Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Guram52 — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
Аңламайым - нисек буталсыҡ тыуа ала һуң ул? Ҡатын-ҡыҙ тураһында мәҡәлә яҙыла икән, ошо категорияны ҡуя барырға - шул ғына. Мәҡәләләр бит сығанаҡтар буйынса яҙыла, тағы ниндәй сығанаҡ кәрәк?! Низағ ни сәбәпле тыуырға тейеш? Урыҫта күренекле ҡатындар күп, етмәһә, башҡа милләттәр ҙә күпләп инә. Ә башҡорт ҡатындарын профессия буйынса бүлә башлаһаң (уҡытыусы менән врачтан башҡа) - бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Әлбиттә, урыҫ викиһында айырым исемлектәр эшләп була. Минең үҙемә һәр саҡ ошо категория етмәй ине [[Ҡатнашыусы:Guram52|Guram52]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Guram52|әңгәмә]]) 18:37, 11 август 2018 (UTC)
* Ryanag яҙған кәңәште тормошҡа ашырып булырлыҡ тип уйлайым. «100 күренекле башҡорт ҡатындары исемлеге»н булдырырға мөмкин. Мөмкин генә түгел, кәрәк. "Әгәр дөйөмләштергән сығанаҡтар булһа (мәҫәлән, «100 күренекле башҡорт ҡатындары исемлеге» һ.б.), уның буйынса исемлек-мәҡәлә төҙөргә мөмкин (ҡарағыҙ: ru:Категория:Списки женщин)".([[Ҡатнашыусы:Аҡҡашҡа|Аҡҡашҡа]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Аҡҡашҡа|әңгәмә]]) 14:39, 12 август 2018 (UTC))
* Килешмәйем! Ундай исемлекте булдырып була, әлбиттә.Ә беҙҙә күренекле ҡатындар 100 генәме ни?! Нишләп беҙ үҙебеҙҙе сикләргә тейеш! Әлегәсә башҡорт ҡатындары тураһында яҙылған мәҡәләләргә тотош шул категорияны ҡуйып сығырға кәрәк! Категорияға баҫыу менән кемдәр тураһында яҙылғаны күренееп торһон.Алда буласаҡ әле шәп ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тураһында мәҡәләләр. Бына 100 менән сикләһәк, шунда буласаҡ низағ! Башымдан үткән инде. "Башҡорт-ҡатын ҡыҙы " төркөмөндә (ВК), ниңә был юҡ, ниңә теге юҡ, ниңә мин юҡ тип хатта йәнемде алдылар, 100 ҡатындың фотоһын һалғас. Викиға мәҡәлә яҙырлыҡ икән, улар тураһында сығанаҡтар бар икән, күренекле ҡатын категорияһында яҙырға ла, шуның менән үҙенән-үҙе исемлек йыйылып барасаҡ [[Ҡатнашыусы:Guram52|Guram52]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Guram52|әңгәмә]]) 17:38, 12 август 2018 (UTC)
26 806

үҙгәртеү

Навигация