Ғафаров Фидан Сафа улы: өлгөләр араһындағы айырма
ә →Биографияһы: clean up, replaced: == Тормошо == → == Биографияһы == using AWB |
Айсар (фекер алышыу | өлөш) викилаштырыу, күренеште төҙәтеү |
||
6 юл: | 6 юл: | ||
|Полное имя = Фидан Сафа улы Ғафаров |
|Полное имя = Фидан Сафа улы Ғафаров |
||
|Дата рождения = 12.10.1947 |
|Дата рождения = 12.10.1947 |
||
|Место рождения = [[ |
|Место рождения = [[Башҡорт АССР-ы]] {{ТыуғанУрыны|Дүртөйлө районы}} [[Яңы Уртай]] ауылы |
||
|Дата смерти = |
|Дата смерти = |
||
|Место смерти = |
|Место смерти = |
||
24 юл: | 24 юл: | ||
== Биографияһы == |
== Биографияһы == |
||
Ғафаров Фидан Сафа улы 1947 йылдың 12 октябрендә [[ |
Ғафаров Фидан Сафа улы 1947 йылдың 12 октябрендә [[Башҡорт АССР-ы]]ның [[Дүртөйлө районы]] [[Яңы Уртай]] ауылында тыуған. Ошо ауылда 7 синыфты тамамлағас, 14 йәшендә [[Өфө сәнғәт училищеһы]]на уҡырға килә. 1966 йылда училищены тамамлағас, [[Башҡорт дәүләт академия драма театры]]на эшкә килә. Театрҙа ниндәй генә роль уйнамаһын, үҙен һәр саҡ талантлы сәхнә өҫтаһы итеп күрһәтә. |
||
== Репертуары == |
== Репертуары == |
10:00, 25 июль 2017 өлгөһө
Фидан Ғафаров Фидан Сафа улы Ғафаров | |||
Төп мәғлүмәт | |||
---|---|---|---|
Тулы исеме |
Фидан Сафа улы Ғафаров | ||
Тыуған |
12 октябрь 1947 (76 йәш) | ||
Тыуған урыны | |||
Ил | |||
Һөнәрҙәре |
актёр | ||
Йырлау тауышы |
тенор | ||
Наградалар |
| ||
Фидан Сафа улы Ғафаров (12 октябрь 1947) — башҡорт театр актёры, Башҡортостандың, Татарстандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1981).
Биографияһы
Ғафаров Фидан Сафа улы 1947 йылдың 12 октябрендә Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылында тыуған. Ошо ауылда 7 синыфты тамамлағас, 14 йәшендә Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға килә. 1966 йылда училищены тамамлағас, Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килә. Театрҙа ниндәй генә роль уйнамаһын, үҙен һәр саҡ талантлы сәхнә өҫтаһы итеп күрһәтә.
Репертуары
Театр сәхнәһендә Ә. Атнабаевтың «Мөхәббәт тураһында йыр» драмаһында Илһам, У. Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта» трагедияһында (Ш. М. Мортазина ҡуйылышы) Ромео ролдәре менән сығыш яһай башлаз. Ф. Ғафаров репертуары төрлө жанрлы драма әҫәрҙәрендәге киң темаларға ҡағылған 100-ҙән ашыу ролде үҙ эсенә ала.
Ул башҡарған төп ролдәр: Хәлил (М. Фәйзи «Ғәлиәбаныу»), Искәндәр (Ғ. Ҡотой «Тапшырылмаған хаттар»), Камил (И. Абдуллин «Айһылыуҙың айлы кистәре»), Зөлҡәрнәй (И. Абдуллин «Тиле йәшлек»), Ғәлимйән (Х. Ибраһимов «Башмағым»), Ричард Галин (М. Кәрим «Айгөл иле»), Уҡап (М. Кәрим «Салауат. Өн аралаш төн»), Эрап (М. Кәрим «Ташлама утты, Прометей!»), Мәрәһим (М. Кәрим «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар»), Ҡотләхмәт (М. Кәрим «Ҡыҙ урлау»), Зубков (М. Кәрим «Ярлыҡау»), Һалдат (Ә. Мирзаһитов «Әсәләр көтәләр улдарын»), Булат (К. Тинчурин «Зәңгәр шәл») һ.б.
Талантының тәбиғилеге, лирик хисле булыуы, күңел кисерештәрен нескә асып биреү һәләте менән актер башҡаларҙан айырылып тора. Моңло тауышы тамашасыны әсир итә. 1991 йылда ул үҙенең "Фидан Ғафаров театры"н ойоштора.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Фидан Ғафаров РСФСР-ҙың (1984), БАССР-ҙың (1980) һәм Татарстандың (1994) халыҡ артисы, БАССР-ҙың атҡаҙанған (1972) артисы, Республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981).
Сығанаҡтар
Ғафаров Фидан Сафа улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 12 октябрҙә тыуғандар
- 1947 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Дүртөйлө районында тыуғандар
- РСФСР-ҙың халыҡ артистары
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артистары
- Татарстандың халыҡ артистары
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары
- Алфавит буйынса музыканттар
- Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаусылар
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт академия драма театры
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артистары