Плиталар тектоникаһы — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
[[Файл:Ridge render ru.jpg|thumb|200px|Схема строения срединно-океанического хребта]]
 
== Теория тарихынан ==
Тәү башлап, ер ҡабағы блоктарының күсеп йөрөүе тураһындағы фекерҙе континенттар дрейфы теорияһында Альфред Вегенер 1920-се йылдарҙа әйтә. Башта был теорияны ҡабул итергә теләмәйҙәр. Ерҙең ҡаты ҡабығының хәрәкәте тураһында фекерҙе («мобилизм») [[1960 йыл|1960-се йылдар]]ҙа иҫкә төшөрәләр, был ваҡытта океан төбө рельефы һәм геологияһын тикшереп, океан ҡабағының киңәйеүе (спрединг) һәм бер ҡабаҡтың икенсе ҡабаҡ аҫтына инеп китеүе (субдукция) тураһында мәғлүмәт алына. Был ҡарашты элекке материктар дрейфы тураһында теория менән ҡушҡас, хәҙерге плиталар тектоникаһы теорияһы барлыҡҡа килә, бер аҙҙан ул ер тураһындағы фән концепцияһына әйләнә.
 
 
Континент (ҡотоп) плиталарының бәрелешеүе эҙемтәһе- ер ҡабығының бөгәрләнеүе һәм тау һырттары барлыҡҡа килеүе. Коллизия миҫалы булып, Альп-Гималай тау бүлкәте (пояс) тора, ул [[Тетис (океан)|Тетис]] океанының ябылыуы һәм Евразия плитаһы менән Һиндостан һәм Африка плитаһының бәрелешеүе арҡаһында барлыҡҡа килгән . Шул сәбәпле, ер ҡабығының ҡеүәте арта, Гималай тауҙары аҫтында ул 70 км. Был бик ныҡлы структура түгел , ул өҫкө һәм тектоник эррозия тәьҫирендә емерелә бара. Көсәйгән ҡеүәтле ер ҡабығында метаморфизмланған ултырма тау тоҡомдарынан һәм магманан гранитты иретеү бара. Иң ҙур батолит, мәҫәлән, Ангара-Витим һәм Зерендин батолиты, шулай хасил булған.
 
== Плиталар тектоникаһының бөгөнгө хәле ==
Үткән бер нисә тиҫтә йыл эсендә плиталар тектоникаһы үҙенең төп хәлен үҙгәртте. Ул хәҙер ошо хәлдә тип әйтергә була:
 
* Ерҙең ҡаты өлөшөнөң өҫкө яғы ярылыусан литосфера һәм һығылмалы астеносфераға бүленә. Астеносфералағы  — плиталар хәрәкәтенең иң төп сәбәбе.
* Хәҙерге литосфера 8 эре плитаға , бер нисә тиҫтә уртаса һәм бик күп ваҡ плитаға бүленгән . Ваҡ плиталар эре плиталар араһында урынлашған.Плиталар араһындағы сиктәрҙә сейсмик, тектоник һәм магматик әүҙемлек күҙәтелә.
* Тәүге яҡынайыу ваҡытында литосфера плиталары ҡаты есем булараҡ тасуирлана, уларҙың хәрәкәте Эйлерҙың әйләнеү теоремаһына буйһона.
* Плиталарҙың сағыштырма күсеп йөрөүенең өс төп тибы бар:
 
# айырылып китеү (дивергенция), рифтинг һәм спредингта күренә;
# яҡынайыу (конвергенция), субдукция һәм коллизияла күренә;
# сдвиговые перемещения по трансформлы геологик ярылыуҙар буйлап ҡуҙғалып, күсеп йөрөү.
 
* Океандарҙағы спрединг уларҙың перефирияһы буйлап барған субдукция һәм коллизия иҫәбенә ҡаплатыла , Ерҙең радиусы һәм күләме планетаның термик ҡыҫылыуына тиклем теүәллек менән даими тора ( һәр хәлдә, Ер ҡатламы аҫтындағы уртаса температура әкрен генә, бер нисә миллиард йыл дауамында әҙәйә бара).
* Литосфера плиталары күсеүе астеносферала конвектив ағымдар артыуы сәбәпле бара .
 
Ерҙең бер береһенән ныҡ айырылып торған ике төрлө ҡабығы бар — ҡотоптар ( иң бороғо -континенттар ) һәм океан ҡабығы ( барлыҡҡа килеүенә 200 миллион йылдан артыҡ түгел). Ҡайһы бер литосфера плиталары океан ҡабығынан тора ( мәҫәлән, иң эре Тымыҡ океан плитаһы), ҡалғандары океан ҡабығына йәбешкән континенталь ҡабыҡ болгынан тора.
 
Ер өҫтөнөң 90 % хәҙерге заманда 8 эре литосфера плиталарынан ғибәрәт :
* Австралия плитаһы
* Антарктика плитаһы
* Африка плитаһы
* Евразия плитаһы
* Һиндостан плитаһы
* Тымыҡ океан плитаһы
* Төнъяҡ Америка плитаһы
* Көнъяҡ Америка плитаһы
 
Уртаса ҙурлыҡтағы плиталарҙан Ғәрәбстан плитаһын, Кокос плитаһын һәм Хуан де Фука плитаһын , Тымыҡ океан төбөнөң күп өлөшөн тәшкил иткән, ләкин субдукция зонаһында Төнъяҡ һәм Көнъяҡ Америка аҫтында юҡҡа сыҡҡан ҙур Фаралон плитаһы ҡалдығын иҫкә алып китергә була.
 
== Әҙәбиәт ==
9682

үҙгәртеү

Навигация