Балыҡтар: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
168 юл: 168 юл:
* {{книга|автор=Наумов С. П. |заглавие=Зоология позвоночных|место=М.|издательство=Просвещение|год=1982|страниц=464|ref=Наумов}}
* {{книга|автор=Наумов С. П. |заглавие=Зоология позвоночных|место=М.|издательство=Просвещение|год=1982|страниц=464|ref=Наумов}}
* Латюшин В. В. Хайуандар. Дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн дәреслек. — Өфө.: Китап. 2011. ISBN 978-5-295-05368-9
* Латюшин В. В. Хайуандар. Дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн дәреслек. — Өфө.: Китап. 2011. ISBN 978-5-295-05368-9
* Биология: Хайуандар: Урта мәктәптең 7—8-се кластары өсөн дәреслек / Б. Е. Быховский, Е. В. Козлова, А. С. Мончадский һ. б.; М. А. Козлов редакцияһында. — Яңынан эшләнгән 19-сы баҫманан тәржемә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. — Һүрәттәре менән 268 бит. ISBN 5-295-00538-0
* Биология: Хайуандар: Урта мәктәптең 7—8-се кластары өсөн дәреслек / Б. Е. Быховский, Е. В. Козлова, А. С. Мончадский һ. б.; М. А. Козлов редакцияһында. — Яңынан эшләнгән 19-сы баҫманан башҡортсаға тәржемә. Мырҙаҡаев Ф. С., Мырҙаҡаева Д. Ғ., — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. — Һүрәттәре менән 268 бит. ISBN 5-295-00538-0
Башҡортсаға тәржемә. Мырҙаҡаев Ф. С., Мырҙаҡаева Д. Ғ., 1990
* Лемеза Н. А., Камлюк Л. В., Лисов Н. Д. Биология в экзаменационных вопросах и ответах. (Лемеза Н. А., Комлюк А. В. Лисов Н. Д. — 10-е изд. — М.: Айрис-пресс, 2006 — 512с.: ил
* Лемеза Н. А., Камлюк Л. В., Лисов Н. Д. Биология в экзаменационных вопросах и ответах. (Лемеза Н. А., Комлюк А. В. Лисов Н. Д. — 10-е изд. — М.: Айрис-пресс, 2006 — 512с.: ил
* Под редакцией акдемика РАМН, профессора Ярыгина В. Н. Для поступающих в ВУЗы. Биология. (А. Г. Мустафин, Ф. К. Лажуева, Н. Г. Быстренина и др., Под ред. В. Н. Ярыгина. −7-е изд., стер. _ М.: Высш.шк., 2004. — 492с. Ил.
* Под редакцией акдемика РАМН, профессора Ярыгина В. Н. Для поступающих в ВУЗы. Биология. (А. Г. Мустафин, Ф. К. Лажуева, Н. Г. Быстренина и др., Под ред. В. Н. Ярыгина. −7-е изд., стер. _ М.: Высш.шк., 2004. — 492с. Ил.

03:52, 18 июль 2017 өлгөһө

Балыҡтар

Макропод (Macropodus opercularis)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Pisces

Классы

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
EOL  4656086

Балыҡтар (лат. Pisces) — хайуандар донъяһының айырым класы; айғолаҡ аша һыуҙа эрегән кислород менән һулыш алыусы умыртҡалыларҙың ҙур төркөмө[1]; йөҙгөстәр ярҙамында хәрәкәт итәләр. Һалҡын ҡанлы һыу хайуандары.

Балыҡтар тоҙло һәм сөсө һыуҙарҙа, тау шишмәләренән алып океан тәрәнлектәренә тиклем тереклек итә.

Балыҡтар һыу экосистемаһында аҙыҡ сылбыры булараҡ ҙур роль уйнай, шулай уҡ кеше өсөн аҙыҡ булып тора. Балыҡтарҙың ҙурлығы 7,9 мм-ҙан алып (Paedocypris progenetica[2]) 13,7 м-ға тиклем (кит акулаһы).

Донъяла 25 000—31 000 балыҡ төрө барлығы билдәле. Рәсәйҙә 3000 төрө тереклек итә[3], шул иҫәптән 280 сөсө һыу балығы.

Зоологияның балыҡтарҙы өйрәнә торған фәне ихтиология тип атала.

Төҙөлөшө, туҡланыуы, үрсеүе һәм йәшәү реүеше буйынса 2 класҡа: кимерсәклеләргә һәм һөйәклеләргә буленә.

Кимерсәкле балыҡтар

Күпселек кимерсәкле балыҡтар диңгеҙҙәрҙә йәшәй, айырым төрҙәре генә сөсө һыуҙа осрай.

Хәҙер йәшәгән кимерсәкле балыҡтарҙың төҙөлөшөндә ҡайһы бер боронғо билдәлер: кимерсәкле һөлдә; йөҙөү ҡыуығы юҡ; айғолаҡ ҡапҡастары юҡ, шуға ла, айғолаҡ тишектәре (5-7) тыштан күренеп тора; башының аҫҡы өлөшөндә урынлашҡан арҡыры ауыҙ тишеге һәм башҡалар һакланған.

Был төркөмгә акулалар һәм скаттар инә.

Һөйәкле балыҡтар

Балыҡтарҙың иң күп төркөмө. Океандарҙа, диңгеҙҙәрҙә, йылғаларҙа, күлдәрҙә, даими һәм вакытлыса булған һыу ятҡылыҡтарында тереклек итәләр. Хәҙерге балыктарҙың 96%-ын һөйәкле балыҡтар тәшкил итә. Уларҙың тән формаһы төрлөсә: оҙонса, түңәрәк һымаҡ, торпедо һымаҡ, япраҡ һымаҡ, йылан һымаҡ була.

Тән төҙөлөшө

Һөйәкле балыҡтарҙың тәңкәләре

Һөйәкле балыҡтар класы, нур ҡанатлылар ярым-класы вәкилдәренең тышҡы ҡиәфәте бик төрлө, ләкин барыһының да уртаҡ билдәләре бар. Уларҙың тәне ян-яҡтан ҡыҫылған һәм баш, кәүҙә, ҡойрок өлөштәренә бүленә. Балыҡтар, береһе өҫтөнә береһе ятҡан, һөйәк пластинкалар (тәңкәләр) менән ҡапланған. Тәңкәләр ярым үтә күренмәле, ҡырыйы шыма йәки тешле була. Тәңкәләр тиренән (дермадан) барлыҡҡа килә. Тәңкә япманың өҫтө лайла менән ҡапланған.

Балыҡтың һөлдәһе тулыһынса тейерлек һөйәктәрҙән тора. Умыртҡалыҡ һөйәк умыртҡаларҙан төҙөлгән һәм кәүҙә, ҡойроҡ өлөштәренә бүленә. Умыртҡаларҙың үҫентеләре — өҫкө һәм аҫҡы дуғалары була. Кәүҙә өлөшөндә өҫкө дуғалар ҡушылып арҡа мейе каналын барлыҡҡа килтерә. Тән ҡыуышлығын өҫтән һәм йән-яҡтан ҡабырғалар сикләй. Баш һөйәгенең күп өлөшө — һөйәк, ул мейе тартмаһынан, ҡаҙналык һөйәктәренән, һаңаҡ йәйәләренән һәм һаңаҡ ҡапкасынан тора. Парлы күкрәк һәм ҡорһаҡ йөҙгөстәре бик күп ваҡ һөйәктәрҙән яһалған.

Мускулдары һөйәктәргә беркетелгән. Иң көслө мускулдар кәүҙәһенең арҡа яғында һәм ҡойроҡ бүлегендә була. Кәүҙә мускулатураһы тоташтырғыс туҡыманан торған бүлгеләр менән сегменттарға бүлгәләнгән.

