Баруди Ғәлимйән: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
8 юл: 8 юл:
|род деятельности = ғалим-дин белгесе, [[дин]] һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагог
|род деятельности = ғалим-дин белгесе, [[дин]] һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагог
|дата рождения = 17.02.1857
|дата рождения = 17.02.1857
|место рождения = [[Рәсәй империяһы]], [[Каҙан губернаһы]], Кесе Коваль ауылы
|место рождения = [[Рәсәй империяһы]], [[Ҡаҙан губернаһы]], Кесе Коваль ауылы
|гражданство =
|гражданство =
|подданство =
|подданство =

18:42, 30 май 2017 өлгөһө

Баруди Ғәлимйән
Тыуған көнө

17 февраль 1857({{padleft:1857|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы, Ҡаҙан губернаһы, Кесе Коваль ауылы

Вафат булған көнө

6 декабрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (64 йәш)

Вафат булған урыны

Мәскәү

Ил

 Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге

ғалим-дин белгесе, дин һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагог

 Баруди Ғәлимйән Викимилектә

Баруди Ғәлимйән (ысын фамилияһы Ғәлиев ; 1857 йыл 17 февраль, Рәсәй империяһы, Ҡаҙан губернаһы, Кесе Коваль ауылы, — 6 декабрь 1921) — Рәсәй татар ғалимы-дин белгесе, дин һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагог.

Биографияһы

Баруди Ғәлимйән сауҙагәр ғаиләһендә тыуған. Уға өс йәш тулғанда, ғаилә Ҡаҙанға күсенә. 1862 йылда Ҡаҙан мәҙрәсәһендә уҡырға һәм яҙырға өйрәнә. 1875 йылда үҙенең дини белемен дауам итеү өсөн Бохараға китә. 1882 йылда Ҡаҙанға ҡайта, унда Аҡ мәсеттә икенсе имам була. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хеҙмәте буйынса уңыш ҡаҙана, уҡыусылары һаны һиҙелерлек арта. Ошонан сығып Диниә 1883 йылда уға үҙенең мәҙрәсәһен асырға мөмкинлек бирә. Баруди быны шунда уҡ эшләй, яңы мәҙрәсәгә үҙенең атаһының исемен бирә — «Мөхәммәҙиә». Тиҙҙән уның мәҙрәсәһе Ҡаҙандың ҙур һәм абруйлы дини училищеһы булып китә. 1887 йылда Ғосман империяһына һәм Мысырға оҙайлы сәфәргә сыға.

1905 йылдан башлап Баруди үҙен тулыһынса педагогик эшмәкәрлеккә бағышлай, дәреслектәр яҙа, матбуғатта әүҙем баҫтырып сығара, үҙенең мәҙрәсәһендә уҡыу программаларын киңәйтә һәм камиллаштыра, ундағы уҡыусылар һаны һәм ул булдырған мосолман мәктәбенең абруйы тағы ла арта. 1906 йылда Баруди Ҡаҙанда баҫылған «ад-дин вә-ль-әҙәп» (урыҫса «Дин һәм әхлаҡ») журналына нигеҙ һала һәм уны етәкләй. 1908 йылда властар уны баҫтырыуҙы тыя. Шул уҡ йылда Баруди панисламизм ҡараштарын таратыуҙа ғәйепләнә һәм Вологда губернаһына ебәрелә. 1913 йылда һөргөндән әйләнеп ҡайта һәм яңынан үҙ журналын 1917 йылға тиклем баҫтырып сығарыуҙы тергеҙә.

Баруди дөйөм алғанда Рәсәй империяһында мосолмандар хәрәкәтенең әүҙем эшмәкәре була. Мәҫәлән, 1906 йылдың ғинуар, август айҙарында 2-се һәм 3-сө Рәсәй мосолмандары съезы эшендә ҡатнаша, мосолмандарҙың «Иттифаҡ әл-муслимин» ойошмаһы идараһы комитеты ағзаһы була. 1917 йылдың 1-2 майында Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй мосолмандары съезында Диниәнең күпселек тауышы менән мөфтөй итеп һайлана. Баруди 1921 йылда Мәскәүҙә вафат була, ғүмеренең һуңғы айҙарында Волга-Урал районының асығыусыларына ярҙам буйынса комитет эшендә әүҙем ҡатнаша.

Хәтер

Ҡаҙан ҡалаһының Мәскәү районында урам уның исемен йөрөтә.

Һылтанмалар