Ғирфанов Вәкил Кәли улы — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
күренеште төҙәтеү, викилаштырыу
(күренеште төҙәтеү)
(күренеште төҙәтеү, викилаштырыу)
 
{{Государственный деятель
|имя =
Миҙалдар
}}
 
{{фамилиялаш|Ғирфанов}}
 
'''Ғирфанов Вәкил Кәли улы''' ([[25 ғинуар]] [[1909 йыл]]  — [[10 май]] [[1980 йыл]])  — [[фән]] һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-агробиолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. [[Ауыл хужалығы]] фәндәре докторы (1965), профессор (1967). [[РСФСР]]-ҙың (1969) һәм БАССР-ҙың (1957) атҡаҙанған фән эшмәкәре. 1975—1979 йылдарҙа [[Башҡорт АССР-ы Юғары Советы]] Рәйесе. [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда ҡатнашыусы. КПСС ағзаһы.
 
 
== Биографияһы ==
Вәкил Кәли улы Ғирфанов 1909 йылдың 25 ғинуарында [[Өфө губернаһы]]ның [[Златоуст өйәҙе]] (хәҙер [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Салауат районы]]) [[Таймый]] ауылында тыуған.
 
1933 йылда [[Климент Тимирязев|К.  А.  Тимирязев]] исемендәге [[Мәскәү]] ауыл хужалығы академияһын тамамлай.
 
1933—1935 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығын социалистик яңыртыу ғилми-тикшеренеү институтында, 1935—1938 йылдарҙа Башҡортостан игенселек һәм малсылыҡ ғилми-тикшеренеү институтында өлкән ғилми хеҙмәткәре. 1938—1942 йылдарҙа Башҡортостан ғилми-тикшеренеү баҫыусылыҡ станцияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре була.
 
[[1942 йыл]]да Вәкил Ғирфанов үҙе теләп Бөйөк Ватан һуғышына китә һәм хәрби юлын миномет расчеты составында Сталинград янындағы алыштарҙа башлай. Дүрт тапҡыр яраланып, гвардия лейтенанты Еңеү көнөн Көнсығыш Пруссияла ҡаршылай<ref name="ИПЕ">[http://www.istoki-rb.ru/detail.php?article=481 Альп САГАДЕЕВ. С пулей в сердце. Информационно-публицистический еженедельник «Истоки», 2010, 10 март]{{ref-ru}}{{V|13|09|2016}}</ref>.
 
Тыныс хеҙмәткә 1946 йылда ҡайта һәм 1952 йылға тиклем Башҡортостан ғилми-тикшеренеү баҫыусылыҡ станцияһының агротехника бүлеге мөдире була.
 
[[1952 йыл]]дан СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Биология институтында: башта ғилми хеҙмәткәр, 1955 йылдан  — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1961—1980 йылдарҙа Институт директоры.
 
Вәкил Ғирфанов 1980 йылдың 10 майында вафат була һәм Өфө ҡалаһында ерләнә.
 
== Ғилми эшмәкәрлеге ==
Профессор В. К. Ғирфановтың ғилми эшмәкәрлеге ауыл хужалығы культураларының һыу режимын һәм туҡланыуын, иген культураларының һәм шәкәр сөгөлдөрөнең биохимик составын һәм физиологик үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә арналған. Ул республиканың барлыҡ ауыл хужалығы зоналарында ла минераль ашламалар индереүҙең локаль ысыулының файҙаһын фәнни яҡтан нигеҙләгән.
 
Ғалим биоэкология, агрофизиология, бойҙай һәм башҡа бөртөклөләрҙең агротехникаһына арналған 190-ға яҡын ғилми хеҙмәт авторы.
 
== Фәнни хеҙмәттәре ==
* Яровая пшеница в Башкирии. Уфа: Башкирское книжное издательство, 1965<ref>[http://search.rsl.ru/ru/record/01006083775 Электронная библиотека. Гирфанов, Вакиль Калеевич - — Яровая пшеница в Башкирии. Текст]{{ref-ru}}{{V|13|09|2016}}</ref>.
* Засуха и урожайность яровой пшеницы в Башкирии. Свердловск, 1967.
* Микроэлементы в почвах Башкирии. М.: Наука, 1975 (соавт.)<ref>[https://books.google.ru/books/about/%D0%9C%D0%B8%D0%BA%D1%80%D0%BE%D1%8D%D0%BB%D0%B5%D0%BC%D0%B5%D0%BD%D1%82%D1%8B_%D0%B2_%D0%BF%D0%BE%D1%87%D0%B2%D0%B0.html?id=-us5AAAAIAAJ&redir_esc=y Микроэлементы в почвах Башкирии и эффективность микроудобрений. «Google Play» сайты]{{ref-ru}}{{V|13|09|2016}}</ref>.
 
== Йәмәғәт эшмәкәрлеге ==
* Башҡорт АССР-ының Юғары Совет Рәйесе (1975—1979)
* 7-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты<ref>[http://wreferat.baza-referat.ru/%D0%A1%D0%BF%D0%B8%D1%81%D0%BE%D0%BA_%D0%B4%D0%B5%D0%BF%D1%83%D1%82%D0%B0%D1%82%D0%BE%D0%B2_%D0%92%D0%B5%D1%80%D1%85%D0%BE%D0%B2%D0%BD%D0%BE%D0%B3%D0%BE_%D0%A1%D0%BE%D0%B2%D0%B5%D1%82%D0%B0_%D0%A1%D0%A1%D0%A1%D0%A0_7_%D1%81%D0%BE%D0%B7%D1%8B%D0%B2%D0%B0 Список депутатов Верховного Совета СССР 7 созыва. Гирфанов Вакиль Калеевич]{{ref-ru}}{{V|13|09|2016}}</ref>
* Башҡорт АССР-ының 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты
* Өфө ҡала Советы депутаты
* РСФСР «Белем» йәмғиәтенең әүҙем лекторы һәм Башҡортостан республика ойошмаһы идараһының президиум ағзаһы (30.03.1970—28.03.1975)<ref>[http://znanierb.ru/o_nas/obshchestvo_znaniya_v_litsah/ Официальный сайт Общества «Знание» Республики Башкортостан. Лекторы и актив Общества «Знание» Республики Башкортостан. Гирфанов Вакиль Калеевич]{{ref-ru}}{{V|13|09|2016}}</ref>
== Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре ==
* Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1957)
* РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1969)
* [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены]] (1949)
* [[Почёт Билдәһе ордены]] (1966)
* Октябрь Революцияһы ордены (1971)
* Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1979)
* Миҙалдар
 
== Хәтер ==
* 2004 йылда Биология институты бинаһына В. К. Ғирфанов иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыла<ref name="ИПЕ" />.
* Башҡортостан Республикаһының Фәндәр Академияһы 1998 йылда биология өлкәһендә В. К. Ғирфанов исемендәге премия булдырған.<ref>[http://ib.anrb.ru/hist50/obuch.htm 1951-2001 Институту биологии - — 50 лет СВЕДЕНИЯ О ВЕДУЩИХ УЧЕНЫХ, РАБОТАВШИХ в ИНСТИТУТЕ]{{ref-ru}}{{V|13|09|2016}}</ref>.
== Ғалим тураһында ==
* Ученый, парламентарий, руководитель (К 105-летию со дня рождения Вакиля Гирфанова). «[[Башинформ]]» мәғлүмәт агентлығы, 2014, 25 ғинуар<ref>[http://www.bashinform.ru/news/602589-uchenyy-parlamentariy-rukovoditel-k-105-letiyu-so-dnya-rozhdeniya-vakilya-girfanova/ {{Башинформ}}, 2014, 25 ғинуар]{{ref-ru}}{{V|13|09|2016}}</ref>.
* Азнагулов В. Парламентарий, учёный, руководитель. К 100-летию выдающегося биолога Вакиля Гирфанова. [[Республика Башкортостан (гәзит)|«Республика Башкортостан» гәзите]], 2009, 24 ғинуар<ref>[http://www.agidel.ru/?param1=14268&tab=5 «Республика Башкортостан» гәзите, 2009, 24 ғинуар]{{ref-ru}}{{V|13|09|2016}}</ref>.
* Сайт «Архивы Российской академии наук» НА УНЦ РАН.Фонд 61. Гирфанов Вакиль Калеевич <ref>[http://isaran.ru/?q=ru/fund&guid=3629C274-28E7-4D34-8311-A3AB831ACED8&ida=16 Сайт «Архивы Российской академии наук»]{{ref-ru}}{{V|13|09|2016}}</ref>.
 
== Иҫкәрмәләр ==
79 471

үҙгәртеү

Навигация