Башында һәм йөҙгөстәре янында яңаҡтарҙы, айғолаҡ ҡапҡастарын һәм йөҙгөстәрҙе хәрәкәткә килтерә торған мускулдар урынлашҡан.

Нервылар системаһы

Балыҡтарҙың нерв системаһы баш һәм арҡа мейеһенән, уларҙан китеүсе нервыларҙан тора. Баш мейеһе мейе ҡумтаһында урынлашҡан һәм биш бүлектән тора: алғы мейе, аралыҡ мейе, урта мейе, оҙонса мейе һәм кесе мейе.

Кесе мейе хәрәкәт координацияһы өсөн яуап бирә. Һыу мөхитендә тигеҙлекте һаҡлау зарурлығына һәм хәрәкәт ҡатмарлылығына бәйле, кесе мейенең ныҡ ҡына үҫешкән.

Оҙонса мейе арҡа мейеһенә күсә. Ул умыртҡаларҙың өҫкө йәйәләре барлыҡҡа килтергән тишектәрҙән яһалған умыртҡалыҡ каналы эсенән оҙон аҡ таж булып һуҙылған. Күп һанлы нервтар баш һәм арка мейеһен балыҡтың төрло органдары менән бәйләнештә тота.

Балыҡтарҙың үҙ-үҙҙәрен тотоуында шартһыҙ һәм шартлы рефлекстар күҙәтелә.

Һиҙеү ағзалары

Һиҙеү ағзалары күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү һәм һиҙеү ағзаларынан тора. Күҙҙәр баштың ике яғында урынлашҡан һәм яҡындағы предметтарҙы яҡшы күрергә яраҡлашҡан. Ишетеү ағзаһы эске ҡолаҡтан, йәғни, баш һөйәктең артҡы өлөшөндә урынлашҡан лабиринттан ғибәрәт.

Еҫ һиҙеү ағзаһы томшоғоноң осонда урынлашҡан танау тишектәренән ғибәрәт. Танау тишектәренең төбө йомоҡ һәм стенкаларында нервылар остары бар. Балыҡтар һыуҙа төрлө еҫтәрҙе һиҙәләр.

Тәм ағзалары ауыҙ ҡыуышлығында, тиреһендә, хатта ҡойроғанда ла бар. Балыҡтар әсе, татлы, тоҙло тәмдәрҙе айыра. Ауыҙ эргәһендә мыйыҡтары булған балыҡтар (мәҫәлән, йәйеләр һәм шамбылар) аҙыҡҡа ҡағылмайынса ла аҙыҡтың тәмен беләләр.

Тәм тойоу ағзалары хеҙмәтен тәм төйөрсөктәре үтәй. Улар нерв остары менән сорналған күҙәнәктәр төркөмөнән тора. Тәм төйөрсөктәре ауыҙ ҡыуышлығында ғына түгел, бәлки, тәндең күп кенә өлөштәрендә тиренең тышҡы ҡатлауында ла урынлашҡан. Күреү органдары — яҫы мөгөҙҡатлау менән түңәрәк хрусталиктан торған күҙҙәр. Ишетеү анализаторы — баш һөйәгендә урынлашҡан эске ҡолаҡ ҡына; ҡолаҡ япрағы һәм ишетеү юлы юҡ.

Балыҡтарға һыуҙың хәрәкәтен тойоусы, үҙенә бер төрлө һиҙеү органы — ян һыҙыҡ булыу хас. Ул ҡабырғала һәйбәт күренә һәм тәндең алғы осонан артҡы осона тиклем дауам итә. Ҙурайтып ҡарағанда, ян һыҙығы теҙелеп киткән күп һандағы тишектәрҙән тороуын күреп була. Улар барыһы ла эс яҡтан тотош бер ҡаналға асылалар. Уның эсе һиҙгер күҙәнәктәрҙән тора.

Ян һыҙығы — ағымдың йүнәлешен һәм тиҙлеген ҡабул итеүсе үҙенсәлекле ағза. Һыу ағымы, һиҙгер эпителийҙың теге йәки был нөктәһен тынысһыҙлап, балыҡҡа ориентлашырға, хатта яҡынлашыусы дошманын һиҙергә лә мөмкинлек бирә. Болғансыҡ һыулыҡтарҙа, тәндең пространстволағы торошон билдәләү өсөн, ян һыҙыҡ органдары күҙгә һәм башҡа һиҙеү органдарына ҡарағанда йыш ҡына кәрәклерәк тә була.

Ҡан тамырҙары системаһы

Ҡан тамырҙары системаһы йомоҡ. Ул йөрәк һәм бер ҡан әйләнеше түңәрәгенән тора. Йөрәге тәндең алғы өлөшөндә урынлашкан. Ике камералы: йөрәк алды һәм ҡарынсыҡтан тора.

Ҡан ҡарынсыҡтан ҡорһаҡ аортаһына керә. Аорта артерияларға бүленә. Улар буйлап ҡан айғолаҡтарға килә.

Айғолаҡтарҙа артериялар күп һанлы ваҡ ҡан тамырҙарына — капиллярҙарға тармаҡлана. Айғолаҡ капиллярҙарындағы ҡан, углекислый газдан арынып, кислородҡа байый һәм был ҡан, арҡа артерияһына йыйылып, тәндең бөтә органдарына, шулай уҡ мускулдарына китә.

Бирелә ҡуйы капиллярҙар селтәре аша ҡандағы кислород һәм туклыҡлы мәтдәләр — туҡымаларға, ә уларҙан углекислый газ һәм тереклек эшсәнлегенең башҡа продукттары ҡанға күсә.

Туҡымаларҙан ҡан йөрәккә барыусы тамырҙарға — веналарға йыйыла һәм улар буйлап йөрәк алдына килеп керә.

Һулыш системаһы

Һулыш алыу ағзаһы — айғолаҡтар. Улар баштың ике яғында урынлашкан һәм айғолаҡ ҡапҡастары менән ҡапланған.

Айғолаҡтар һыу һәм организмдың ҡан тамырҙары системаһы араһында газ алмашыныуҙы башҡара.

Һулыш алыу процессы айғолаҡтарҙы йыуыусы һыу хәрәкәте арҡаһында башҡарыла. Айғолаҡ ҡапҡастары һәм ауыҙ ҡыуышлығы һыуҙы ауыҙ ҡыуышлығына һүрып ала һәм этеп сығара.

Аш һеңдереү системаһы

Балыҡтарҙың күпселек төрҙәренең ауыҙ ҡыуышлығында күп һанлы конус һымаҡ тештәр була. Ауыҙ ҡыуышлығы менән ҡыҫҡа үңәскә илтеүсе йотҡолоҡ араһында сик беленмәй.

Ашҡаҙаны төрлө формала һәм төрлө ҙурлыҡта була, ҡайһы бер төрҙәренең ашҡаҙаны зәғиф үҫкән.

Тәрән һыуҙарҙа тереклек итеүсе йыртҡыс балыҡтарҙың ашҡаҙаны һуҙылыусан. Улар үҙҙәренән ҙурыраҡ табышты тулайым йота ала. Был — оҙаҡ ас торорға яйлашыу, сөнки бик тәрәндә табыш һирәк эләгә. Шуның өсөн, уларҙың ҡорбанын йәлеп итеү өсөн яҡтыртҡыстары була.

Эсәклектең нәҡ башланған урынында аш ҡайнатыу өҫлөгөн арттырыусы һуҡыр үҫентеләр була. Бауырҙа эшләнгән үт шыйыҡсаһы үт ҡыуығына йыйыла, һуңынан эсәктең алғы бүлегенә керә. Ашҡаҙаны аҫты биҙҙәренең юлдары эсәклектең башланғыс бүлегенә асыла.

