Бактериялар: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
13 юл: 13 юл:
}}
}}


'''Бактериялар''' — 3 млрд cамаһы йыл элек барлыҡҡа килгән боронғо [[организм]]дар. Бактерияләр микроскопик кескенә, ләкин уларҙың тупланмаларын ''(колонияларын)'' микроскопһыҙ ҙа күреп була. Күҙәнәктәренең формаһы һәм үҙенсәлектәре буйенса ысын бактериялар бер нисә төркөмгә бүленә:
'''Бактериялар''' — 3 млрд cамаһы йыл элек барлыҡҡа килгән боронғо [[организм]]дар. Архейҙар кеүек, улар ҙа прокариоттар булып торалар. Йәғни, күҙәнәктәрендә ядроһы булмай. Нәҫел материалы (нуклеоид) цитоплазмала ята.Күпселек бер күҙәнәклеләр. Әммә күп күҙәнәктәр тоташып колониялар барлыҡҡа килтергән осраҡтар бар (цианобактериялар). Бактерияләр микроскопик кескенә, ләкин уларҙың тупланмаларын ''(колонияларын)'' микроскопһыҙ ҙа күреп була. Күҙәнәктәренең формаһы һәм үҙенсәлектәре буйенса ысын бактериялар бер нисә төркөмгә бүленә:
* шар формаһындағы кокктар;
* шар формаһындағы кокктар;


24 юл: 24 юл:
* спираль(тулҡын) һымаҡ бөгөлгән оҙонса бактериялар — спириллалар һ. б.
* спираль(тулҡын) һымаҡ бөгөлгән оҙонса бактериялар — спириллалар һ. б.
Бактериаль күҙәнәк тышсаһында ғәҙәттә төрлө камсылар һәм төктәр күренә. Былар — хәрәкәт органоидтары. Улар ярҙамында бактериялар шыуышып хәрәкәтләнә.
Бактериаль күҙәнәк тышсаһында ғәҙәттә төрлө камсылар һәм төктәр күренә. Былар — хәрәкәт органоидтары, улар ярҙамында бактериялар шыуышып хәрәкәтләнә. Төзөлөшө менән улар [[үҫемлектәр]] йәки [[хайуандар]]ҙың камсыларынан һәм керфексектәренән айырылып тора. Кайһы бер бактериялар «реактив» ысул менән лайла сыгарып хәрәкәтләнә. Прокариоттарҙың күҙәнәк стенкаһы бик үҙенсәлекле төҙөлгән һәм уның составында эукариоттарҙа, йәғеи күҙәнәктәәрендә формалашҡан ядроһы булған организмдарда (мәҫәлән, үҫемлектәрҙә һәм хайуаннарҙа) осрамай торған ҡушылмалар була. Ғәҙәттә улар шаҡтай ныҡ. Үның нигеҙен целлюлозаға, йәки клетчаткаға яҡын матдә тәшкил итә. (Клетчатка — үҫемлек күҙәнәге стенкаһын төзөүсе ҡатмарлы углевод.) Күп бактерияларҙең күҙәнәк тышсаһы лайла менән ҡапланған. Цитоплазма үҙен күҙәнәк стенкаһынан айырып тороусыы мембрана менән сикләнгән.


Төҙөлөшө менән улар [[үҫемлектәр]] йәки [[хайуандар]]ҙың ҡамсыларынан һәм төксәләренән айырылып тора. Ҡайһы бер бактериялар «реактив» ысул менән лайла аттырып хәрәкәтләнә.
Цитоплазмала мембраналар әҙ һәм улар тышҡы цитоплазматик мембрана сығынтыларынан ғибәрәт. Мембрана менән сикләнгән органоидтар ''(митохондриялар, пластидлар һ. б.)'' бөтөнләй юҡ.

Прокариоттарҙың күҙәнәк стенкаһы бик үҙенсәлекле төҙөлгән. Уның составында эукариоттарҙа, йәғни күҙәнәктәрендә формалашҡан ядроһы булған организмдарда (мәҫәлән, үҫемлектәрҙә һәм хайуандарҙа) осрамай торған ҡушылмалар була.

Ғәҙәттә улар шаҡтай ныҡ. Уның нигеҙен целлюлозаға, йәки клетчаткаға яҡын матдә — муреин тәшкил итә. (Клетчатка — үҫемлек күҙәнәге стенкаһын төзөүсе ҡатмарлы углевод).

Күп бактерияларҙең күҙәнәк тышсаһы лайла менән ҡапланған. Цитоплазма үҙен күҙәнәк стенкаһынан айырып тороусы мембрана менән сикләнгән.

Цитоплазмала мембрана менән сикләнгән органоидтар ''(митохондриялар, пластидлар һ. б.)'' бөтөнләй юҡ. Уларҙың функцияһын тышҡы цитоплазматик мембрана сығынтылары үтәй.
[[Файл:Phylogenetic Tree of Life.png|left|thumb|300px|Төшһөҙҙәрҙең [[эволюция]] процессы]]
[[Файл:Phylogenetic Tree of Life.png|left|thumb|300px|Төшһөҙҙәрҙең [[эволюция]] процессы]]


Акһым синтезы эукариоттарҙыҡынанан күпкә кесерәк рибосомаларҙа бара. Тереклек эшсәнлеген тәэмин итеүсе барлыҡ [[ферменттар]] цитоплазмаға таралған йәки цитоплазматик мембрананың эске өслөгенә береккән.
Акһым синтезы эукариоттарҙыҡынанан күпкә кесерәк рибосомаларҙа бара. Тереклек эшсәнлеген тәьмин итеүсе барлыҡ [[ферменттар]] цитоплазмаға таралған йәки цитоплазматик мембрананың эске өслөгенә береккән.


== Өйрәнеү тарихы ==
== Өйрәнеү тарихы ==

13:17, 20 февраль 2018 өлгөһө

Бактериялар

Эсәк таяҡсаһы (Escherichia coli)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Bacteria


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  202421
NCBI  2
EOL  288

Бактериялар — 3 млрд cамаһы йыл элек барлыҡҡа килгән боронғо организмдар. Архейҙар кеүек, улар ҙа прокариоттар булып торалар. Йәғни, күҙәнәктәрендә ядроһы булмай. Нәҫел материалы (нуклеоид) цитоплазмала ята.Күпселек бер күҙәнәклеләр. Әммә күп күҙәнәктәр тоташып колониялар барлыҡҡа килтергән осраҡтар бар (цианобактериялар). Бактерияләр микроскопик кескенә, ләкин уларҙың тупланмаларын (колонияларын) микроскопһыҙ ҙа күреп була. Күҙәнәктәренең формаһы һәм үҙенсәлектәре буйенса ысын бактериялар бер нисә төркөмгә бүленә:

  • шар формаһындағы кокктар;
  • пар-пар булып бер-берһенә яҡынайған коктарҙан торған диплококтар;
  • сылбыр рәүешендә теҙелгән кокктарҙан торған стрептококтар;
  • тығыҙ каптар рәүешендә тупланған кокктарҙан торған сарциналар;
  • коккларҙың виноград тәлгәше рәүешендәге тупланмаһы — стафилококтар;
  • озонса бактериялар — бациллалар, йәки таяҡсалар;
  • йәйә һымаҡ бөгөлгән бактериялар — вибриондар;
  • спираль(тулҡын) һымаҡ бөгөлгән оҙонса бактериялар — спириллалар һ. б.

Бактериаль күҙәнәк тышсаһында ғәҙәттә төрлө камсылар һәм төктәр күренә. Былар — хәрәкәт органоидтары. Улар ярҙамында бактериялар шыуышып хәрәкәтләнә.

Төҙөлөшө менән улар үҫемлектәр йәки хайуандарҙың ҡамсыларынан һәм төксәләренән айырылып тора. Ҡайһы бер бактериялар «реактив» ысул менән лайла аттырып хәрәкәтләнә.

Прокариоттарҙың күҙәнәк стенкаһы бик үҙенсәлекле төҙөлгән. Уның составында эукариоттарҙа, йәғни күҙәнәктәрендә формалашҡан ядроһы булған организмдарда (мәҫәлән, үҫемлектәрҙә һәм хайуандарҙа) осрамай торған ҡушылмалар була.

Ғәҙәттә улар шаҡтай ныҡ. Уның нигеҙен целлюлозаға, йәки клетчаткаға яҡын матдә — муреин тәшкил итә. (Клетчатка — үҫемлек күҙәнәге стенкаһын төзөүсе ҡатмарлы углевод).

Күп бактерияларҙең күҙәнәк тышсаһы лайла менән ҡапланған. Цитоплазма үҙен күҙәнәк стенкаһынан айырып тороусы мембрана менән сикләнгән.

Цитоплазмала мембрана менән сикләнгән органоидтар (митохондриялар, пластидлар һ. б.) бөтөнләй юҡ. Уларҙың функцияһын тышҡы цитоплазматик мембрана сығынтылары үтәй.

Төшһөҙҙәрҙең эволюция процессы

Акһым синтезы эукариоттарҙыҡынанан күпкә кесерәк рибосомаларҙа бара. Тереклек эшсәнлеген тәьмин итеүсе барлыҡ ферменттар цитоплазмаға таралған йәки цитоплазматик мембрананың эске өслөгенә береккән.

Өйрәнеү тарихы

1751 йылғы микроскоп

Оптик микроскоп аша беренсе бактерияларҙы голландия натуралисы Антони ван Левенгук күрә һәм был турала яҙып ҡалдыра. Үҙе күргән микроскопик йән эйәләрен ул анималькуль» тиа атай.

«Бактерии» терминын 1828 йылда Христиан Эренберг ҡаллана.

1850-се йылдарҙа Луи Пастер бактерияларҙың физиологияһын һәм метаболизмын өйрәнә, уларҙың ауырыу тыуҙырыусы үҙенсәлеген аса.

Артабан Роберт Кох хеҙмәттәре микробиология фәненә ҙур өлөш керетә, ул Кох ауырыуын тыуҙырыусы бактерияларҙы өйрәнә. 1905 йылда туберкулёзды өйәрнгән өсөн Нобель премияһына лайыҡ була.

Дөйөм микробиология нигеҙҙәрен һәм тәбиғәттә бактериялар роле Бейеринк Мартинус Виллем һәм Виноградский Сергей Николаевич хеҙмәттәрендә сағыла.

бактерия күҙәнәшен өйрәнеү 1930 йылда электрон микроскоп уйлап тапҡас башлана. 1937 йылда Э. Чаттон күҙәнәк төҙөлөшө буйынса организмдарҙы прокариот һәм эукариоттарға бүлергә тәҡдим итә. 1961 йылда Стейниер һәм Ван Ниль был бүленеште тулыһынса рәсмиләштерә. Молекуляр биология үҫеше 1977 йылда бактериялар һәм архейҙар араһында ҙур айырма булыуын аса.

Бүленеү һәм үрсеү

Ғәҙәттә прокариоттар икегә бүленеп үрсей. Башта күҙәнәк оҙоная, унда әкренләп арҡыры бүлге яһала, ә һуңынан бала күҙәнәктәр айырылып китә йәки үҙенсәлекле төркемдәр — сылбыр, пакет һ. б. хасил итеп бәйләнгән хәлдә ҡала (бактерияларҙа).

Уңайһыз шарттарҙа күп бактериялар споралар хасил итә: нәселсәнлек материалын йөртөүсе цитоплазманың бер өлөшө айырыла һәм күп ҡатлаулы ҡалын капсула менән каплана. Күҙәнәк «кипкән» кебек була — матдәләр алмашы процесстары туктала. Бактерияларҙың споралары бик тотроҡло; кипкән хәлдә улар тереклек һәләтен оҙаҡ йыллар буйына һаклай һәм, антибиотиктар менән актив дәуаланыуға ла ҡарамаҫтан, ауыыру кеше организмында иҫән ҡала ала. Споралар ел һәм башҡа юлдар менән тарала. Уңайлы шарттарға эләгеп, спора актив бактериаль күҙәнәккә әүерелә.

Туҡланыу

Бактериялар, энергия алыу өсен, төрлө органик һәм неорганик ҡушылмаларҙы һәм ҡояш нурҙарын файҙаланалар. Күпселек бактериялар — гетеротрофҙар (грекча «гетеро» — төрлө һәм «трофос» — туҡландырам), йәғни улар әҙер органик мәтдәләр менән туҡланалар йәки башка организмдарҙа, шул иҫәптән кешелә лә, паразитлыҡ итәләр. Күҙәнәктәре күперсектәр менән тоташҡан ҡайһы бер колониаль бактериялар үҙенә бер төрлө епле структуралар барлыҡҡа китерә. Бындайй колониялар, хәрәкәтләнеп, вак тере организмнарны (бактерияләрне, иң түбән төзөлөшлөләрҙе һ. б.) эләктерәләр, уларҙы солғап алалар һәм ҡайнаталар.

