик адресы

Өфө, Космонавтар урамы, 1

Сайт

http://www.rusoil.net

Өфө дәүләт нефть техник университеты — Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан юғары техник уҡыу йорто.

Ҡаҙаныштары

  • 2017 йылдың ғинуарында Башҡортостандың дүрт юғары уҡыу йорто иҫәбендә Өфө дәүләт нефть техник университеты студент берләшмәләре эшмәкәрлеген үҫтереү программаларын һайлап алыу конкурсында еңеүсе булды[1].
  • Өфө дәүләт нефть техник университеты Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы үткәргән ғилми проекттар һайлап алыу конкурсы еңеүселәре иҫәбенә инде. Вуз «In situ гетероген катализаторының регенерациялау мөмкинлеге булған ациклик углеводородтарҙың сикһеҙ берләшмәләр менән өҙлөкһөҙ реакцияға инеү технологияһын булдырыу» проекты менән еңеү яуланы. 2017 йылда уны ғәмәлгә ашырыу өсөн университет ярҙам аласаҡ[2].

Тарихы

1941 — И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институты Черниковск ҡалаһына (хәҙерге Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы) эвакуациялана.

1943 — И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институты Мәскәүгә ҡайтарыла. Өфөлә филиалы асыла.

1948 — Өфө нефть институты.

1990 — институт «Өфө дәүләт нефть техник университеты» исемен ала.

2010 йылда вуз «Рәсәйҙең милли тикшеренеү университеты» статусын алыу өсөн конкурста ҡатнашты, ләкин уңышҡа өлгәшә алманы.

2016 йылда Өфө нефть техник университеты Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетты ҡушып, илдең терәк вуздары исемлегенә инде[3].

Ректорҙар

  • Мәжит Идрис улы Сәйфуллин (1949-1952)
  • Борис Васильевич Клименок (1952-1954)
  • Виктор Евдокимович Губин (1954-1964)
  • Всеволод Леонидович Березин (1964-1970)
  • Заһидулла Исхак улы Сөнәев (1970-1976)
  • Александр Иванович Спивак (1976—1994)
  • Айрат Минһаж улы Шаммазов (1994-2014)
  • Бәхтизин Рәмил Нәзиф улы — 2014 йылдың 19 июненән - вазифа башҡарыусы, 2015 йылдың 24 апреленән - ректор.

Факультеттар

  1. Архитектура-төҙөлөш факультеты
  2. Тау-нефть факультеты
  3. Иҡтисад институты
  4. Торба үткәргес транспорты факультеты
  5. Технология факультеты
  6. Сәнәғәт процесстарын автоматлаштырыу факультеты
  7. Механика факультеты
  8. Ситтән тороп уҡыу факультеты
  9. Гуманитар факультет

Тамамлаусылар

Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаусылар категорияһын ҡарағыҙ.
Унда инмәгәндәр түбәндә яҙылған.

  • Равмер Хәсән улы Хәбибуллин – 1987-1990 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары.
  • Фәрит Хәйрулла улы Мөхәммәтшин –Татарстан Дәүләт Шураһы спикеры.
  • Мөхәммәт Галләм улы Сабиров — Татарстан Республикаһының беренсе Премьер-министры
  • Кобылкин Дмитрий Николаевич, Ямал-Ненец автономиялы округы Губенаторы.
  • Ананенков Александр Георгиевич, Газпром ПАЙ идаралыҡ рәйесе урынбаҫары.
  • Сафин Ралиф Рафаил улы – Лукойл ПАЙ вице-президенты.
  • Богданчиков, Сергей Михайлович - «Роснефть» Асыҡ акционерҙар йәмғиәте Президенты (1998-2010)
  • Ғимаев Рәғиб Нәсретдин улы, 1981-1999 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты ректоры.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар