Кэри Грант: өлгөләр араһындағы айырма
Тутыйғош (фекер алышыу | өлөш) |
Тутыйғош (фекер алышыу | өлөш) Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
||
5 юл: | 5 юл: | ||
|изображение = Grant, Cary (Suspicion) 01.jpg |
|изображение = Grant, Cary (Suspicion) 01.jpg |
||
|ширина = 245px |
|ширина = 245px |
||
|описание изображения = <small> |
|описание изображения = <small>1941 йылдағы студия фотоһы</small> |
||
|имя при рождении = Арчибальд Лич |
|имя при рождении = Арчибальд Лич |
||
|дата рождения = 18.1.1904 |
|дата рождения = 18.1.1904 |
||
|место рождения = {{МестоРождения|Бристоль| |
|место рождения = {{МестоРождения|Бристоль| Бристолдә}}, [[Бөйөк Британия]] |
||
|дата смерти = 29.11.1986 |
|дата смерти = 29.11.1986 |
||
|место смерти = [[Давенпорт (Айова)|Давенпорт]], {{МестоСмерти|Айова}}, [[ |
|место смерти = [[Давенпорт (Айова)|Давенпорт]], {{МестоСмерти|Айова}}, [[АҠШ]] |
||
|профессия = {{актёр| |
|профессия = {{актёр|АҠШ|Бөйөк Британия}} |
||
|гражданство = {{USA}} |
|гражданство = {{USA}} |
||
|годы активности = 1932—1966 |
|годы активности = 1932—1966 |
||
|направление = |
|направление = |
||
|киностудия = |
|киностудия = |
||
|награды = |
|награды = Почётлы «[[Оскар (кинопремия)|Оскар]]» (1970) |
||
}}'''Кэри Грант''' ({{lang-en|Cary Grant}}; ысын исеме '''Арчибальд Александр Лич''' ({{lang-en|Archibald Alexander Leach}}); [[18 ғинуар]] [[1904 йыл|1904]], Бристоль — [[29 ноябрь]] [[1986 йыл|1986]], Давенпорт) — инглиз-американ актеры, «[[Оскар (кинопремия)|Оскар]]» премияһына ике тапҡыр номинант булған. |
}}'''Кэри Грант''' ({{lang-en|Cary Grant}}; ысын исеме '''Арчибальд Александр Лич''' ({{lang-en|Archibald Alexander Leach}}); [[18 ғинуар]] [[1904 йыл|1904]], Бристоль — [[29 ноябрь]] [[1986 йыл|1986]], Давенпорт) — инглиз-американ актеры, «[[Оскар (кинопремия)|Оскар]]» премияһына ике тапҡыр номинант булған. |
||
05:45, 16 июль 2017 өлгөһө
Был мәҡәләне әлеге ваҡытта ҡатнашыусы Тутыйғош мөхәррирләй. |
.
Кэри Грант | |
Cary Grant | |
| |
Исеме |
Арчибальд Лич |
---|---|
Тыуған көнө | |
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Гражданлығы | |
Һөнәре |
актёр |
Карьераһы |
1932—1966 |
Наградалары |
Почётлы «Оскар» (1970) |
IMDb | |
Кэри Грант Викимилектә | |
Кэри Грант (ингл. Cary Grant; ысын исеме Арчибальд Александр Лич (ингл. Archibald Alexander Leach); 18 ғинуар 1904, Бристоль — 29 ноябрь 1986, Давенпорт) — инглиз-американ актеры, «Оскар» премияһына ике тапҡыр номинант булған.
Грант бөтә ғүмере дауамында үҙгәрмәҫ тапҡырлыҡ, бошмаҫ һәм һалҡын ҡанлылыҡтың кәүҙәләнеше булып ҡалды. «Стилле кейенгән ир-егет» һәм «джентльмен» төшөнсәләре унан айырылғыһыҙ булды, ә Грант эйә булған бик көслө тәбиғи янғанлыҡ (загар) күҙ яуын алды. Уның ир-егеттәргә хас натураһына һәм иң сибәр ир статусына ҡарамаҫтан, Гранттың ғүмере буйы уның ике енеслелеге тураһында имеш-мимештәр тынманы.
Үҙенең иң билдәле ролдәрен бурлеск комедияларҙа (бигерәк тә һуғышҡа тиклемге) һәм олоғайған көндәрендә Альфред Хичкоктың фильмдарында уйнай. Америка кино сәнғәте институты уны тарихта, Хамфри Богарттан һуң, иң бөйөк актер тип таныны.
