Зәкәт: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Ардах18 (фекер алышыу | өлөш) ҡалып |
Guram52 (фекер алышыу | өлөш) |
||
2 юл: | 2 юл: | ||
'''Зәҡәт''', [[Мосолмандар|мосолмандарға]] [[фарыз]] булған биш [[Ғәмәл|ғәмәлдең]] дүртенсеһе. Йылына бер тапҡыр һәр [[мөьмин]] мосолман мөлкәтенән фәҡирҙәр файҙаһына өлөш сығарырға — зәҡәт бирергә тейеш. |
'''Зәҡәт''', [[Мосолмандар|мосолмандарға]] [[фарыз]] булған биш [[Ғәмәл|ғәмәлдең]] дүртенсеһе. Йылына бер тапҡыр һәр [[мөьмин]] мосолман мөлкәтенән фәҡирҙәр файҙаһына өлөш сығарырға — зәҡәт бирергә тейеш. |
||
= |
= Зәкәт бирелә торған мөлкәт = |
||
* |
* Зәкәт бирелә торған мөлкәт булып, әйләнештә йәки йыйынтыҡта булған мөлкәт кенә һанала. Уларға аҡса, мал-тыуар, һатыу итеү тауарҙары инә; |
||
* Йорт-ҡаралты, эш ҡоралдары, һауыт-һаба, китаптар, һәм кешенең үҙ мәнфәғәтендә ҡулланған башҡа мөлкәттән |
* Йорт-ҡаралты, эш ҡоралдары, һауыт-һаба, китаптар, һәм кешенең үҙ мәнфәғәтендә ҡулланған башҡа мөлкәттән зәкәт бирелмәй. Шулай уҡ баҫыуҙарҙан, бесәнлектәрҙән, урмандарҙан зәкәт бирелмәй; |
||
* Бурысы булған кешегә, бурысынан артҡан мөлкәткә генә |
* Бурысы булған кешегә, бурысынан артҡан мөлкәткә генә зәкәт биреү фарыз; |
||
* Бурысҡа биргән кешегә, бурысын кире алыуға ышанысы булһа, был мөлкәттән |
* Бурысҡа биргән кешегә, бурысын кире алыуға ышанысы булһа, был мөлкәттән зәкәт биреү фарыз; |
||
* Аҡса булып [[алтын]], [[көмөш]], зинәтле әйберҙәр, [[Ҡағыҙ аҡса|ҡағыҙ]] һәм [[Тимер аҡса|тимер]] аҡсалар, аҡса көсөндә булған [[ҡиммәтле ҡағыҙҙар]] иҫәпләнә. |
* Аҡса булып [[алтын]], [[көмөш]], зинәтле әйберҙәр, [[Ҡағыҙ аҡса|ҡағыҙ]] һәм [[Тимер аҡса|тимер]] аҡсалар, аҡса көсөндә булған [[ҡиммәтле ҡағыҙҙар]] иҫәпләнә. |
||
* |
* Зәкәт бирелә торған мал-тыуарға [[ҡуй]], [[һарыҡ]], [[кәзә]], [[һыйыр]], [[дөйә]], [[ат]] кеүек йорт хайуандары инә. Шул уҡ ваҡытта был малдар әйләнешкә йәки йыйынтыҡҡа ниәтләнгән булырға тейеш. Йорт эшендә ҡулланылған малдан зәкәт бирелмәй. [[Ишәк]], [[болан]], [[ҡыр кәзәһе]] кеүек малдан зәҡәт бирелмәй; |
||
* Һатыу итеү өсөн тотолған мөлкәттең ниндәй икәненә ҡарамаҫтан |
* Һатыу итеү өсөн тотолған мөлкәттең ниндәй икәненә ҡарамаҫтан зәкәт бирелә. |
||
= Мөлкәттең зәҡәт өлөшө = |
= Мөлкәттең зәҡәт өлөшө = |
19:16, 20 июнь 2017 өлгөһө
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Зәҡәт, мосолмандарға фарыз булған биш ғәмәлдең дүртенсеһе. Йылына бер тапҡыр һәр мөьмин мосолман мөлкәтенән фәҡирҙәр файҙаһына өлөш сығарырға — зәҡәт бирергә тейеш.
