Зәкәт: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл: 1 юл:
{{Ислам}}
{{Ислам}}
'''зәкәт''', [[Мосолмандар|мосолмандарға]] [[фарыз]] булған биш [[Ғәмәл|ғәмәлдең]] дүртенсеһе. Йылына бер тапҡыр һәр [[мөьмин]] мосолман мөлкәтенән фәҡирҙәр файҙаһына мотлаҡ бирелә торған өлөш.
'''Зәкәт''', [[Мосолмандар|мосолмандарға]] [[фарыз]] булған биш [[Ғәмәл|ғәмәлдең]] дүртенсеһе. Йылына бер тапҡыр һәр [[мөьмин]] мосолман мөлкәтенән фәҡирҙәр файҙаһына мотлаҡ бирелә торған өлөш.


= Зәкәт бирелә торған мөлкәт =
= Зәкәт бирелә торған мөлкәт =
24 юл: 24 юл:
Яҙылып бөтмәгән
Яҙылып бөтмәгән


= зәкәт бирелә торған кешеләр =
= Зәкәт бирелә торған кешеләр =


# Ярлылар — уларҙың бер нимәһе лә юҡ, мохтаж кешеләр.
# Ярлылар — уларҙың бер нимәһе лә юҡ, мохтаж кешеләр.

19:23, 20 июнь 2017 өлгөһө

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Зәкәт, мосолмандарға фарыз булған биш ғәмәлдең дүртенсеһе. Йылына бер тапҡыр һәр мөьмин мосолман мөлкәтенән фәҡирҙәр файҙаһына мотлаҡ бирелә торған өлөш.

Зәкәт бирелә торған мөлкәт

  • Зәкәт бирелә торған мөлкәт булып, әйләнештә йәки йыйынтыҡта булған мөлкәт кенә һанала. Уларға аҡса, мал-тыуар, һатыу итеү тауарҙары инә;
  • Йорт-ҡаралты, эш ҡоралдары, һауыт-һаба, китаптар, һәм кешенең үҙ мәнфәғәтендә ҡулланған башҡа мөлкәттән зәкәт бирелмәй. Шулай уҡ баҫыуҙарҙан, бесәнлектәрҙән, урмандарҙан зәкәт бирелмәй;
  • Бурысы булған кешегә, бурысынан артҡан мөлкәткә генә зәкәт биреү фарыз;
  • Бурысҡа биргән кешегә, бурысын кире алыуға ышанысы булһа, был мөлкәттән зәкәт биреү фарыз;
  • Аҡса булып алтын, көмөш, зинәтле әйберҙәр, ҡағыҙ һәм тимер аҡсалар, аҡса көсөндә булған ҡиммәтле ҡағыҙҙар иҫәпләнә.
  • Зәкәт бирелә торған мал-тыуарға ҡуй, һарыҡ, кәзә, һыйыр, дөйә, ат кеүек йорт хайуандары инә. Шул уҡ ваҡытта был малдар әйләнешкә йәки йыйынтыҡҡа ниәтләнгән булырға тейеш. Йорт эшендә ҡулланылған малдан зәкәт бирелмәй. Ишәк, болан, ҡыр кәзәһе кеүек малдан зәкәт бирелмәй;
  • Һатыу итеү өсөн тотолған мөлкәттең ниндәй икәненә ҡарамаҫтан зәкәт бирелә.

Мөлкәттең зәкәт өлөшө

  • Бер төр мөлкәттән зәкәт биреү дөрөҫ булһын өсөн, был мөлкәттең иҫәп һаны тулы булырға тейеш. Иҫәп һаны тулы булмаған мөлкәттән зәкәт бирелмәй;
  • зәкәт бирелә торған мөлкәттең иҫәп һаны:
алтын — 20 мыҫҡал;
көмөш — 140 мыҫҡал;
ҡуй, һарыҡ, кәзә — 40 баш;
һыйыр — 30 баш;
ат — 2 баш;
һатыу итеү тауары көмөш иҫәбенә һалып иҫәпләнә.
  • Иҫәп һаны тулы булған мөлкәттең ҡырыҡтан бер өлөше зәкәт итеп бирелергә тейеш.

Яҙылып бөтмәгән

Зәкәт бирелә торған кешеләр

  1. Ярлылар — уларҙың бер нимәһе лә юҡ, мохтаж кешеләр.
  2. Мөлкәтһеҙҙәр — был төркәм дә мохтаж кешеләр, тик уларҙың матди хәле тәүгеләренә ҡарағанда яҡшыраҡ.
  3. Имам тарафынан зәкәт йыйыу өсөн тәғәйенләнгән кеше.
  4. Дин өсөн башҡа кешеләрҙең йөрәктәрен яулап алыу өсөн, тырышҡан кешеләргә.
  5. Ҡолдарҙы йәки әсирҙәрҙе иреккә сығарыу өсөн һатып алыусыға.
  6. Бурыслылар: а) шәриғәт ҡанундары буйынса рөхсәт ителгән әйберҙәрҙе алған өсөн(кейем, дауаланыу, йорттар төҙөүгә һәм башҡа сәбәптәр) б) башҡа кешеләр өсөн бурысҡа алған осраҡта.
  7. Йыһат өсөн һуғыш алып барған хәрбиҙәргә лә бирелә.Йәғни исламды үҫтереү өсөн.
  8. Юлсыларға — башҡа илдәрҙә тороп ҡалып, йәшәү саралары булмағандарға.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар