Вена — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
1 байт алынған ,  4 года назад
XII быуат уртаһында Вена Австрия герцогтары Бабенбергтарҙың резиденцияһы булып китә. 1155 йылда герцог Генрих II Бабенберг Ам — Хоф майҙанында йорт төҙөй. 1137—1147 йылдарҙа Изге Стефан соборы урынында (хәҙерге собор XIII—XV быуаттарҙа төҙөлгән) беренсе сиркәү төҙөлә. 1278 йылдан Вена — терәге династияһы [[Габсбургтар]] династияһының терәге. 1469 йылда император Фридрих III Папа Павел II Венала епископлыҡ ойоштороуына ирешә (1469 йылда Австрия дини яҡтан епископ Пассауға буйһона).
 
1529 йылда төрөктәр тарафынан Вена һөҙөмтәһеҙ ҡамала. Вена яҡлаусылары дошмандың сама менән 20 тапҡырға өҫтөнлөгөнә ҡарамаҫтан киҫкен рәүештә еңеүгә ирештеләр. Төрөк армияһының быға тиклем татымаған ауыр ҡыйратылыуынан һуң[[Ғосман империяһы]]ның ашығыусан экспанисияһына нөктә ҡуя. Быуат ярымваҡыт үткәс, 1683 йылда католик илдәрҙең союздаш илдәренең ғәсҡәрҙәре Вена диуарҙары аҫтында бынан да ҡыйратҡысыраҡ еңелеүгә дусар итә. Ошо еңелеүҙән һуң Ғосман империяһы яулап алыуға йүнәлтелгән походтарҙан бөтөнләйгә баш тарта һәм нәҡ ошо еңелеүҙән һуң уның емерелеүе башлана.
 
1679 йылда Венала разразилась тағун (чума) эпидемияһы ҡуба. 100 мең кешелек ҡала халҡының өстән бер өлөшкә кәмей. Ҡаланың үҙәгендә 1693 йылда эпидемиянан ҡотолоу иҫтәлегенә Чума колоннаһы (йәки Пестзойле) ҡалҡа, әммә 1713 йыл ауырыуҙың яңы тулҡынын алып килә. Изге Стефан соборы аҫтындағы катабомбаларҙа ғына эпидемияның 11000 ҡорбаны ерләнә. Был ваҡиға тураһында ҡала тарихында бөгөн Карлскирхеның мөһабәт бинаһы иҫкә төшөрә.
19 221

үҙгәртеү

Навигация