Буҙа: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
13 юл: 13 юл:
| склад =
| склад =
}}
}}
'''Буҙа''' — туҡлыҡлы эсемлек, [[ҡымыҙ]] һымаҡ уҡ башҡорт милли аш-һыуы булып һанала. Ул шыттырылған һәм төйөлгән [[арпа]]нан, һуңғараҡ ҡурылған һәм онталған [[һоло]] ҡушылған [[бойҙай]]ҙан әҙерләнгән. Ҡайһы ваҡыт күбекләнеп торһон өсөн туң май йәки эс майы ҡушҡандар. Ғәҙәттә байрам табынына итле һыйырҙан һуң биргәндәр. Башлыса [[Башҡортостан]]дың көньяҡ-көнсығышында һәм Урал аръяғында әҙерләгәндәр. Ҡайһы бер төрки халыҡтарҙың аш-һыуында ла осрай.
'''Буҙа''' — туҡлыҡлы эсемлек, [[ҡымыҙ]] һымаҡ уҡ башҡорт милли аш-һыуы булып һанала. Ул шыттырылған һәм төйөлгән [[арпа]]нан, һуңғараҡ ҡурылған һәм онталған [[һоло]] ҡушылған [[бойҙай]]ҙан әҙерләнгән. Ҡайһы ваҡыт күбекләнеп торһон өсөн туң май йәки эс майы ҡушҡандар. Ғәҙәттә байрам табынына итле һыйҙан һуң биргәндәр. Башлыса [[Башҡортостан]]дың көньяҡ-көнсығышында һәм Урал аръяғында әҙерләгәндәр. Ҡайһы бер төрки халыҡтарҙың аш-һыуында ла осрай.


== Әҙерләү ==
== Әҙерләү ==

06:15, 31 ғинуар 2018 өлгөһө

Буҙа

Болгарияла етештерелгән буҙа

эсемлектәр

Авторы
Тыуған иле

Башҡорт аштары, башҡа төрки халыҡтары аштары

Компоненттар
Төп

арпа, һоло, туң май

Викимилектә медиафайлдар Буҙа

Буҙа — туҡлыҡлы эсемлек, ҡымыҙ һымаҡ уҡ башҡорт милли аш-һыуы булып һанала. Ул шыттырылған һәм төйөлгән арпанан, һуңғараҡ ҡурылған һәм онталған һоло ҡушылған бойҙайҙан әҙерләнгән. Ҡайһы ваҡыт күбекләнеп торһон өсөн туң май йәки эс майы ҡушҡандар. Ғәҙәттә байрам табынына итле һыйҙан һуң биргәндәр. Башлыса Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында һәм Урал аръяғында әҙерләгәндәр. Ҡайһы бер төрки халыҡтарҙың аш-һыуында ла осрай.

Әҙерләү

Буҙаны һолонан (шулай уҡ «Геркулес» ярмаһынан) эшләйҙәр. Һолоноҡо ҡарараҡ төҫтә килеп сыға, ә тәмендә айырма юҡ. Уны тәүҙә табала, йәки эҫе мейестә бер аҙ киптереп алырға кәрәк. Шул саҡта әскелтем тәме юғала. Ҡаҙанда малдың эс майы иретеп алыу мөһим. Уға ит турағыс аша үткәрелгән геркулес онон һалып, әкрен генә утта бер сәғәт тирәһе ҡайнатып алаһың. Бер килограмм онға 8 литр һыу иҫәбе менән эшләйҙәр. Бер стакан бойҙай оно ла (талҡан булһа ла ярай) ҡушырға кәрәк. Һуңынан килеп сыҡҡан массаны махсус һауытҡа ҡояһың, тиҙ өлгөрөп етһен өсөн бер аҙ әсетке һәм 1-2 стакан шәкәр өҫтәргә кәрәк. Бер-ике көнгә йылы урынға ҡалдырыу мөһим. Ләкин эҫе ҡояш нурҙары төшөргә тейеш түгел. Даими болғатып тороу мотлаҡ. Әсеп сыҡҡас, иләк аша бер-нисә тапҡыр һөҙөп алаһың. Әгәр ҡуйы булһа, уға һыу өҫтәргә лә мөмкин. Бер стакан шыйыҡ ҡаймаҡ ҡушһаң, тәме тағы ла яҡшыра. Буҙаны оҙаҡ һаҡлап булмай.

Файҙаһы

Буҙа һыуһынды ғына ҡандырып ҡалмай, шифалы яғы менән дә баһалана. Ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервы системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта.

Буҙа менән бәйле саралар

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар