Башҡортостан рельефы — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
ә
clean up, replaced: дингеҙ → диңгеҙ using AWB
ә
ә (clean up, replaced: дингеҙ → диңгеҙ using AWB)
=== Көньяҡ Уралдың геологик үҫеше тарихында өс төп этап ===
# Тауҙарҙың барлыҡҡа килеүе кембрийға тиклемге дәүерҙең ахырында йыйырсыҡланыуҙың Байҡал осоронда башланған. Шул саҡта уҡ әле ер ҡабығы сатнап, эре-эре ҡатламдар өймәкләшеп тау һырттарын хасил иткән. Палеозойға тектоник хәрәкәттәр һүлпәнәйгән, тауҙар әкренләп емерелгән, Көньяҡ Уралға бик ҙур диңгеҙ бассейны ябырылған.
# Палеозой дәүере ахырында тау барлыҡҡа килеүҙең герцин осоронда Көньяҡ Уралда яңынан тектоник хәрәкәттәр һәм магма процестары көсәйгән. Ҡатламдар өймәкләшеп, яңы тауҙар хасил иткән. Көньяҡ Урал менән Рус платформаһы сигендә ер ҡабығының көнсығыштан ҡыҫылыу ы һөҙөмтәһендә Урал алды сит бөгөмө барлыҡҡа килгән. Ул Рус платформаһын баҫҡан киң дингеҙдиңгеҙ бассейнының сиген тәшкил иткән. Диңгеҙ төбөнөң һай урындарында Көньяҡ Урал буйлап хәҙергеләренә оҡшаш ҡалҡыу рифтар теҙмәһе һуҙылған. Хәҙерге ваҡытта уларҙың бер өлөшө ер өҫтөнә яңғыҙ тауҙар йәки шихандар рәүешендә ҡалҡып сыҡҡан. Бындай шихандарҙы, мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһына яҡын ерҙә күрергә мөмкин. Мезозой башланғанда диңгеҙ бассейны сигенгән. Уның урынында тигеҙлек йәйелеп ҡалған.
# Тауҙар барлыҡҡа килеүҙең альп осоронда тектоник хәрәкәттәр яңынан көсәйгән, һөҙөмтәлә ҡыҫылып өймәкләнгән оҙон һәм тар ҡатламдар Урал тауҙарының яңынан-яңы һырттарын барлыҡҡа килтергән. Ҡатламдарҙың ҡыҫылыуынан күтәрелгән өлөштәре ер өҫтөндә һырттар булып ҡалҡҡан. Мәҫәлән, Елмерҙәк ҡатламы Елмерҙәк һырты булып күтәрелгән. Ҡағиҙә рәүешендә, һырттар көнбайыштан текә һәм көнсығыштан һөҙәк.
 
 
{{Яҡшы мәҡәлә|Башҡортостан}}
 
[[Категория:Башҡортостан рельефы]]
42 487

үҙгәртеү

Навигация