Зәкәт бирелә торған мөлкәт
- Зәкәт бирелә торған мөлкәт булып, әйләнештә йәки йыйынтыҡта булған мөлкәт кенә һанала. Уларға аҡса, мал-тыуар, һатыу итеү тауарҙары инә;
- Йорт-ҡаралты, эш ҡоралдары, һауыт-һаба, китаптар, һәм кешенең үҙ мәнфәғәтендә ҡулланған башҡа мөлкәттән зәкәт бирелмәй. Шулай уҡ баҫыуҙарҙан, бесәнлектәрҙән, урмандарҙан зәкәт бирелмәй;
- Бурысы булған кешегә, бурысынан артҡан мөлкәткә генә зәкәт биреү фарыз;
- Бурысҡа биргән кешегә, бурысын кире алыуға ышанысы булһа, был мөлкәттән зәкәт биреү фарыз;
- Аҡса булып алтын, көмөш, зинәтле әйберҙәр, ҡағыҙ һәм тимер аҡсалар, аҡса көсөндә булған ҡиммәтле ҡағыҙҙар иҫәпләнә.
- Зәкәт бирелә торған мал-тыуарға ҡуй, һарыҡ, кәзә, һыйыр, дөйә, ат кеүек йорт хайуандары инә. Шул уҡ ваҡытта был малдар әйләнешкә йәки йыйынтыҡҡа ниәтләнгән булырға тейеш. Йорт эшендә ҡулланылған малдан зәкәт бирелмәй. Ишәк, болан, ҡыр кәзәһе кеүек малдан зәҡәт бирелмәй;
- Һатыу итеү өсөн тотолған мөлкәттең ниндәй икәненә ҡарамаҫтан зәкәт бирелә.
Мөлкәттең зәҡәт өлөшө
- Бер төр мөлкәттән зәҡәт биреү дөрөҫ булһын өсөн, был мөлкәттең иҫәп һаны тулы булырға тейеш. Иҫәп һаны тулы булмаған мөлкәттән зәҡәт бирелмәй;
- Зәҡәт бирелә торған мөлкәттең иҫәп һаны:
- алтын — 20 мыҫҡал;
- көмөш — 140 мыҫҡал;
- ҡуй, һарыҡ, кәзә — 40 баш;
- һыйыр — 30 баш;
- ат — 2 баш;
- һатыу итеү тауары көмөш иҫәбенә һалып иҫәпләнә.
- Иҫәп һаны тулы булған мөлкәттең ҡырыҡтан бер өлөше зәҡәт итеп бирелергә тейеш.
Яҙылып бөтмәгән
Зәҡәт бирелә торған кешеләр
- Ярлылар — уларҙың бер нимәһе лә юҡ, мохтаж кешеләр.
- Мөлкәтһеҙҙәр — был төркәм дә мохтаж кешеләр, тик уларҙың матди хәле тәүгеләренә ҡарағанда яҡшыраҡ.
- Имам тарафынан зәҡәт йыйыу өсөн тәғәйенләнгән кеше.
- Дин өсөн башҡа кешеләрҙең йөрәктәрен яулап алыу өсөн, тырышҡан кешеләргә.
- Ҡолдарҙы йәки әсирҙәрҙе иреккә сығарыу өсөн һатып алыусыға.
- Бурыслылар: а) шәриғәт ҡанундары буйынса рөхсәт ителгән әйберҙәрҙе алған өсөн(кейем, дауаланыу, йорттар төҙөүгә һәм башҡа сәбәптәр) б) башҡа кешеләр өсөн бурысҡа алған осраҡта.
- Йыһат өсөн һуғыш алып барған хәрбиҙәргә лә бирелә.Йәғни исламды үҫтереү өсөн.
- Юлсыларға — башҡа илдәрҙә тороп ҡалып, йәшәү саралары булмағандарға.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |