Плиталар тектоникаһы — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
Континент (ҡотоп) плиталарының бәрелешеүе эҙемтәһе- ер ҡабығының бөгәрләнеүе һәм тау һырттары барлыҡҡа килеүе. Коллизия миҫалы булып, Альп-Гималай тау бүлкәте (пояс) тора, ул [[Тетис (океан)|Тетис]] океанының ябылыуы һәм Евразия плитаһы менән Һиндостан һәм Африка плитаһының бәрелешеүе арҡаһында барлыҡҡа килгән . Шул сәбәпле, ер ҡабығының ҡеүәте арта, Гималай тауҙары аҫтында ул 70 км. Был бик ныҡлы структура түгел , ул өҫкө һәм тектоник эррозия тәьҫирендә емерелә бара. Көсәйгән ҡеүәтле ер ҡабығында метаморфизмланған ултырма тау тоҡомдарынан һәм магманан гранитты иретеү бара. Иң ҙур батолит, мәҫәлән, Ангара-Витим һәм Зерендин батолиты, шулай хасил булған.
 
== Плиталар тектоникаһының бөгөнгө хәле ==
Үткән бер нисә тиҫтә йыл эсендә плиталар тектоникаһы үҙенең төп хәлен үҙгәртте. Ул хәҙер ошо хәлдә тип әйтергә була:
 
# айырылып китеү (дивергенция), рифтинг һәм спредингта күренә;
# яҡынайыу (конвергенция), субдукция һәм коллизияла күренә;
# сдвиговые перемещения по трансформлы геологик ярылыуҙар буйлап ҡуҙғалып, күсеп йөрөү.
 
* Океандарҙағы спрединг уларҙың перефирияһы буйлап барған субдукция һәм коллизия иҫәбенә ҡаплатыла , Ерҙең радиусы һәм күләме планетаның термик ҡыҫылыуына тиклем теүәллек менән даими тора ( һәр хәлдә, Ер ҡатламы аҫтындағы уртаса температура әкрен генә, бер нисә миллиард йыл дауамында әҙәйә бара).
 
=== Плиталар тектоникаһы Ерҙә ҡасан башланған ===
Континенттар ҡабығының тәүге блоктары, [[кратон]]дар, Ерҙә [[Архей|архей]] осоронда яралған, шул уҡ дәүерҙә уларҙың горизонталь хәрәкәте башланған. Тик хәҙерге осорҙағы плиталар тектоникаһы билдәләренең тулы комплекс механизмының эшмәкәрлеге [[Протерозой|протерозой]] осоронда ғына башланған . Ошо дәүергәсә бәлки мантияның икенсе төрлө массаны күсереү структураһы булғандыр , унда нығынған конвектив ағымдар түгел, ә турбулентлы конвекция һәм [[плюм]]дар ҙур роль уйнағандыр.
 
Әүәле планетаның үҙәгенән йылы күберәк сыҡҡан, шуға ҡабыҡ йоҡараҡ булғас, нескәрәк ҡабыҡ аҫтындағы баҫым түбәнерәк булған. Ҡабыҡ аҫтында баҫым түбәнерәк , температура юғарырыраҡ булғанда мантияның конвекциия ағымының ҡуйылығы әлегегә ҡарағанда әҙерәк булған . Шуға күрә , бөгөнгөгә ҡарағанда шыйығыраҡ мантия ағымы өҫтөндә ағыусы ҡабыҡта тик сағыштырмаса һығылмалы деформациялар барлыҡҡа килгән. Ҡабыҡта бөгөнгөгә ҡарағанда шыйығыраҡ ағым барлыҡҡа килтергән мехник көсөргәнеш ҡабыҡ тоҡомдарының ныҡлыҡ сиген үтеп сығыу өсөн етмәгән. Бәлки шуға күрә һуңғыраҡ дәүерҙә башланған тектоник әүҙемлек булмағандыр.
9682

үҙгәртеү

Навигация