Дёмин Юрий Сергеевич: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
категория
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
категория
66 юл: 66 юл:
[[Категория:Рәсәй Федерацияһы субъекттары парламенттарының етәкселәре]]
[[Категория:Рәсәй Федерацияһы субъекттары парламенттарының етәкселәре]]
[[Категория:Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәрҙәре]]
[[Категория:Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәрҙәре]]
[[Категория:КПСС ағзалары]]

17:04, 27 февраль 2018 өлгөһө

Юрий Сергеевич Дёмин
Флаг
Флаг
Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы Рәйесе
ғинуар 1994 — 1995
Алдан килеүсе: Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов
Дауамсы: Михаил Алексеевич Зайцев Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе булараҡ
 
Тыуған: 23 май 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Башҡорт АССР-ы Өфө районы Булгаков ауылы
Үлгән: 13 ноябрь 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (69 йәш)
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы,
Партия: Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Белеме: Көньяҡ Урал дәүләт университеты
 
Наградалары:
«Почёт Билдәһе» ордены

Дёмин Юрий Сергеевич (19402009) — совет, рәсәй партия һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы рәйесе (1994—1995).

Биографияһы

1957—1960 йылдарҙа Совет армияһында хеҙмәт итә.

1965 йылда Силәбе политехник институтты тамамлай.

1965 йылдан хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһының Башавто идаралығының 2-се һанлы йөк автохужалығында башлай. Бында ул баш инженер булып эшләй.

1968—1969 йылдарҙа — «Оргтехстрой» тресы төҙөлөшөндә транспорт эшен ойоштороу бүлеге етәксеһе.

1969—1970 йылдарҙа — «Башкирстройтранс» тресының 1-се автобазаһы баш инженеры.

1970—1975 йылдарҙа — КПСС-тың Өфө ҡала комитеты сәнәғәт-транспорт бүлеге инструкторы.

1975—1887 йылдарҙа — КПСС-тың Өфө ҡалаһы Киров район комитетының икенсе сәркәтибе.

1987—1990 йылдарҙа — Киров район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, рәйесе.

1990—1994 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары.

1994—1995 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы рәйесе.

1995 йылдан пенсияға киткәнсе Юрий Демин Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт, халыҡты эш менән тәьмин итеү һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары — министрлыҡтың Халыҡты эш менән тәьмин итеү идаралығы етәксеһе, артабан «Газ-сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары булып эшләй.

12-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

«Почет билдәһе» ордены, Башҡортостан Республикаһының Маҡтау ҡағыҙҙары, күп миҙалдар менән бүләкләнгән. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт эшсеһе» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар