Бактериялар — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
ә (→‎Шулай уҡ ҡарағыҙ: clean up, removed: {{| (9) using AWB)
 
Акһым синтезы [[эукариоттар]]ҙыҡынанан кесерәк [[рибосома]]ларҙа бара. Тереклек эшсәнлеген тәэмин итеүсе барлыҡ [[ферменттар]] цитоплазмаға таралған йәки цитоплазматик мембрананың эске өслөгенә береккән.
 
== Өйрәнеү тарихы ==
[[Файл:Microscope1751.jpg|thumb|left|100px|1751 йылғы микроскоп]]
Оптик микроскоп аша беренсе бактерияларҙы [[Голландия|голландия]] натуралисы [[Левенгук, Антони ван|Антони ван Левенгук]] күрә һәм был турала яҙып ҡалдыра.
Үҙе күргән микроскопик йән эйәләрен ул анималькуль» тиа атай.
 
«Бактерии» терминын [[1828 йыл]]да [[Эренберг, Христиан Готфрид|Христиан Эренберг]] ҡаллана.
 
1850-се йылдарҙа [[Луи Пастер|Луи Пастер]] бактерияларҙың физиологияһын һәм метаболизмын өйрәнә, уларҙың ауырыу тыуҙырыусы үҙенсәлеген аса.
 
Артабан [[Кох Роберт|Роберт Кох]] хеҙмәттәре микробиология фәненә ҙур өлөш керетә, ул Кох ауырыуын тыуҙырыусы бактерияларҙы өйрәнә. 1905 йылда [[туберкулёз]]ды өйәрнгән өсөн [[Нобель премияһы]]на лайыҡ була.
 
Дөйөм микробиология нигеҙҙәрен һәм тәбиғәттә бактериялар роле [[Бейеринк Мартинус Виллем|Бейеринк Мартинус Виллем]] һәм [[Виноградский Сергей Николаевич|Виноградский Сергей Николаевич]] хеҙмәттәрендә сағыла.
 
бактерия күҙәнәшен өйрәнеү 1930 йылда электрон микроскоп уйлап тапҡас башлана. 1937 йылда Э. Чаттон күҙәнәк төҙөлөшө буйынса организмдарҙы прокариот һәм эукариоттарға бүлергә тәҡдим итә. [[1961 йыл]]да Стейниер һәм Ван Ниль был бүленеште тулыһынса рәсмиләштерә. Молекуляр биология үҫеше 1977 йылда бактериялар һәм архейҙар араһында ҙур айырма булыуын аса.
 
== Бүленеү һәм үрсеү ==
 
Уңайһыз шарттарҙа күп бактериялар споралар хасил итә: нәселсәнлек материалын йөртөүсе цитоплазманың бер өлөшө айырыла һәм күп ҡатлаулы ҡалын капсула менән каплана. Күҙәнәк «кипкән» кебек була — матдәләр алмашы процесстары туктала. Бактерияларҙың споралары бик тотроҡло; кипкән хәлдә улар тереклек һәләтен оҙаҡ йыллар буйына һаклай һәм, антибиотиктар менән актив дәуаланыуға ла ҡарамаҫтан, ауыыру кеше организмында иҫән ҡала ала. Споралар ел һәм башҡа юлдар менән тарала. Уңайлы шарттарға эләгеп, спора актив бактериаль күҙәнәккә әүерелә.
 
== Туҡланыу ==
Бактериялар, энергия алыу өсен, төрлө органик һәм неорганик ҡушылмаларҙы һәм ҡояш нурҙарын файҙаланалар. Күпселек бактериялар — гетеротрофҙар (грекча «гетеро» — төрлө һәм «трофос» — туҡландырам), йәғни улар әҙер органик мәтдәләр менән туҡланалар йәки башка организмдарҙа, шул иҫәптән кешелә лә, паразитлыҡ итәләр. Күҙәнәктәре күперсектәр менән тоташҡан ҡайһы бер колониаль бактериялар үҙенә бер төрлө епле структуралар барлыҡҡа китерә. Бындайй колониялар, хәрәкәтләнеп, вак тере организмнарны (бактерияләрне, иң түбән төзөлөшлөләрҙе һ. б.) эләктерәләр, уларҙы солғап алалар һәм ҡайнаталар.
34 052

үҙгәртеү

Навигация