Башҡортостан (гәзит): өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
25 юл: 25 юл:


== Тарихы ==
== Тарихы ==
Гәзит [[1917]] йылдың июнь айынан [[Ырымбур]]ҙа «Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире» исеме менән башлап сыға. Июль айынан исеме «Башҡорт» тип үҙгәртәлә.[[1919]] йылда «Башҡортостан» гәзите менән бергә «Башҡортостан хәбәрҙәре» гәзите исемендә баҫтырыла. Баштараҡ гәзит [[Стәрлетамаҡ (ҡала)|Стәрлетамаҡта]], [[1922]] йылдан [[Өфө]]лә баҫтырыла. Гәзит исемен [[1937]] йылда «Qьđьl Başqortostan» («Ҡыҙыл Башҡортостан») тип, [[1951]] йылда «Совет Башҡортостаны» тип үҙгәртә. [[1990]] йылдан хәҙерге «Башҡортостан» исеме менән баҫтырыла.
* Гәзит [[1917 йыл]]дың июнь айынан [[Ырымбур]]ҙа «Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире» тигән исем менән башлап сыға. Июль айынан исеме «Башҡорт» тип үҙгәртәлә.
* [[1918 йыл]]дың мартында Башҡортостандың Ваҡытлы революция советы «Башҡортостан» гәзитен сығара.
* [[1919 йыл]]дан «Башҡортостан» һәм «Башҡорт» гәзиттәре нигеҙендә «Башҡортостан хәбәрҙәре» исемендә [[Стәрлетамаҡ (ҡала)|Стәрлетамаҡта]] баҫтырыла.
* [[1922 йыл]]дан «Башҡортостан» исемендә [[Өфө]]лә башҡорт һәм татар телдәрендә сыға.
* [[1924 йыл]]дың авгусынан башҡортса ғына баҫтырла.
* [[1929 йыл]]дан гәзит көн һайын сыға башлай.
* [[1937 йыл]]да гәзит исеме «Qьđьl Başqortostan» («Ҡыҙыл Башҡортостан»), [[1951 йыл]]да «Совет Башҡортостаны» тип үҙгәртелә.
* [[1968 йыл]]да баҫма [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены]] менән бүләкләнә.
* [[1990 йыл]]дан «Башҡортостан» исеме менән баҫтырыла.


== Гәзиттең төрлө йылдарҙағы баш мөхәррирҙәре ==
== Гәзиттең төрлө йылдарҙағы баш мөхәррирҙәре ==

17:09, 9 октябрь 2017 өлгөһө

«Башҡортостан»
Тип

Башҡортостан Республикаһының ижтимағи-сәйәси гәзите

Тиражы

30 мең (2011)

Веб-сайты

bashgazet.ru Наградалары: Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Башҡортостан — ижтимағи-сәйәси гәзит. Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәренең береһе булған башҡорт телендә Өфө ҡалаһында нәшер ителә. Гәзитте ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте.

Баҫма республиканың район һәм ҡалаларындағы көндәлек ижтимағи-сәйәси хәлдәрҙе яҡтырта, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте һәм әҙәбиәте буйынса материалдар сығара, шулай уҡ башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәренән төрлө характерҙағы материалдарҙы даими биреп бара. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдары һәм ҡыҙҙары тураһында очерктар һәм һүрәтләмәләр һәр ваҡыт донъя күрә. Бынан тыш гәзиттә көнитмештең төрлө яҡтарына ҡағылған һәм сәнәғәт, иҡтисад, хоҡуҡ, әхлаҡ, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, тирә-яҡ мөхит, спорт өлкәләрен яҡтыртҡан һәм башҡа темаларға ла, уҡыусылар хаттарына ла күпләп урын бирелә.

ХХ быуаттың һуңғы һәм ХХI быуаттың тәүге ун йыллыҡтарында гәзит аҙнаһына биш мәртәбә, ҡайһы бер йылдарҙа 30 меңдән дә артҡан тираж менән баҫылһа, һуңғы йылдарҙа аҙнаға дүрт тапҡыр сыға. Йома көн һаны икеләтә күләмдә донъя күрә, «Башҡортостан» — «Йома» исеме аҫтында һәм үҙаллы индекс менән уға айырым яҙылыу ойошторола. 2014 йылдың тәүге яртыһында 13 мең 073 дана баҫылһа, 2015 йылдың тәүге яртыһында дөйөм тираж 11 мең 581 дана тәшкил итте.

Тарихы

  • Гәзит 1917 йылдың июнь айынан Ырымбурҙа «Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире» тигән исем менән башлап сыға. Июль айынан исеме «Башҡорт» тип үҙгәртәлә.
  • 1918 йылдың мартында Башҡортостандың Ваҡытлы революция советы «Башҡортостан» гәзитен сығара.
  • 1919 йылдан «Башҡортостан» һәм «Башҡорт» гәзиттәре нигеҙендә «Башҡортостан хәбәрҙәре» исемендә Стәрлетамаҡта баҫтырыла.
  • 1922 йылдан «Башҡортостан» исемендә Өфөлә башҡорт һәм татар телдәрендә сыға.
  • 1924 йылдың авгусынан башҡортса ғына баҫтырла.
  • 1929 йылдан гәзит көн һайын сыға башлай.
  • 1937 йылда гәзит исеме «Qьđьl Başqortostan» («Ҡыҙыл Башҡортостан»), 1951 йылда «Совет Башҡортостаны» тип үҙгәртелә.
  • 1968 йылда баҫма Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
  • 1990 йылдан «Башҡортостан» исеме менән баҫтырыла.

Гәзиттең төрлө йылдарҙағы баш мөхәррирҙәре

Бүләктәре

Гәзит 1968 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.

Республика кимәлендә ойошторған саралары

  • «Башҡортостан» гәзитенең 100 йыллығы уңайынан уҡтан атыу буйынса беренселек[1].

Иҫкәрмәләр

  1. Өфөлә «Башҡортостан» гәзитенең 100 йыллығы уңайынан уҡтан атыу буйынса беренселек үтә. [[Башинформ|]], 2016, 6 декабрь (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2016)

Һылтанмалар