«Корчагин походы дауам итә» композицияһы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
29 юл: 29 юл:
== Иҫкәрмәләр ==
== Иҫкәрмәләр ==
{{примечания}}
{{примечания}}

== Һылтанмалар ==
[[Категория:Ростов өлкәһендә иҫтәлекле урындар]]
[[Категория:Ростов өлкәһендә иҫтәлекле урындар]]
[[Категория:1981 йылда барлыҡҡа килгәндәр]]
[[Категория:1981 йылда барлыҡҡа килгәндәр]]

06:24, 7 март 2017 өлгөһө

Иҫтәлекле урын
«Корчагин походы дауам итә» композицияһы
Ил Рәсәй
Ҡала Волгодонск
Проект авторы А. Е. Фролов
Төҙөүсе В. П. Поляков
Төҙөлгән ваҡыты 1981 йыл

1981

Корчагин походы дауам итә — Ростов өлкәһенең Волгодонск ҡалаһындағы архитектура композицияһы. Фонтандан һәм скульптура төркөмөнән ғибәрәт. Урындағы әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[1].

Һүрәтләнеше

80-се йылдарҙың беренсе яртыһында Комсомол майҙанында кинотеатрҙағы кондиционерҙарҙың һыуын һыуытыу өсөн технологик резервуар ҡороу күҙаллана. Кинотеатр эш башлағанға тиклем скульпторҙар В. П. Поляков менән архитектор А. Е. Фролов уны декоратив фонтан итеп үҙгәртә. Объекттың тәбәнерәк яғында, ике күтәртелгән юлдың түңәрәкләтелгән күҙәтеү майҙаны уртаһында, таш подиумда 12 метрлыҡ «Корчагин походы дауам итә» тип аталған скульптура композицияһы урын ала. Ул «Атоммаш»тың йәш төҙөүселәренә бағышлана[2], яҙмыштары комсомол, яңы төҙөлөштәр менән бәйле кешеләрҙең йәшлек символы булып тора[3]

Композицияны әйләнә буйынса ҡарағанда, ҙур шинель кейгән, ҡулбашына кәйлә һалған буденовкаы корчагинсыны; электросварщикты; геодезистканы күрергә мөмкин. Скульптуралар спираль буйынса ҡуйылған һәм улар үргә ынтылғандай. Композицияның уртаһында ҡулына елберләгән әләм тотҡан эшсе ҡуйылған. Постаменттың бер яғына СССР-ҙың комсомол халыҡ төҙөлөштәренең исемдәре гравировкалап яҙылған: «Амурҙағы Комсомольск», «ДнепроГЭС», «Магнитка», «Турксиб», «Целина», КамАЗ, «Атоммаш», БАМ[4].

2005 йылдың октябрендә фонтан хйәриә аҡсалары иҫәбенә реконструкциялана[5]. Әлеге ваҡытта скульптура төркөмө менән берлектә эшләнгән бассейн ремонт талап итә, әммә был мәсьәлә бик йыш күтәрелеүгә ҡарамаҫтан, әлегә тиклем аныҡ эш башҡарылғаны юҡ. Шулай ҙа, 2016 йылдың 27 октябрендә ҡала хужалығы департаменты Александр Шайтан бедереүенсә, 2017 йылдафонтанды ремонтлау планлаштырылған[6]

Иҫкәрмәләр