Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
28 юл: 28 юл:


== Вафаты ==
== Вафаты ==
[[1918]] йылдың июлендә Стәрлетамаҡты аҡ чехтар менән казактар баҫып ала. Тирә-яҡтағы урмандарҙа большевиктар партизан отрядтары ойоштора. Аҡтар Әлимғоловтың был ваҡытта Ҡамбулат ауылында йәшәгән ғаиләһен юҡ итеү менән янап, уның урмандан сығыуын талап итә. Төрмәлә оҙайлы һорау алыу, язалауҙарҙан һуң Стәрлетамаҡтың реввоенкомитет ағзалары менән бергә, аҡтар уны [[1918]] йылдың 27 — 28 сентябрендә Өфө трактының 5-се километрында атып үлтерә. Был турала аҡтар ҡаланан сигенгәс, атылыуҙан ҡотолоп ҡалған Фазыл Шәмсетдинов һөйләй.
[[1918]] йылдың июлендә Стәрлетамаҡты аҡ чехтар менән казактар баҫып ала. Тирә-яҡтағы урмандарҙа большевиктар партизан отрядтары ойоштора. Аҡтар Әлимғоловтың был ваҡытта Ҡамбулат ауылында йәшәгән ғаиләһен юҡ итеү менән янап, уның урмандан сығыуын талап итә. Төрмәлә оҙайлы һорау алыу, язалауҙарҙан һуң Стәрлетамаҡтың реввоенкомитет ағзалары менән бергә, аҡтар уны [[1918]] йылдың 27 — 28 сентябрендә Өфө трактының 5-се километрында атып үлтерә. Был турала аҡтар ҡаланан сигенгәс, төнгө ҡараңғылыҡтан файҙаланып, яралы килеш атылыуҙан ҡотолоп ҡалған Фазыл (Әбделфазыл) Шәмсетдинов һөйләй.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм тирә-яғында контрразведка айырыуса Совет власы эшмәкәрҙәренә һәм активистарына аяуһыҙ була, сөнки уның начальнигы - ағас һатыу менән шөғөлләнгән бай эшҡыуар улы Александр Никитич Пылаев яңы власть яҡлыларҙы тамырынан ҡороторға һүҙ бирә. Стәрлетамаҡ төрмәһендә 1918 йылдың сентябрь аҙағында атылырға тейешле тотҡондар һаҡсыларҙы ҡоралһыҙландырып ҡаса, Пылаевтың йыртҡыслыҡтары тураһында улар һөйләй. Көн дә тотҡондарҙы Пылаев янына алып киләләр, яланғас кешеләрҙең башына Пылаевтың бер яраны, аяғына икенсе яраны ултыра, палач ҡайыш ҡамсы менән тотҡондоң тәне телгеләнгәнсе туҡмай. Арыҫланбәк Әлимғолов та ошондай ҡаты язалауҙарға дусар ителә. Ҡатыны Фатима Ниғмәтйән ҡыҙының ҡустыһы Насирйән (Аллағыуат ауылынан) еҙнәһенә алмаш кейем, ашанды, яраларына һөртөргә шифалы майҙар алып килә. Тик быларҙың береһен дә тотҡонға бирергә рөхсәт итмәйҙәр. Совет власы яҡлыларҙы атыу октябрь айында ла бара. Был эштәрҙе урындағы контрразведка һәм чехословак корпусы һалдаттары башҡара.
А.Әлимғоловтың кәүҙәһен таныусы табылмай, ул рус зыяратында йәшерен генә ерләнә. Совет власын ойоштороусылар атылған урынында һуғыштан һуң таштан һәйкәл ҡуйыла, тик унда бер нисә кешенең исеме яҙылмай ҡала.

1919 йылдың февралендә Стәрлетамаҡты ҡыҙылдар ала, 11 февралдә ҡала халҡы 80 ашыу кешене хөрмәтләп ерләй. Һәләк булған Федор Пищаев, Григорий Вишкин, Максим Евграфов, Семен Тихонов, Владимир Вдовин, Павел Агафоновтың кәүҙәләрен Ергәнгә алып ҡайтып, ерләйҙәр. А.Әлимғоловтың кәүҙәһен таныусы табылмай, ул Стәрлетамаҡта ерләнгән тип иҫәпләнә. Ләкин ғаиләлә уны Ергән урыҫтары Стәрленән йәшерен алып ҡайтып, Ергәндә ерләгән, тип иҫәпләйҙәр.

Совет власын ойоштороусылар атылған урынында Граждандар һуғышынан һуң башта ағастан һәйкәл ҡуйыла, ул һәйкәлдә Арыҫланбәк Әлимғоловтың исеме лә була. 1920-1930-сы йылдарҙа Әлимғоловтың Стәрлетамаҡ балалар йортонда, педтехникумда уҡыған балалары һәйкәл янына барып йөрөй. 1957 йылдың 26 сентябрендә был урында таштан һәйкәл асыла, тик унда бер нисә кешенең исеме яҙылмай ҡала.


