Аҡһымдар — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
6518 байт өҫтәлгән ,  3 года назад
* '''фосфопротеидтар''' — простетик төркөмө булып фосфор кислотаһы ҡалдығы тора. Уларға казеин (һөттә), овальбумин һәм вителлин (йомортҡала), ҡайһы бер ферменттар инә;
* '''гликопротеидтар''' — простетик төркөмө булып углеводтар тора (мәҫәлән, шайыҡтағы муцин).
 
==Аҡһымдарҙың функцияһы==
 
Аҡһымдар күҙәнәктә күп төрлө һәм мөһим функциялар башҡара.
 
*'''Төҙөү функцияһы'''. Күҙәнәк мембранаһы һәм күҙәнәк органоидтары аҡһымдан тора. Юғары төҙөлөшлө хайуандарҙа ҡан тамырҙары стенкалары, тарамыштар, кимерсәктәр һ. б., нигеҙҙә, аҡһымдарҙан тора.
 
*'''Аҡһымдарҙың каталитик функцияһы'''. Химяя курсынан билдәле булыуынса, химик реакцияларҙың тиҙлеге реакцияға ингән матдәләрҙең үҙсәнлеге, уларҙың концентрацияһы һәм реакция барған температура менән бәйле.
 
Ҡағиҙә булараҡ, тере күҙәнәктәге матдәләрҙең химик активлығы ҙур түгел. Уларҙың күҙәнәктәге концентрацияһы ла күп осраҡта ҙур булмай.
 
Күҙәнәк мөхитенең температураһы юғары түгел. Шулай булғас, күҙәнәктәге реакциялар бик әкрен үтергә тейеш кеүек.
 
Әммә күҙәнәктәге реакциялар ҙур тиҙлек менән бара. Быға күҙәнәктә катализаторҙар булыу арҡаһында өлгәшелә. Күҙәнәк катализаторҙары ферменттар тип атала.
 
Ферменттарҙың каталитик активлығы ифрат ҙур. Улар реакцияны унар, йөҙәр миллион тапҡыр тиҙләтә.
 
Ферменттар химик структураһы буйынса — аҡһымдар. Күпселек осраҡта ферменттар молекулаларының ҙурлыҡтары буйынса фермент макромолекулаларына ҡарағанда бик бәләкәй булған матдәләрҙең әүерелеүҙәренә катализатор була.
 
Мәҫәлән, каталаза ферментының молекуляр массаһы 250 000, ә водород пероксидының (Н2О2) (уны тарҡатҡанда катализатор ролен каталаза үтәй) молекуляр мас
саһы бары тик 34.
Фермент һәм ул тәьҫир иткән матдәләр ҙурлыҡтарының шундай нисбәте, ферменттың каталитик активлығы уның бөтә молекулаһы менән түгел, ә ҙур булмаған өлөшө — ферменттың актив үҙәге менән билдәләнелә, тип фекерләргә нигеҙ бирә.
 
Билдәле булыуынса, матдәләр араһында реакңия уларҙың молекулалары бик ныҡ яҡынлашҡан осраҡта ғына бара. Ферменттың һәм матдәнең бер-береһенә яҡынлашыуына ферменттың актив үҙәге һәм матдәләр молекулаһы структураларының геометрик тура килеүе мөмкинлек тыуҙыра.
 
Улар бер-береһенә «асҡыс менән йоҙаҡ» кеүек тап килә. Ферменттың денатурацияһы ваҡытында уның каталитик активлығы юғала, сөнки актив үҙәктең структураһы боҙола.
 
Күҙәнәктәге һәр химик реакция тип әйтерлек үҙенә генә хас фермент менән катализлана. Күҙәнәктә барған төрлө реакцияларҙың һаны бер нисә меңгә етә. Шуға ярашлы күҙәнәктә лә бер нисә мең төрлө фермент барлығы билдәле.
 
*'''Сигнал функциялары'''. Күҙәнәктең тышҡы йөҙө мембранаһына тышҡы мөхит факторҙары тәьҫиренә яуап итеп үҙенең өсөнсөл структураһын үҙгәртеүгә һәләтле аҡһымдарҙың молекулалары теҙелгән. Тышҡы мөхиттән сигналдарҙы ҡабул итеү һәм күҙәнәккә командалар тапшырыу ошо юл менән бара.
 
*'''Хәрәкәт функцияһы'''. Хәрәкәт — тереклек активлығының бер күрһәткесе. Юғары төҙөлөшлө хайуандар күҙәнәктәренең бөтә төр хәрәкәткә булған һәләтен, шул иҫәптән мускулдарҙың ҡыҫҡарыуын, шулай уҡ ябай төҙөлөшлөләрҙә керпексәләрҙең елпелдәп тороуын, ҡамсылыларҙың хәрәкәтен, айырым ҡыҫҡартып тороусы аҡһымдар башҡара.
 
*'''Транспорт функцияһы'''. Улар, төрлө матдәләрҙе үҙенә ҡушып, күҙәнәктең бер урынынан икенсе урынына күсереп йөрөтөүгә һәләтле. Ҡандың аҡһымы гемоглобин кислородты үҙенә ҡуша һәм кәүҙәнең бөтә туҡымаларына һәм органдарына тарата.
 
*'''Аҡһымдарҙың һаҡлау функцияһы'''. Сит аҡһымдарҙың һәм күҙәнәктәрҙең организмға килеп эләгеүе була, шунда уҡ был ят күҙәнәктәрҙе үҙенә бәйләүсе һәм зарарһыҙландырыусы айырым аҡһымдар эшләнеп сыға башлай.
 
*'''Энергетик функция'''. Аҡһымдар күҙәнәктә аминокислоталарға тиклем тарҡала. Аминокислоталарҙың бер өлөшө аҡһымдар синтезлауға китә, икенсе өлөшө тулыһынса тарҡала, һәм был осраҡта энергия бүленеп сыға. 1 г аҡһым тулыһынса тарҡалғанда 17,6 кДж энергия бүленеп сыға.
 
== Иҫкәрмәләр ==
5744

үҙгәртеү

Навигация