Йөҙөү ҡыуығы

Күпселек һөйәкле балыҡтарҙың һауа тулған йөҙөү ҡыуығы була. Ул аш ҡайнатыу көпшәһенең арҡа яғы үҫентеһе кеүек үҫеш ала. Һуңырак күп кенә төрҙәрендә йөҙөү ҡыуығы үңәс менән бәйләнешен юғалта, ләкин ҡайһы берҙәрендә бәйләнеш ғүмөр буйына һаҡлана.

Йөҙөү ҡыуығы, нигеҙҙә, гидростатик функцияны үтәй, йәғни, вертикаль яҫылыҡта балыҡтың ирекле хәрәкәтен тәэмин итә.

Уның стенаһы капиллярҙар селтәре менән яҡшы тәьмин ителгән. Бик тиҙ тәрәнгә төшкәндә, балыҡ тәненә баҫым кинәт арта, һәм һауа ҡыуыҡтан ҡанға күсә. Нәтижәлә балыҡтың сағыштырма ауырлығы арта, был уның сумыуына булышлыҡ итә.

Өҫкә йөҙөп сыҡҡанда, киреһенсә, һыуҙың баҫымы һәм газдарҙың ҡанда эреүсәнлеге кәмей һәм газ ҡан тамырҙарынан һауа ҡыуығына сыға.

Бүлеп сығарыу системаһы

Бүлеп сығарыу системаһы оҙон таҫма һымаҡ бөйөрҙәрҙән тора. Улар умыртҡалыҡтың ике яғында йөҙөү ҡыуығы өҫтөндә ята.

Бөйөрҙәрҙең эске ҡырыйынан һейҙек юлдары һузылған, улар бер каналға тоташып, аналь асыҡлыҡ артында, енес юлынан айырым, тышҡа асыла. Ҡайһы бер төрҙәрендә һейҙек ҡыуығы ла була.

Үрсеү органдары

Үрсеү органдары айырым каналдар менән енес юлы булып тышҡа асыла. Күкәй күҙәнәктәр (ыуылдыҡтар) ваҡ, йоҡа ҡойҡа һымаҡ тышсалы; балыҡтарҙа, ҡағиҙә булараҡ, тышҡы аталаныу.

Дөйөм ҡылыҡһырлама

  • Балыҡтар — һалҡын ҡанлы һыу умыртҡалылары.
  • Уларҙың тәне өс бүлектән: баштан, кәүҙәнән һәм ҡойроҡтан тора.
  • Тәндәренең формаһы балыҡтың ҡайҙа йәшәүенә һәм биология үҙенсәлектәренә бәйле.
  • Күпселек балыҡтарҙың тәне лайла һәм тәңкә менән ҡапланған.
  • Балыҡтар йөҙгөстәре менән ишеп хәрәкәт итә. Төп хәрәкәт итеү ағзаһы һәм руль булып ҡойроҡ йөҙгөсө тора.
  • Күпселегендә гидростатик ағза- йөҙөү ҡыуығы үҫешкән.
  • Йышыраҡ балыҡтар, бигерәк тә аҙ хәрәкәтләнеүсән балыҡтар, һаҡланыу, маскировкалау төҫөндә була.
  • Улар айғолаҡтары ярҙамында һыуҙа эрегән кислород менән һулыш ала.
  • Йөрәктәре ике камералы.
  • Ҡан әйләнеше түңәрәге берәү.
  • Бүлеп сығарыу ағзалары — бөйөрҙәр.
  • Баш мейеһе 5 бүлектән тора.
  • һиҙеү ағзалары үҫешкән: күреү ағзалары — күҙҙәр, еҫ һиҙеү ағзалары — танау тишектәре һәм еҫ һиҙеү тоҡсайҙары, ишетеү ағзалары — эске ҡолаҡ һәм тулҡынлы тибрәлештәрҙе ҡабул итеүсе ян һыҙат ағзалары.
  • Күпселек балыҡтарҙа аталаныу организмдан ситтә бара, ыуылдырыҡтарын һыуға сәсәләр (һирәк балыҡтар тере селбәрә тыуҙыра).
  • Ыуылдырыҡтарының һаны бер нисә дананан алып миллиондарға етә һәм уның һаҡланыу кимәленә, өлкән балыҡтарҙың нәҫелде һаҡлау тураһында нисек хәстәрлек күреүенә бәйле.

Балыҡтарҙың тәбиғәттәге роле уларҙың һыу организмдарының туҡланыу сынйырына инеүе менән билдәләнә.

Ҡыҙыҡлы факттар

Балыҡтар һыу ағымына ҡаршы йөҙгәндә, тыныс һыуҙа йөҙөүгә ҡарағанда аҙыраҡ көс сарыф итә. Был күренеш балыҡтарҙың һыу әйләнмәләрен яҡшы һиҙемләү һәм уларҙы ҡуллана белеү менән аңлатыла. Шундай уҡ ысул менән паруслы яхта елгә ҡаршы йөҙә.[4]

Иҫкәрмәләр

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  2. World’s smallest fish — Natural History Museum
  3. Высшие таксоны животных: данные о числе видов для России и всего мира (А. В. Неелов, 1995)
  4. Ҡыҙыҡлы факттар

Әҙәбиәт

  • Жизнь животных. Энциклопедия в шести томах. Том 4. Часть первая. (Рыбы). Общая редакция члена-корреспондента АН СССР профессора Л. А. Зенкевича. М. Просвещение, 1971. 656 стр.
  • Павлов Д. А. Морфологическая изменчивость в раннем онтогенезе костистых рыб — М.: ГЕОС, 2007. — 262 с.
  • Павлов Д. С., Лупандин А. И., Костин В. В. Механизмы покатной миграции молоди речных рыб — М.: Наука, 2007. — 212 с.
  • Попов П. А. Рыбы Сибири: распространение, экология, вылов — Новосибирск, 2007. — 525 с.
  • Баклашова Т. А. Ихтиология — М.: Пищевая пром-сть, 1980. — 324 с.
  • Наумов С. П.  Зоология позвоночных. — М.: Просвещение, 1982. — 464 с.
  • Латюшин В. В. Хайуандар. Дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн дәреслек. — Өфө.: Китап. 2011. ISBN 978-5-295-05368-9
  • Биология: Хайуандар: Урта мәктәптең 7—8-се кластары өсөн дәреслек / Б. Е. Быховский, Е. В. Козлова, А. С. Мончадский һ. б.; М. А. Козлов редакцияһында. — Яңынан эшләнгән 19-сы баҫманан башҡортсаға тәржемә. Мырҙаҡаев Ф. С., Мырҙаҡаева Д. Ғ., — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. — Һүрәттәре менән 268 бит. ISBN 5-295-00538-0
  • Лемеза Н. А., Камлюк Л. В., Лисов Н. Д. Биология в экзаменационных вопросах и ответах. (Лемеза Н. А., Комлюк А. В. Лисов Н. Д. — 10-е изд. — М.: Айрис-пресс, 2006 — 512с.: ил
  • Под редакцией акдемика РАМН, профессора Ярыгина В. Н. Для поступающих в ВУЗы. Биология. (А. Г. Мустафин, Ф. К. Лажуева, Н. Г. Быстренина и др., Под ред. В. Н. Ярыгина. −7-е изд., стер. _ М.: Высш.шк., 2004. — 492с. Ил.
  • Чебышев Н. В., Кузнецов С. В., Зайчикова С. Г. Поступающим в ВУЗы. Биология (Чебышев Н. В. — Биология. Пособие для поступающих в ВУЗы. Том I.- М.:ООО"Издатель ОНИКС", 1999.-448с.
  • Богданова Т. Л. Биология. Задания и упражнения. Пособие для поступающих в ВУЗы. (Богданова Т. Л. — 2-е издание, переработанное и дополненное. — М.: Высшая школа, 1991.350с.:ил.

Һылтамалар