== Балалары ==
== Балалары ==

09:38, 19 июль 2018 өлгөһө

Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы
Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы
Флаг
Флаг
педагог, Ҡара Яҡуп земство училищеһы директоры , Стәрлетамаҡ өйәҙ комитеты комиссары (1918)
 
Тыуған: 1870({{padleft:1870|4|0}})
Ырымбур губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Ҡамбулат ауылы[1]
Үлгән: 1918, 28 сентябрь
Стәрлетамаҡ районы
Ерләнгән: Стәрлетамаҡ ҡалаһы
Партия: Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы, Башҡорт милли шураһы
Белеме: Ырымбур линейное училищеһы

Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы (1870 йыл, Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡамбулат ауылы — 27-28 сентябрь, 1918 йыл, Стәрлетамаҡ) — күренекле уҡытыусы, крайҙы өйрәнеүсе, XIX быуат аҙағы — XX быуат башындағы йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт милли хәрәкәтен ойоштороусыларҙың береһе.

Биографияһы

Арыҫланбәк Әлимғоловтың атаһы — уҡытыусы, Стәрлетамаҡ өйәҙе Аҙнай һәм Ергән волостарының земство эшмәкәре Арыҫланғәле Ғәләүетдин улы Әлимғолов (әсәһе — , һеңлеһе — Камилә). Ҡатыны — Фатима Ниғмәтйән ҡыҙы Зәйнуллина? Стәрлетамаҡ өйәҙе Аллағыуат ауылынан (1874? — 1938). Вариҫтарында һаҡланған мәғлүмәттәр буйынса, Арыҫланғәли Әлимғолов Ырымбурҙа линейное училищела уҡып белем алғандан һуң, әлеге Ишембай районы Аҙнай ауылында земство мәктәбендә, Шишмә районы Сафар ауылында уҡытыусы булып эшләй.1900-1910 йылдар тирәһендә Ергән волосы старшинаһы булып һайлана. Улы Арыҫланбәк тә линейное училище тамамлай. 19001910 йылдар тирәһендә Шишмә районының Ҡара Яҡуп ауылында земство училищеһы мөдире (директоры) була, һуңынан Стәрлетамаҡта - ҡала училищеһында уҡыта. Стәрлетамаҡтан оло улы Мөҡәддәстең Коля исемле дуҫы менән ҡылған шуҡлығы арҡаһында китергә мәжбүр була. Малайҙар бер төндө сиркәүҙең колокольняһына менеп, ҡыңғырау һуға.

Арыҫланбәк Әлимғолов төплө белемле, киң ҡарашлы, талапсан уҡытыусы, крайҙы өйрәнеүсе, башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларын йыйыусы булараҡ та билдәле. Уның мәҡәләләре 1912 йылдан башлап Өфөлә сыҡҡан «Ведомости Оренбургского учебного округа» журналында баҫыла, мәҫәлән, «Башкирские мифологические рассказы» (1915 й. 5-се һанында). 1914 йылда оло улы Мөҡәддәсте Ҡазан университетына урынлаштыртыра алмай, чиновниктарҙың быға ҡырҡа ҡаршы төшөүен бик ауыр кисерә. Был ваҡиға уны сәйәсәткә этәргән бер хәл булғандыр тип фаразлана.

1917 йылда башҡорт милли хәрәкәтен ойоштороусылар рәтендә була. 1-се (июль, 1917 й.) һәм 2-се (август, 1917 й.) Башҡорт ҡоролтайҙарында делегат була, 1917 йылдың авгусында Башҡорт үҙәк шураһына (хөкүмәтенә) ағзалыҡҡа кандидат итеп һайлана. Петроградта Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатылғас, илдә Совет власы урынлаштырыла башлай. А. Әлимғолов ер эштәре буйынса Стәрлетамаҡ өйәҙ комитетының халыҡ комиссары булып һайлана.

Вафаты

1918 йылдың июлендә Стәрлетамаҡты аҡ чехтар менән казактар баҫып ала. Тирә-яҡтағы урмандарҙа большевиктар партизан отрядтары ойоштора. Аҡтар Әлимғоловтың был ваҡытта Ҡамбулат ауылында йәшәгән ғаиләһен юҡ итеү менән янап, уның урмандан сығыуын талап итә. Төрмәлә оҙайлы һорау алыу, язалауҙарҙан һуң Стәрлетамаҡтың реввоенкомитет ағзалары менән бергә, аҡтар уны 1918 йылдың 27 — 28 сентябрендә Өфө трактының 5-се километрында атып үлтерә. Был турала аҡтар ҡаланан сигенгәс, төнгө ҡараңғылыҡтан файҙаланып, яралы килеш атылыуҙан ҡотолоп ҡалған Фазыл (Әбделфазыл) Шәмсетдинов һөйләй.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм тирә-яғында контрразведка айырыуса Совет власы эшмәкәрҙәренә һәм активистарына аяуһыҙ була, сөнки уның начальнигы - ағас һатыу менән шөғөлләнгән бай эшҡыуар улы Александр Никитич Пылаев яңы власть яҡлыларҙы тамырынан ҡороторға һүҙ бирә. Стәрлетамаҡ төрмәһендә 1918 йылдың сентябрь аҙағында атылырға тейешле тотҡондар һаҡсыларҙы ҡоралһыҙландырып ҡаса, Пылаевтың йыртҡыслыҡтары тураһында улар һөйләй. Көн дә тотҡондарҙы Пылаев янына алып киләләр, яланғас кешеләрҙең башына Пылаевтың бер яраны, аяғына икенсе яраны ултыра, палач ҡайыш ҡамсы менән тотҡондоң тәне телгеләнгәнсе туҡмай. Арыҫланбәк Әлимғолов та ошондай ҡаты язалауҙарға дусар ителә. Ҡатыны Фатима Ниғмәтйән ҡыҙының ҡустыһы Насирйән (Аллағыуат ауылынан) еҙнәһенә алмаш кейем, ашанды, яраларына һөртөргә шифалы майҙар алып килә. Тик быларҙың береһен дә тотҡонға бирергә рөхсәт итмәйҙәр. Совет власы яҡлыларҙы атыу октябрь айында ла бара. Был эштәрҙе урындағы контрразведка һәм чехословак корпусы һалдаттары башҡара.

1919 йылдың февралендә Стәрлетамаҡты ҡыҙылдар ала, 11 февралдә ҡала халҡы 80 ашыу кешене хөрмәтләп ерләй. Һәләк булған Федор Пищаев, Григорий Вишкин, Максим Евграфов, Семен Тихонов, Владимир Вдовин, Павел Агафоновтың кәүҙәләрен Ергәнгә алып ҡайтып, ерләйҙәр. А.Әлимғоловтың кәүҙәһен таныусы табылмай, ул Стәрлетамаҡта ерләнгән тип иҫәпләнә. Ләкин ғаиләлә уны Ергән урыҫтары Стәрленән йәшерен алып ҡайтып, Ергәндә ерләгән, тип иҫәпләйҙәр.

Совет власын ойоштороусылар атылған урынында Граждандар һуғышынан һуң башта ағастан һәйкәл ҡуйыла, ул һәйкәлдә Арыҫланбәк Әлимғоловтың исеме лә була. 1920-1930-сы йылдарҙа Әлимғоловтың Стәрлетамаҡ балалар йортонда, педтехникумда уҡыған балалары һәйкәл янына барып йөрөй. 1957 йылдың 26 сентябрендә был урында таштан һәйкәл асыла, тик унда бер нисә кешенең исеме яҙылмай ҡала.

Балалары

А. Әлимғоловтың 8 балаһы була. Улар: Мөҡәддәс (1897—1985), Әхнәф (1906—1970), Искәндәр (1908—1974), Гөлсөм (1912—1968), Тәлғәт (1917—1941), Әнүәр (1919—1941); Фәриҙә, Мәрйәм (йәшләй вафат булалар)

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

  1. Башкирские исторические предания — DsLib.net www.dslib.net › Филологические науки › Фольклористика
  2. за Июль 1905 года — «Уфимские Ведомости» :: Еженедельная … vedomosti.journal-ufa.ru/showinf.php?n=7&n_id=186
  3. [PDF]правительство республики башкортостан — Башкирский … https://bspu.ru/files/10424
  4. Улица моего прадеда | Стерлитамакский рабочий — новости …

Сығанаҡтар

  1. Юлдашбаев Б. Х. Учредительный курултай как вершина Башкирского национального движения// Этнополитическая мозаика Башкортостана. В 3 т.. — М., 1992. — Т. II.
  2. ЦГАООРБ. Ф. 1832. On,4. Д. 171. Л. 1-23. Копия. Машинопись. ДОКУМЕНТЫ (ПОСТАНОВЛЕНИЯ, РЕЗОЛЮЦИИ, РЕШЕНИЯ И ДРУГОЕ) II ОБЛАСТНОГО СЪЕЗДА БАШКИР (№ 21-28)г. Уфа 25-29 августа 1917 г. № 21. О национально-культурной автономии
  3. «Ағиҙел» журналы, 1999 йыл, 7,8,9 һандар, «Ал да нур сәс халҡыңа», Д. Мәһәҙиев, (аталы-уллы уҡытыусы Әлимғоловтарҙың халыҡ алдындағы хеҙмәтен ҙурлап баһалай)