Биографияһы
Данға юлы
Грант инглиз ҡалаһы Бристоль ҡасабаһында тыуған, әммә уның бөтә кинокарьераһы Голливуд менән бәйле. Үҫмер саҡта ул күсеп йөрөгән акробаттар труппаһына ылығып китә, океан аръяғына сыға һәм бер тирә Бродвей мюзиклдарында сығыш яһап йөрөй. Тиҙҙән ул урта атлантик тип исемләнгән һәм йыш көлкө итеп күрһәтелгән үҙенсәлекле һөйләште үҙләштереп ала.
Актер 1932 йылда тәүге тапҡыр Голливудҡа эләккәс, «Paramount Pictures» компанияһы бостары уға «Грант Кэри» сәхнә псевдонимын уйлап табалар. Был исем Гэри Купер исеменең бигүк теүәл булмаған анаграммаһы була, бостары, күрәһең, йәш актерҙа Куперҙың потенциаль дәғүәсеһен күрәләр. Танылыу осраҡлы ғына килә — йондоҙ булып танылған Мэй Уэст уның һөйәркәһен «Ул уны алданы» (1933) һәм «Мин фәрештә түгел» (1934) фильмдарында нәҡ Грант уйнауын талап итә.
Кинокарьерыһының сәскә атыуы
1935 йылда Paramount компанияһы менән контракт срогы үтә һәм актер уны ҡабаттан таң ҡалырлыҡ шарттар менән төҙөй — ул конкурент булған компанияларҙың проекттарында ҡатнашыу һәм шулай итеп үҙе өсөн ролдәрҙе һайлау хоҡуҡтарын ала. Бындай бойондороҡһоҙлоҡ шул уҡ ваҡытта бер студия ла, «Оскар»ҙарҙы тапшырған саҡта, уның мәнфәғәттәрен яҡлауҙы кәрәк тип тапмай— шуға күрә ул бер ҡасан да был награданы «уйын» буйынса ала алмай. Ошо өҫтөнлөктәрҙән тыш, Грант, Джимми Стюарт һымаҡ, үҙе ҡатнашҡан фильмдарҙан йыйылған килемдән процент алыу хоҡуғын ала.
1930 йылдар аҙағында Грант уйнаған фильмдарҙың күпселеген комедиялар, дөрөҫөн әйткәндә, фарстар тәшкил итә. 1940 йылда ул үҙенең иң билдәле ролен «Филадельфия тарихы» фильмында, ә ике йылдан — иң яратҡан ролен «Яңғыҙ йөрәк кенә» фильмында уйнай. Шул уҡ осорҙа Альфред Хичкок менән хеҙмәттәшлеге башлана. Хичкок, Гранттан башҡа, бер актерҙы ла яратмауы һәм хөрмәт итмәүе тураһында аныҡ ҡына белдерә. Хичкокта уйнаған ролдәренән — «Шөбһә» (1941), «Алама дан» (1946), «Уғрыны тоторға» (1955), «Төньяҡҡа төньяҡ-көнбайыш аша» (1959) фильмдарын айырып атап була.
Аҙаҡҡы эштәре һәм вафаты
1960 йылдарҙа К. Грант Голливудтың иң юғары хаҡ түләнмәле актерҙарының береһе булып тора.
Ян Флеминг әйтеүенсә, Грант агент 007 прототиптарының береһе була, әммә, йәшенә һылтанып, ролде уйнарға ризалашмай: 1962 йылда экранға "бондиана"ның беренсе бүлеге сыҡҡан саҡта, Грантҡа 60 йәш тирәһе була.
Уның ҡатнашлығындағы аҙаҡҡы иң эре фильмдар араһында Одри Хепбёрн менән бергә уйнаған «Шарада» детективы (1963) һәм «Атлап бар, йүгереп түгел» олимпия комедияһының ремейкы (1966) булалар. Ошо фильмдар экранға сыҡҡандан һуң актер үҙенең кинокарьераһын тамамлауы тураһында белдерҙе.
1970 йылда Америка кино сәнғәте академияһы, һуңлап булһа ла, уға коллегалары исеменән "иҫ китерлек оҫталығы өсөн хөрмәт һәм рәхмәт йөҙөнән "почетлы «Оскар» тапшырҙы.
Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Грант FabergeFaberge[en] косметика компанияһының директорҙар советы ағзаһы булып китә һәм компанияға үҙ аҡсаһынан ҙур ғына өлөш индерә.
Һуңғы йылдарҙа Грант кеше менән аралашмайынса йәшәй, интервью ла бирмәй, тиерлек. Төрлөлөк өсөн ул Америка ҡалалары буйлап хушлашыу турын үткәрергә була. 1986 йылдың ноябрь аҙағында 82 йәшлек Грант Айова штатындағы Давенпорт ҡалаһына килә, бында уға урындағы телевидениела уның ҡатнашлығындағы картиналарҙан өҙөктәр күрһәтеп, 90 минутлыҡ "Кэри Грант менән һөйләшеү " программаһын бағышларға тейеш булалар. 29 ноябрҙә репетицияла актер үҙен һәйбәт тоя, әммә репетиция тамамланғас, насарая башлай. Кисекмәҫтән Изге Люк госпиталенә килтерелә һәм бында киң инсульттан 23:22 сәғәттә вафат була. Булған мөлкәтен Грант берҙән-бер ҡыҙына һәм аҙаҡҡы ҡатынына ҡалдырған.
Шәхси тормошо
Парадокс булып күренһә лә, ҡатын-ҡыҙҙар фекеренсә, Гранттың һөйкөмлөлөгө һәм популярлығы олоғайған һайын арта ғына бара. Кэри Грант биш тапҡыр өйләнә. Уның ҡатындары актрисалар Вирджиния Черрилл (1934—1935), Бетси Дрейк (1949—1962), Дайан Кэннон (Dyan Cannon, 1965—1966, был никахта Гранттың ҡыҙы Дженнифер тыуа), бөтә донъяға билдәле Барбара Хаттон (1942—1945) һәм Барбара Харис булалар.
Тәүге тапҡыр Грант актриса Вирджиния Черриллға өйләнә, уның менән Кэри бер йыл ғына йәшәй . Айырылышу процесында ҡатыны уны көсләүҙә ғәйепләй, киң мәғлүмәт саралары быны бик тиҙ эләктереп алалар. Грант оҙайлы депрессияға бирелә, хатта психоаналитикка мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Ошо инцидент сәбәпле актер ғүмеренең аҙағына тиклем наркотик препараттар, ниндәйҙер ваҡытта хатта ЛСД ла, ҡабул итә.
Гранттың иң ғауғалы никахы сәйер (эксцентрик) миллионерша Барбара Хаттон менән була. Эргә-тирәлә Грант Хаттонға байлығы өсөн өйләнгән тигән хәбәр булһа ла, Грант үҙе был имеш-мимештәрҙе инҡар итә:
Я знаю, что нас называли «Cash and Cary» [«Наличка» и Кэри, прозвище вдвойне обидное еще и потому, что в английском созвучно «cash and carry» — «заплати и уноси», как называют универмаги самообслуживания[1]], но я никогда не просил у Барбары ни пенни. Я женился не ради денег, слава Богу, это правда. Возможно, что когда я женился, то не руководствовался здравым смыслом, но деньги не играли здесь никакой роли. |
Айырылышҡандан һуң, Грант үҙе Хаттонға, мөмкин булғансы, финанс яҡтан ярҙам итергә тырыша.
Никахтарҙан башҡа, Грант үҙенең романдары менән билдәле булған. Мәҫәлән, «Йөҙөп йөрөгән йорт» фильмын төшөргән саҡта актер Софи Лоренға ҡарата мөхәббәт хистәрен кисерә, әммә Софи өҫтөнлөктө продюсер Понти Карлоға бирә.
Гранттың күп кенә никахтарына ҡарамаҫтан, Голливудта уның гомосексуаллеге, айырып әйткәндә, актер Рэндольф Скотт менән бәйләнештәре тураһында, хәбәрҙәр бер ҡасан да тынманы. Әммә 2011 йылда актерҙың ҡыҙы Дженнифер белдереүенсә, уның атаһы ир-аттар менән бер ҡасан да мауыҡмаған, Рэндольф Скотт менән мөнәсәбәттәре тураһында — бары тик уйҙырмалар. Грант, һәр ваҡыттағыса, һалҡын ҡанлылыҡ менән уның гомосексуаллеге тураһында матбуғат таратҡан имеш-мимештәргә яуап итеп: «Үҙемдең автобиографиямды яҙырға пландарым юҡ, был эште мин башҡаларға ҡалдырам. Улар минән гомосексуалист, нацист шпионы йәки тағы ла берәй кемде эшләрҙәренә шигем юҡ» — тигән.