Автотроф (грекча «авто»—үзем һәм «трофос»— туҡландырам) бактериялар аҙ. Уларҙың бер өлөшө, хемосинтезға һәләтле булып, үҙ тәнен төзөү өсөн кәрәкле органик матдәләрҙе неорганик мәтдәләрҙән барлыҡҡа китерә. Бының өсөн улар неорганик ҡушылмалар оксидлашҡанда айырылып сыҡҡан энергиянән файҙалана. Ҡайһы бер прокариоттар неорганик молекулаларҙан органик молекулаларҙы фотосинтез процессында ҡояш нурҙары энергияһе иҫәбенә барлыҡҡа китерә. Кислородҡа ҡарата мөнәсәбәте буйынса, бактериялар аэробтарға һәм анаэробтарға бүленә. Аэробтар — фәҡәт кислородлы тирәлектә генә йәшәй ала торган бактериялар. Анаэробтар кислородһыз тирәлектә йәшәй. Бынан тыш, кислородлы һәм кислородһыз тирәлектәрҙә лә йәшәй алыусы бактериялар төркөмдәре билделе.

Бактериялар әһәмиәте

Тәбиғәттә бактериялар гәйәт киң таралған. Улар, тупраҡта урынлашып, унда органик мәтдәләрҙе — үлгән хайуан һәм үҫемлек ҡалдыҡтарын тарҡатыусылар булып тора. Органик молекулаларҙы неорганик молекулаларга әүерелдереп, бактериялар планета өҫтөн серек ҡалдыҡларҙан таҙарталар һәм химик элементтарҙы биологик әйләнешкә керетәләр.

Кеше тормошонда ла бактерияларҙың роле ғәйәт ҙур. Мәҫәлән, күп кенә аҙык һәм техник продукттарҙы табыу әсеткес бактерияларҙан башҡа мөмкин булмаҫ ине. Бактерияларҙың тереклек эшсәнлеге нәтижәһендә әсегән һөт, кефир, сыр, ҡымыҙ, шулай ук ферменттар, спирттар, лимон кислотаһы яһала. Аҙык продукттарын тоҙлау шулай ук бактериялар эшсәнлегенә бәйле.

Үҫемлек һәм хайуан организмында йәшәп, уларға билдәле бер файҙа килтереүсе бактериялар ҙа осрай. Улар симбионттар (латинса «сим» — бергә, «биос» — тереклек) тип атала. Мәҫәлән, төйөрсек бактерияларе. Улар, ҡайһы бер үҫемлектәрҙең тамырҙарына урынлашып, тупраҡтағы һауанан азотты үҙләштерергә һәләтле һәм, шул рәүешле, был үҫемлекте тереклек эшсәнлеге өсөн кәрәкле азот менән тәэмин итә. Үҫемлек ҡороғандан һуң, тупрак азотҡа байып ҡала. Был процесс бактериялар ҡатнашында ғына була ала. Прокариоттарҙың башҡа төрҙәренең вәкилдәрен «ашаусы» йырткыс бактериялар барлығы билдәле.

Бактерияларҙың зарарлылары ла күп. Уларның төрлө төрҙәре аҙыҡҡа үтеп, үҙендә барған мәтдәләр алмашы нәтижәһендә, кеше өсөн ағыулы мәтдәләр бүлеп сығара һәм аҙыкты боҙа. Патоген (грекча «патос»— ауыру һәм «генезис»— килеп сығыу, тыуыу) бактериялар айырыуса ҡурҡыныслы. Улар кешелә һәм хайуандарҙа үпкә ялҡынһыныуы, туберкулез, аппендицит, сальмонеллёз, чума, ваба һ. б. шундай ауыруҙар китереп сығара. Бактериялар үҫемлектәрҙе лә зарарлай.

Сығанаҡтар

  • Захаров В.Б., Сонин Н.И. Биология. Биология. Многообразие живых организмов. М. Дрофа. 2003 г. 5-7107-8300-5

Әҙәбиәт

  • Гусев М. В., Минеева Л. А. Микробиология. — М.: Изд-во МГУ, 2004. — 448 с.
  • Заварзин Г. А. Лекции по природоведческой микробиологии / Отв. ред. Н. Н. Колотилова; Ин-т микробиологии. — М.: Наука, 2003. — 348 с. — ISBN 5-02-006454-8..

Шулай уҡ ҡарағыҙ