Фәхруллина Резида Рауил ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
35 юл: 35 юл:


== Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре ==
== Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре ==
* "Көҙ" спектаклендә Гөлсөм роле өсөн — [[Ҡазан]]<nowiki/>дағы "Наурыҙ" Халыҡ-ара  Төрки халыҡтар театр фестивалендә "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" номинацияһында премия лауреаты ([[1998]])
* «Көҙ» спектаклендә Гөлсөм роле өсөн — [[Ҡазан]]<nowiki/>дағы «Наурыҙ» Халыҡ-ара  Төрки халыҡтар театр фестивалендә «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында премия лауреаты ([[1998]])
* К. Тинчурин исемендәге IV республика театр фестивалендә "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" лауреаты ([[1999]], [[Ҡазан]]).
* К. Тинчурин исемендәге IV республика театр фестивалендә «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» лауреаты ([[1999]], [[Ҡазан]]).
* [[Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы|Башҡортостан республикаһының халыҡ артисы]] (2003)
* [[Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы|Башҡортостан республикаһының халыҡ артисы]] (2003)
* Татарстан республикаһының халыҡ артисы (2006)
* Татарстан республикаһының халыҡ артисы (2006)

18:53, 9 апрель 2017 өлгөһө

Фәхруллина Резида Рауил ҡыҙы
Тыуған ваҡыты:

1 апрель 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (62 йәш)

Тыуған урыны:

Үрге Маншыр ауылы, Илеш районы, Башҡорт АССР-ы

Һөнәре:

актриса

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

19862013

Театр:

Башҡорт драма театры, «Нур» татар халҡы театры

Наградалары:
Татарстандың халыҡ артисы
Татарстандың халыҡ артисы

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы

Фәхруллина Резида Рауил ҡыҙы (1962 йылдың 1 апреле) — актриса. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003), Татар Республикаһының халыҡ артисы (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1992).

Тормош юлы

Фәхруллина Резида Рауил ҡыҙы 1962 йылдың 1 апрелендә Башҡорт АССР-ының Илеш районы Үрге Маншыр ауылында донъяға килә.

Ғаиләлә йәмғеһе биш бала булған. Әсәһе Альбина Мирғәли ҡыҙы колхозда эшләй. Атаһы Рауил Хәниф улы — нефтсе, пенсия йәшенә яҡыная килә — колхозсы булып эшләй. Ул художестволы үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнаша, гармунда уйнай, бейей.

Резида Рауил ҡыҙы 1986 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (1986; Ф. К. Ҡасимова курсы) тамамлай һәм Башҡорт академия драма театрында эшләй башлай. Фәхруллина Резида Рауил ҡыҙы — лирик-драматик актриса.

1991 йылдан алып Өфө «Нур» татар театрында эшләй, ә 2007 йылдан алып Заһир исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡыта.

Резида Рауил ҡыҙы — «Көлөрһөң дә, көйөрһөң дә», «Йыр булып ҡайтырмын!», «Йәшлек мөғжизәләре» һәм башҡа театрлаштырылған тамашалар режиссеры. «Ике алыҫ-яҡын ҡыштар» кинофильмында төшә(«Башҡортостан» киностудияһы, 1996).

1992 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.

Спектаклдәрҙәге ролдәре

Башҡорт драма театрында: Әлиә («Майҙан тотабыҙ», Нәжиб Асанбаев; дебют, 1986), Гөлзифа («Башҡорт туйы»), Илфирә («Аманатҡа хыянат» Ф. В . Боғҙанов).

«Нур» театрында ролдәре: Джульетта («Ромео һәм Джульетта», Уильям Шекспир), Гөлсөм (Ғ. Исхаҡиҙың «Көҙ» повесы буйынса шул уҡ исемле спектакль), Зөлфиә («Үҙеңдең йөрәгеңде аяуһыҙландырма» Р. Ҡол-Дәүләт), Шәмсиғаян («Өс аршин ер», А. М. Ғиләжев), Мәҙинә («Ай булмаһа, йондоҙ бар», .Т. Миңнуллин), Дилбәр («Гүргә инер сер ине», Р. М. Кинйәбаев), Ольга (А. П. Чеховтың «Апалы-һеңлеле өсәү» пьесаһы мотивтары буйынса Л.-М. Зайлаускастың «Апалы-һеңлеле өсәү. Йылдар үткәс...» спектакле), Сәмиға («Кейәүкәй» Х. Ибраһимов) һәм башҡалар.

Резеда Рауил ҡыҙының уйнаған ролдәре характерҙы тәрән аңлау, геройының эске донъяһын, уның фажиғәле яҙмышын тулыһынса асыу менән айырыла.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • «Көҙ» спектаклендә Гөлсөм роле өсөн — Ҡазандағы «Наурыҙ» Халыҡ-ара  Төрки халыҡтар театр фестивалендә «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында премия лауреаты (1998)
  • К. Тинчурин исемендәге IV республика театр фестивалендә «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» лауреаты (1999, Ҡазан).
  • Башҡортостан республикаһының халыҡ артисы (2003)
  • Татарстан республикаһының халыҡ артисы (2006)
  • Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған артисы (1995)

Әҙәбиәт

  • Нуртдинов Р. К вершинам созидания. — Уфа, 2005.
  • Иксанова Г. О театре И не только: очерки, интервью, рец. — Уфа, 2006.

Һылтанмалар