Көнсығыш фронтының контрһөжүме — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
ә
Бот ярҙамында мәғәнә айырыу: Ағиҙел - һылтанма(лар) үҙгәртелде: Ағиҙел (йылға)
ә (clean up, replaced: мөмкинселек → мөмкинлек (3) using AWB)
ә (Бот ярҙамында мәғәнә айырыу: Ағиҙел - һылтанма(лар) үҙгәртелде: Ағиҙел (йылға))
Көнсығыш фронтының яңы командующийы А. А. Самойло 5-се армияны ҡыҙыл армияларҙың Төньяҡ төркөмөнә ярҙам итеү өсөн ҡулланырға ҡарар итә. 10 майҙа 5-се армия Көнсығыш фронтының командованиеһы ҡарамағына күсә һәм уға Бөгөлмәне алғандан һуң үҙенең фронтын төньяҡ-ҡөнсығыш йүнлешендә бойорола. Артабан ул 2-се армияға ярҙам итер өсөн юлланырға тейеш ине.
 
17 майҙа Самойло 5-се армияның тп көстәренең төньяҡҡа киҫкен боролоуын билдәләгән яңы директива бирә; шул уҡ ваҡытта һөжүмгә 2-се һәм 3-се армиялар күсергә тейеш була. Әммә [[Бәләбәй]] районындағы ҡаршылыҡ төйөнө әле юҡҡа сығарылмаған булыу сәбәпле, Фрунзе ҡарамағына 5-се армия составынан 25-се һәм 2-се уҡсылар дивизиялары бирелә. 25-се дивизия алдына Бәләбәйҙе төньяҡтан урап алыу бурысы ҡуйыла, 1-се һәм Төркөстан армиялары Фрунзе планы буйынса эш итәләр. Аҡтар уратып алыу хәүефенән ҡасып, 17 майҙа Бәләбәйҙе ташлап сығалар һәм тәртипһеҙ рәүештә [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел]] аръяғына Өфөгә табан сигенәләр. Самойло дошмандың ҡыйратылыу масштабтарын дөрөҫ баһаламай һәм Көнсығыш төркөмө армияларының аҡтарҙы эҙәрләүен туҡтата. Фрунзе был ҡарар менән риза булмай һәм 19 майҙа Самойло эҙәрлекләү тураһында директива сығара.
 
Бәләбәй операцияһының уңышлы тамамланыуы ҡыҙыл армияларының Көньяҡ төркөмөнә яңы һулыш бирә һәм [[Ырымбур]] һәм [[Урал]] өлкәләрендә һуғышҡан ғәскәрҙәрен көсәйтергә мөмкинлек бирә.
 
=== [[Өфө операцияһы]] ===
Бөгөлмә — Бәләбәй операцияһы тамамланғандан һуң Көнсығыш фронтының командованиеһы Көньяҡ төркөмө алдына яңы бурыс ҡуя: дошманды эҙәрлеүен дауам итеү менән бер рәттән [[Өфө]] — [[Стәрлетамаҡ]] (Стәрлетамаҡты 28 майҙа 1-се армия атлы ғәскәре баҫып ала) районын яулап алырға, Ырымбур һәм Урал өлкәләрендәге ихтилалдарҙы баҫтырырға һәм ныҡлап ошо райондарҙы еңеп алырға. Көньяҡ төркөмө командованиеһына 5-се армияһы ярҙам итергә тейеш була. Ошо бурысты тормошҡа ашырыу өсөн Көньяҡ төркөмө командованиеһы төньяҡтан 5-се армияһының һәм көньяҡтан Төркөстан һәм 1-се армиялары көстәре менән дошманды ҡыҫымға алыуҙы планлаштырыла. Аҡтар шул уҡ ваҡытта 6 пехота полктарының удар көсөн Өфөнән аҫтараҡ [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел]] йылғаһы инешендә туплай, улар үҙ сиратында Төркөстан армияһы флангтарын ҡыҫымға алырға ниәтләй.
 
25 майҙа ҡыҙыл ғәскәрҙәренең Көньяҡ төркөмө 28 майҙан башлап дөйөм һөжүмгә күсеү тураһында бойороҡ ала. Ошо тотҡарлау аҡтарға көс йыйырға мөмкинлек бирә. 28 майҙа аҡтарҙың удар төркөмө Ағиҙел йылғаһы аша сыға, әммә 29 майҙа ҡыҙылдарҙың 5-се армияһы тарафынан ҡыйратыла. Командование директиваларын үтәп, 5-се армия 30 майҙа Ағиҙел йылғаһы аша сыға һәм [[Бөрө]] ҡалаһын яулай һәм 2-се ҡыҙыл армияһы фронтының ваҡиғалар барышына йоғонто яһай.
221

үҙгәртеү

Навигация