Ғафаров Фидан Сафа улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү, иллюстрация
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
33 юл: 33 юл:


== Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре ==
== Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре ==
* [[Салауат Юлаев ордены]] ([[2017]])<ref>[http://www.bashinform.ru/news/1098005-v-ufe-legendarnykh-artistov-nuriyu-irsaevu-i-fidana-gafarova-nagradili-ordenami/ В Уфе легендарных артистов Нурию Ирсаеву и Фидана Гафарова наградили орденами]</ref>.
* [[Салауат Юлаев ордены]] ([[2017]])<ref>[http://www.bashinform.ru/bash/1098256/ Өфөлә легендар артистар Нурия Ирсаева һәм Фидан Ғафаров ордендар менән бүләкләнде. {{Башинформ}}, 2017, 26 декабрь]{{V|28|12|2017}}</ref>.
* Татарстандың халыҡ артисы (1994)
* Татарстандың халыҡ артисы (1994)
* РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1984)
* РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1984)

12:32, 28 декабрь 2017 өлгөһө

Фидан Ғафаров
Фидан Сафа улы Ғафаров
Төп мәғлүмәт
Тулы исеме

Фидан Сафа улы Ғафаров

Тыуған

12 октябрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (76 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

актёр

Йырлау тауышы

тенор

Наградалар Салауат Юлаев орденыРСФСР-ҙың халыҡ артисы— 1984
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Татарстандың халыҡ артисы
Татарстандың халыҡ артисы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Фидан Сафа улы Ғафаров (12 октябрь 1947) — башҡорт театр актёры. РСФСР-ҙың (1984), Башҡорт АССР-ының (1980) һәм Татарстандың (1994) халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1981), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017).

Биографияһы

Ғафаров Фидан Сафа улы 1947 йылдың 12 октябрендә Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылында тыуған. Ошо ауылда 7 синыфты тамамлағас, 14 йәшендә Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға килә. 1966 йылда училищены тамамлағас, Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килә. Театрҙа ниндәй генә роль уйнамаһын, үҙен һәр саҡ талантлы сәхнә өҫтаһы итеп күрһәтә.

Репертуары

Театр сәхнәһендә Ә. Атнабаевтың «Мөхәббәт тураһында йыр» драмаһында Илһам, У. Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта» трагедияһында (Ш. М. Мортазина ҡуйылышы) Ромео ролдәре менән сығыш яһай башлаз. Ф. Ғафаров репертуары төрлө жанрлы драма әҫәрҙәрендәге киң темаларға ҡағылған 100-ҙән ашыу ролде үҙ эсенә ала.

Башҡарған төп ролдәре: Хәлил (М. Фәйзи «Ғәлиәбаныу»), Искәндәр (Ғ. Ҡотой «Тапшырылмаған хаттар»), Камил (И. Абдуллин «Айһылыуҙың айлы кистәре»), Зөлҡәрнәй (И. Абдуллин «Тиле йәшлек»), Ғәлимйән (Х. Ибраһимов «Башмағым»), Ричард Галин (М. Кәрим «Айгөл иле»), Уҡап (М. Кәрим «Салауат. Өн аралаш төн»), Эрап (М. Кәрим «Ташлама утты, Прометей!»), Мәрәһим (М. Кәрим «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар»), Ҡотләхмәт (М. Кәрим «Ҡыҙ урлау»), Зубков (М. Кәрим «Ярлыҡау»), Һалдат (Ә. Мирзаһитов «Әсәләр көтәләр улдарын»), Булат (К. Тинчурин «Зәңгәр шәл») һ.б.

Талантының тәбиғилеге, лирик хисле булыуы, күңел кисерештәрен нескә асып биреү һәләте менән актер башҡаларҙан айырылып тора. Моңло тауышы тамашасыны әсир итә. 1991 йылда ул үҙенең "Фидан Ғафаров театры"н ойоштора.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Салауат Юлаев ордены (2017)[1].
  • Татарстандың халыҡ артисы (1994)
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1984)
  • Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981)
  • БАССР-ҙың халыҡ артисы (1980)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1972)

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Ғафаров Фидан Сафа улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.