Һайланма фильмографияһы
Йыл | Русса исеме | Төп телдә исеме | Роль | |
---|---|---|---|---|
1932 | ф | Белокурая Венера | Blonde Venus | Ник Таунсенд |
1933 | ф | Алиса в Стране чудес | Alice in Wonderland | Черепаха Квази |
1933 | ф | Она обошлась с ним нечестно | She Done Him Wrong | капитан Каммингс |
1936 | ф | Удивительные приключения | The Amazing Adventure | Эрнест Блисс |
1936 | ф | Свадебный подарок | Wedding Present | Чарли |
1937 | ф | Ужасная правда | The Awful Truth | Джерри Уорринер |
1937 | ф | Топпер | Topper | Джордж Керби |
1937 | ф | Любимец Нью-Йорка | The Toast of New York | The Toast of New York / Nicholas "Nick" Boyd |
1938 | ф | Праздник | Holiday | Джон «Джонни» Кэйс |
1938 | ф | Воспитание крошки | Bringing Up Baby | доктор Дэвид Хаксли |
1939 | ф | Ганга Дин | Gunga Din | сержант Арчибальд Каттер |
1939 | ф | Только у ангелов есть крылья | Only Angels Have Wings | Джефф Картер |
1940 | ф | Его девушка Пятница | His Girl Friday | Уолтер Бернс |
1940 | ф | Филадельфийская история | The Philadelphia Story | Декстер Хэвен |
1941 | ф | Подозрение | Suspicion | Джонни |
1941 | ф | Грошовая серенада | Penny Serenade | Роджер Адамс |
1942 | ф | Однажды в медовый месяц | Once Upon a Honeymoon | Патрик О’Тул |
1942 | ф | Весь город говорит | The Talk of the Town | Леопольд Дилг |
1944 | ф | Мышьяк и старые кружева | Arsenic and old Lace | Мортимер Брюстер |
1946 | ф | Дурная слава | Notorious | Т. Р. Дэвлин |
1947 | ф | Холостяк и девчонка | The Bachelor and The Bobby-Soxer | Дик |
1947 | ф | Жена епископа | The Bishop’s Wife | Дадли |
1948 | ф | Каждая девушка должна выйти замуж | Every Girl Should Be Married | доктор Мэдисон Браун |
1948 | ф | Мистер Блэндингз строит дом своей мечты | Mr. Blandings Builds His Dream House | Джим Блэндингз |
1949 | ф | Я был военной невестой | I Was a Male War Bride | капитан Анри Рошар |
1951 | ф | Что скажут люди | People Will Talk | доктор Ной Преториус |
1952 | ф | Мартышкин труд]] | Monkey Business | Барнаби Фултон |
1952 | ф | Есть место ещё для одного | Room for One More | Джордж Роуз |
1955 | ф | Поймать вора | To Catch A Thief | Джон «Кот» Роби |
1953 | ф | Идеальная жена | Dream wife | Clemson Reade |
1957 | ф | Незабываемый роман | An Affair to Remember | Никки Ферранте |
1957 | ф | Поцелуй их за меня | Kiss Them for Me | Лейтенант Энди Крюсон |
1957 | ф | Гордость и страсть | The Pride and the Passion | Энтони |
1958 | ф | Плавучий дом | Houseboat | адвокат - отец одиночка |
1958 | ф | Милый сэр | Indiscreet | Филип Адамс |
1959 | ф | К северу через северо-запад | North by Northwest | Роджер Торнхилл |
1959 | ф | Операция "Нижняя юбка" | Operation Petticoat | Командир Шерман |
1960 | ф | Трава зеленее | The Grass Is Greener | Виктор |
1962 | ф | Этот мех норки | That Touch of Mink | Филип Шейн |
1963 | ф | Шарада]] | Charade | Питер Джошуа |
1964 | ф | Папа Гусь | Father Goose | Уолтер Кристофер Иклэнд |
1966 | ф | Беги, а не иди | Run, Don't Walk | Сэр Уильям Ратлэнд |
Иҫкәрмәләр
- ↑ Пояснение «РИА Новости»
Һылтанмалар
- Викимилектә Кэри Грант темаһы буйынса медиафайлдар бар.