Василий I Дмитриевич — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
ә
→‎top: clean up, replaced: УРЫҪ → рус using AWB
ә (→‎top: clean up, replaced: УРЫҪ → рус using AWB)
'''Васи́лий I Дми́триевич''' (30 декабрь 1371 йыл — 27 февраль 1425 йыл) —1389 йылдан Мәскәү бөйөк кенәзе һәм Владимир бөйөк кенәзе, [[Дмитрий Донской|Дмитрий Иванович Донской]]ҙың һәм уның ҡатыны княгиня [[Евдокия Дмитриевна|Евдокияны]]ң улы. Литваның бөйөк кенәзе [[Витовт]]тың ҡыҙы [[Софья Витовтовна|Софья]]ға өйләнгән.
 
[[Алтын Урҙа]]нан рөхсәт ярлығы бирелмәгән килеш, бөйөк кенәз дәрәжәһен дәғүәләй, тәхеткә тәғәйенләнеүен хан илсеһе Шихмәт (Шаһиәхмәт) ҡатнашлығында үткәрә. 1392 йылда [[Туҡтамыш]] хандан [[Түбәнге Новгород]], Муром, Ханкирмән (һуңыраҡ Ҡасим ҡалаһы) һ. б. ҡала биләмәләре менән идара итеү ярлығын һатып ала. Урта Азия әмире [[Аҡһаҡ Тимер]] Волга буйына һөжүм иткәндә, УРЫҪрус ерҙәрен һаҡлау өсөн ополчение ойоштора (1395). 1396 йылда Тверь кенәзе Михаил Александрович менән тышҡы сәйәсәт мәсьәләләренә кағылышлы килешеү төҙөй. 14 быуат аҙағы — 15 быуат баштарында Двина йылғаһы буйы биләмәләре өсөн Новгород идараһы менән көрәшә, Новгородтың мөстәҡиллеген сикләргә тырыша. Литва бөйөк кенәзе [[Витовт]] менән урынлашҡан яҡын мөнәсәбәттәре 14 быуат аҙағында Витовтның Туҡтамыш ханға ярҙамлашыуы сәбәпле өҙөлә. 1402 йылда Василий I Мәскәү кенәзлеге биләмәләренә яу менән килгән Идегәйгә 3 мең һум күләмендә йолом хаҡы түләргә мәжбүр була.
 
Василий I идара иткәндә феодалдарға ер өләшеү сикләнә, уларҙың иреге бер ни тиклем ҡыҫыла. Был осорҙа Василий I һарайы даирәһенә шаҡтай күләмдә йомошло татарҙар һәм Литва аҡһйөктәре саҡырыла.
42 487

үҙгәртеү

Навигация