Бәхтейәров Рауил Ҡотдос улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
9 юл: 9 юл:
|род деятельности =
|род деятельности =
|дата рождения = 04.01.1926
|дата рождения = 04.01.1926
|место рождения = {{ТУ|Башҡорт АССР-ында}} [[Өфө кантоны]] (хәҙер [[Благовар районы]]) [[Ҡашҡалаша]] ауылы
|место рождения = {{ТУ|Башҡорт АССР-ы}} [[Өфө кантоны]] (хәҙер [[Благовар районы]]) [[Ҡашҡалаша]] ауылы
|гражданство = {{USSR}} →<br />{{RUS}}
|гражданство = {{USSR}} →<br />{{RUS}}
|подданство =
|подданство =

12:15, 11 июль 2017 өлгөһө

Бәхтейәров Рауил Ҡотдос улы
Файл:Bahtijarov.jpg
Тыуған көнө

4 ғинуар 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Өфө кантоны (хәҙер Благовар районы) Ҡашҡалаша ауылы

Вафат булған көнө

30 март 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (75 йәш)

Вафат булған урыны

Өфө

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1967
Ленин ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Бәхтейәров Рауил Ҡотдос улы (4 ғинуар 192630 март 2001) — «Нефтепроводмонтаж» тресының элекке слесарь-монтажсыһы һәм иретеп йәбештереүсеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советының туғыҙынсы саҡырылыш депутаты (1975—1980).

Биографияһы

Бәхтейәров Рауил Ҡотдос улы 1926 йылдың 4 ғинуарында БАССР-ҙың Өфө кантоны Ҡашҡалаша ауылында, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районында тыуған.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. 1943 йылдың ноябрендә Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла, Япония менән һуғышта ҡатнаша.

1950 йылдан 1988 йылға тиклем «Нефтепроводмонтаж» тресының 74-се төҙөлөш-монтаж идаралығында слесарь-монтажсы, слесарь-монтажсылар бригадиры, иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Һуңынан «Нефтепроводмонтаж» тресының иретеп йәбештереүселәр мәктәбендә производствоға өйрәтеү мастеры булып эшләй.

19611962 йылдарҙа Әлмәт ҡалаһы районында «Дуҫлыҡ» нефть үткәргесен төҙөүҙә, 1963 йылда — «Бохара—Урал» газ үткәргесенең беренсе сиратын, «Туймазы — Өфө» үткәргес торба төҙөүҙә һәм башҡаларҙа ҡатнаша.

Уның тарафынан 9000 тирәһе ялғау, йәки 30 км магистраль газ-нефть үткәргесе иретеп йәбештерелгән. Бәхтейәров 74-се төҙөлөш-монтаж идаралығында беренсе булып торбаларҙы аҫҡа һалмалы ҡулсаһыҙ иретеп йәбештереүҙе үҙләштерә.

«Дуҫлыҡ» нефть үткәргесен төҙөүҙә һәм ғәмәлгә индереүҙә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1967 йылдың 14 октябрендәге указы менән Бәхтейәров Рауил Ҡотдос улына Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1967—1968 йылдарҙа Афғанстанда газ торбаһы төҙөй.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советының туғыҙынсы саҡырылыш депутаты (1975—1980).

Бәхтейәров Рауил Ҡотдос улы 2001 йылдың 30 мартында вафат була[1]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1967).
  • Почет билдәһе ордены менән бүләкләнгән (1960).
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1980).

Әҙәбиәт

Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 1. А-Б. 2005. — 624 с.; ISBN 5-88185-053-X. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Шулай уҡ ҡара

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Сергей Каргапольцев. Равиль Кутдусович Бахтияров. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 8 июль 2016.