Иләс: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
73 юл: 73 юл:


==Халыҡ һаны==
==Халыҡ һаны==
Халыҡ һаны динамикаһы:
Динамика населения:


{| class='standard' style='text-align: center;'
{| class='standard' style='text-align: center;'

08:15, 30 июль 2011 өлгөһө

Ауыл
Иләс
Иләс
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Хәйбулла районы

Координаталар

51°45′53″ с. ш. 58°12′28″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 255 832 002

ОКТМО коды

80 655 432 106

Иләс (Рәсәй)
Иләс
Иләс
Иләс (Башҡортостан Республикаһы)
Иләс

Иләс (Турат) ауылы - Хәйбулла районы, Яңы ергән ауыл биләмәһенә ҡарай.

Халыҡ һаны

Халыҡ һаны динамикаһы:

Дөйөм халыҡ һаны
Халыҡ һаны 2002—2009 халыҡ үҙгәреше
2002 2009 кеше %
- 402 - -

Милли состав: башҡорттар (100%).

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Аҡъяр): 12 км
  • Ауыл советына тиклем (Яңы ергән): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сара): 67 км

Ауыл тарихы

Иләс ауылы старшина Һағынбай Күҫәков командаһына ҡаралан. Тарихтан билдәле булыуынса, 1798 йылдан алып башҡорттар шулай уҡ Үҫәргәндәр ҙә, хәрби казачье сословиеға әүерелә. Улар үҙ сығышы иҫәбенә - үҙенең аты, һуғыш ҡоралы, аҙыҡ-түлеге, кейем-һалымы менән ил сиген һаҡларға тейеш булған. Ил сиге Яйыҡ (Урал) йылғаһы буйлап һуҙылған, ә Яйыҡ иләстәргә бары 25-35 километр самаһы алыҫлыҡта ғына ағып ята. Яйыҡ буйлап крепостар, уларға яҡын тирәлә дистанциялар, пикеттар барлыҡҡа килтергән, пикет - бәләкәй генә һаҡсы отряд, дозор торған урын. Ҡайһы бер дистанциялар, пикеттар урынында ауылдар үҫеп сыҡҡан. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһе сигендәге Новочеркасск-Разоренный ауылын элек башҡорт ҡарттары "Бикәт, Пикәт" тип атап йөрөткәндәр. Иләс ҡарт XVIII быуат аҙағында (1787 йылда) үҙенең дүрт улы менән Ҡыҙыл Мәсет (Мораҡ) яғынан Һүрән буйынан күсеп ултырған. Башта Умань (урыҫ ауылы, хәҙер инде юҡ) эргәһенә нигеҙ һала, ә һуңынан хәҙерге урынына күскән. 1816 йылғы 7-се ревизия буйынса Иләстә 10 хужалыҡ - "двор" булып, унда 31 ир-ат, 17 ҡатын-ҡыҙ донъя көткән. Исемлектең башында 88 йәшлек Шәрифйән Иләсов тигән аҡһаҡал тора, тимәк ул 1728 йылғы булып сыға. Шәрифйән ҡарт ул саҡта үҙенең 25 йәшлек Әбделкәрим атлы улы менән йәшәгән. Әбделкәримдең Әбдерғәфәр, Әбделмәннән һәм Йәнтимер исемле 3-8 йәшлек малайҙары йүгереп йөрөгән. Исемлеккә икенсе һаны менән 30 йәшлек ир уҙаманы Искәнйәр Әбделмәнов яҙылған. Уның ғаиләһе булмаған. Исемлектә өсөнсө булып Ҡунаҡҡас Иләсов тора, 72 йәштә. Ул үҙенең 32 йәшлек Йәмилисмәғил исемле улы менән бергә йәшәгән. Йәмилисмәғилдең бер улы (Бикмөхәмәт - 3 йәш) һәм бер ҡыҙы булған (Гөлзифа 4 йәштә) булған. Исемлек артабан түбәндәгесә дауам итә: 67 йәшлек Рәхмәтулла Иләсов, уның Байғөбәк, Буранғол һәм Иманғол исемле 3 улы булған. 27 йәшлек Байғөбәк үҙенең 8 йәшлек Йәғәфәр, Мөхәмәтәмин исемле малайҙарын үҫтергән. Икенсе улы Буранғол 1814 йылда Ватан һуғышында һәләк булған. Ишкиде Ураҙғолов, 44 йәштә үҙенең 3 малайын (Ильяс, Ғиниәт, Ярал) үҫтергән. 78 йәшлек Һатыусал Иләсов үҙенең хорунжий булып хеҙмәт иткән улы Ишбулды Иләсов менән йәшәп ятҡан. Шулай уҡ бында 53 йәшлек Ниғмәтулла Аҫҡаров та үҙенең ике улы һәм ҡыҙҙары менән көн күргән һәм башҡалар. 1834 йылда Иләс 16 хужалыҡтан тороп унда бөтәһе 98 кеше йәшәһә, хужалыҡта 248 кеше, ә 1859 йылда унда 45 хужалыҡта. Иләс ауылға әйләнә, ҙурая. «Ырымбур губернаһы. Ауыл-ҡалалар теҙмәһе. 1866й.» китабында ошондай яҙыуҙар бар: Орск уезды, 2-се стан, №772 Иләс ауылы (Ильясово, Турат), башҡ., Турат йылғаһы буйында урынлашҡан, иҫке линия тракты (уң яғы), Орск – Өҫкөурал ҡалалары почта тракты (һул яғы) араһында. Уезд ҡалаһынан 80 саҡрым, стан фатирынан 30 саҡрым, йорт һаны – 43, халҡы: 142 ир-ат, 107 ҡатын-ҡыҙ. 1889 йылда ауылда 39 йортта 463 кеше, 1900 йылда – 91 йорт һәм 459 кеше. Ауылда 1 мәҙрәсә, 1 мәсет, 1 һыу тирмәне эшләгән. Ә инде ошо быуат баштарында (1917 йылда) 138 хужалыҡ булып, 625 кеше йәшәгән. Ауыл икегә бүленгән: "Яңы ауыл", "Иҫке ауыл". 1940 йылда – 394 кеше, 1989 йылда – 90 йортта 372 кеше, 2009 йылда – 318 кеше, шулар араһында: 134 ир-ат, 184 ҡатын-ҡыҙ.


Турат тип аталыуға килгәндә, бал туралағы легендаларҙы ситләтеп үтеү мөмкин түгел. Шул легендаларҙың ҡайһаларын уҡып сыҡҡас ошоларҙы аңларға мөмкин. Хәҙерге Иләс ауылына ҡыҙ күҙләргә бер кейәү-егете ҡанатлы туры толпарға атланып килә. Кеше күҙенә күрһәтмәҫкә күпме генә тырышһа ла, әрһеҙ еңгәйҙәрҙән ҡотола алмаған. Уларҙың күҙе тейеүҙән ҡанатлы туры толпар-аты йән бирә. Уны ауыл эргәһендәге сағылға күмәләр. Шуға ла ауылға Турат (Туры + ат) сағылы исеме бирелгән. Икенсе легенда - Таштуғай легендаһы. Таштуғай ауылында кейәүҙә булып, Көнһылыу исемле ҡыҙ ҡаса. Ул ҡыҙҙы ҡыуа төшәләр, Турат тауында ҡыуып етһәләр, Көнһылыу ҡаянан ташлана. Шул ҡаяны "Көнһылыу ташы" тиҙәр беҙҙә. Көнһылыуҙың атаһы был хәбәрҙе ишеткәс, ҡарт Туры аты менән сабып килә. Ат күбеккә бата, хужаһын алып килеп еткереп, йән бирә. Атты сағылға ерләйҙәр.Шунан бирле сағыл - Турат сағылы тип йөрөтөлә.

Тағы бер тарихи мәғлүмәт.

Бер мәл, бер ауылдан икенсе ауылға, икенсе волость, икенсе ырыу кешеләрен дә күсереп ултыртыу башланған. Быны Иләс-Турат ауылы миҫалынан да күреп була. 1834 йылда Башҡорт ғәскәрҙәре Баш командующийының бойороғо нигеҙендә 9-сы кантондың 15-се йортонан шул уҡ кантондың 5-се йортона, йәғни Иләсҡа, Ҡыпсаҡ волосы "Ҡары" (Ҡара) түбәһенән 26 ир-егет һәм 21 ҡатын-ҡыҙҙан торған ете ғаилә күсерелгән. "Ҡары" (Ҡара) түбәһенә Ҡарағужа, Биктимер, Ҡабан һәм Ҡолсом ауылдары ингән. Ҡыпсаҡтар ҡушылғас, "дистанция" халҡы күбәйә төшкән. 8-се ревизияла 98 кеше йәшәһә, шул уҡ 1834 йылдың аҙағында, ревизиянан һуң унда 135 кеше көн күргән. Шулай итеп, Иләс-Туратта Үҫәргән (Айыуҙар) һәм Ҡыпсаҡтар (Ҡары) (Ҡара) башҡорттары йәшәп алып киткәндәр.

Башҡа төр мәғлүмәттәрҙе ауыл сайтында эҙләгеҙ. www.Ilyas-Turat.clan.su

Билдәле кешеләр