Бикҡолов Хөрмәт Талха улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎Биографияһы: clean up, replaced: == Тормошо == → == Биографияһы == using AWB
ә →‎top: clean up, replaced: {{Писатель → {{Яҙыусы, Изображение → Рәсеме, Описание изображения → Рәсем аңлатмаһы, Имя при рождении → Ты using AWB
1 юл: 1 юл:
{{Яҙыусы
{{Писатель
|Имя = Хөрмәт Талха улы Бикҡолов
|Исеме = Хөрмәт Талха улы Бикҡолов
|Изображение =
|Рәсеме =
|Рәсем аңлатмаһы =
|Описание изображения =
|Тыуған ваҡыттағы исеме =
|Имя при рождении =
|Дата рождения = 22.3.1927
|Тыуыу датаһы = 22.3.1927
|Место рождения = [[Башҡорт АССР-ы]], {{ТыуғанУрыны|Көйөргәҙе районы}}, [[Ҡалта]] ауылы
|Тыуған урыны = [[Башҡорт АССР-ы]], {{ТыуғанУрыны|Көйөргәҙе районы}}, [[Ҡалта]] ауылы
|Дата смерти = 4.8.1997
|Вафат булыу датаһы = 4.8.1997
|Место смерти = {{ВБУ|Өфө}}
|Вафат булған урыны = {{ВБУ|Өфө}}
|Гражданство = СССР, Россия
|Гражданлығы = СССР, Россия
|Эшмәкәрлек төрө =
|Род деятельности =
|Годы активности =
|Әүҙемлек йылдары =
|Направление = яҙыусы, {{тәржемәсе|СССР|Рәсәй|XX быуат}}
|Йүнәлеше = яҙыусы, {{тәржемәсе|СССР|Рәсәй|XX быуат}}
|Жанр = проза
|Жанр = проза
|Язык произведений = [[Башҡорт теле|башҡорт]]
|Әҫәрҙәренең телдәре = [[Башҡорт теле|башҡорт]]
|Викисклад =
|Викимилек =
|Викитека =
|Викикитапхана =
}}
}}
{{фамилиялаш|Бикҡолов}}
{{фамилиялаш|Бикҡолов}}

17:12, 20 май 2017 өлгөһө

Хөрмәт Талха улы Бикҡолов
Тыуған көнө:

22 март 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Көйөргәҙе районы, Ҡалта ауылы

Вафат булған көнө:

4 август 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (70 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Йүнәлеше:

яҙыусы, тәржемәсе

Жанр:

проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Хөрмәт Талха улы Бикҡолов (22 март 1927 — 4 август 1997) — яҙыусы, тәржемәсе, нәшерсе. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1980),Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987).

Биографияһы

Хөрмәт Талха улы Бикҡолов 1927 йылдың 22 мартында Башҡорт АССР-ы Көйөргәҙе районы Ҡалта ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. 1944 йылда Мораптал урта мәктәбен тамамлай.

1944—1954 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1954 йылда, хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Өфөлә «Ленинсы» гәзитендә тәржемәсе булып эш башлай, Башҡорт дәүләт педагогия институтының сит телдәр факультетына уҡырға инә.

Юғары уҡыу йортон тамамлағас, 1959—1966 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтендә — мөхәррир, шунан һуң бер йыл Башҡорт драма театрында — әҙәбиәт бүлеге мөдире.

1970 йылдан яңынан китап нәшриәтендә — мөхәррир.

1997 йылда Өфөлә вафат була.

Ижады

Хөрмәт Бикҡолов мәктәптә уҡығанда уҡ шиғырҙар яҙа башлай, тәүге шиғырҙары 1941 йылда ваҡытлы матбуғатта баҫыла. Шулай ҙа ул башҡорт әҙәбиәтендә яҙыусы-тәржемәсе булараҡ танылды. Урыҫ һәм инглиз телдәренән башҡортсаға бик күп әҫәрҙәр тәржемә итеп баҫтырҙы.

Х. Т. Бикҡолов иң тәүҙә Роберт Бернстың шиғырҙарын һәм поэмаларын инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итте һәм тәүге китабынан уҡ үҙен һәйбәт тәржемәсе итеп танытты.

Софоколдың «Антигона»һы, В. Шекспирҙың "Ике мөхәббәт"е, Ф. Гарсиа-Лорканың «Ҡанлы туй», Л. Толстойҙың «Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргәндә»һе, М. Горькийҙың "Һуңғылар"ы, И. Соболевтың «Үлем хөкөмө», Э. Золяның «Мираҫ көткәндә»һе". Х. Бикҡолов йәнә К. Чуковский, С. Маршак, Т. Шевченко, А. Прокофьев, М. Турсон-задә, В. Жуковский, П. Неруда, А. Барто шиғырҙарын да башҡортса яңғыратты. Ололар өсөн С. Смирновтың «Йөрәк һәм көндәлек», балалар өсөн А. Толстойҙың "Алтын асҡыс йәки Буратино мажаралары"н башҡортса сығарҙы.

Шулай уҡ Хөрмәт Бикҡолов «Йырҙар» китабының ете баҫмаһын әҙерләне.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • РСФСР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы.
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Сығанаҡтар

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.

Бикҡолов Хөрмәт Талха улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.