Арғаяш кантоны: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
викилаштырыу
89 юл: 89 юл:
Майҙаны — 5 246 км² (1922). Төньяҡта — [[Екатеринбург губернаһы]], көньяҡта [[Силәбе губернаһы]] менән сиктәш була.
Майҙаны — 5 246 км² (1922). Төньяҡта — [[Екатеринбург губернаһы]], көньяҡта [[Силәбе губернаһы]] менән сиктәш була.


== Кантон башҡармаһы рәйестәре ==
== Рәйестәре ==
* [[Иҙелғужин Кәрим Абдулла улы]] (1924-1925)
* [[Ҡушаев Хафиз Ҡушай улы]] (1919—1921)
* [[Иҙелғужин Кәрим Абдулла улы]] (1924—1925)


== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==

09:51, 19 сентябрь 2018 өлгөһө

Арғаяш кантоны
Арғаяш кантоны
Ил Башҡортостан автономияһы
Башҡортостан АССР-ы
Үҙәге Арғаяш ауылы
Ойошторолған 1919
Майҙаны 5 246 км²
Халҡы 83 831 кеше (1920), 100 851 кеше (1926) (башҡорттар — 40984,
мишәрҙәр — 26468,
татарҙар — 1127,
урыҫтар — 31897 һәм башҡалар)
Рәсми телдәр башҡорт теле

Арғаяш кантоны (рус. Аргаяшский кантон) — Башҡортостан кантоны.

Административ үҙәге — Арғаяш ауылы.

Тарихы

Арғаяш кантоны 1927 йылда

1917 йылдың декабрендә III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы «Башҡортостандың автономиялы идараһы тураһында» ҡарарын ҡабул итә, уға ярашлы Башҡортостан мөхтәриәте туғыҙ кантондан тора: Барын-Табын (аҙаҡ Арғаяш кантоны тип үҙгәртелә), Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Иҫкен-Ҡатай, Ҡыпсаҡ, Ҡыуаҡан, Тамъян, Туҡ-Соран һәм Үҫәргән[1][2]. 1919 йылдың башына ҡарата Башҡортостан мөхтәриәте 13 кантондан тора: Арғаяш, Бөрйән-Түңгәүер, Дыуан, Ете ырыу, Көҙәй, Ҡошсо, Ҡыпсаҡ, Табын, Тамъян-Ҡатай, Туҡ-Соран, Үҫәргән, Юрматы һәм Ялан[3].

Арғаяш кантоны составына Екатеринбург өйәҙе, Силәбе өйәҙе, Троицк өйәҙе, Шадринск өйәҙенең 18 улусы инә. Административ үҙәге — Арғаяш ауылы.

1919 йылдың 20 мартындағы «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү»гә ярашлы республика территорияһы 13 кантондан тора, уның араһында Арғаяш кантоны ла була.

1930 йылдың 20 авгусында кантон бөтөрөлә, уның территорияһы Арғаяш районы (Арғаяш, Губерна, Мөхәмәтҡолой улустары, өлөшләтә Ҡараболаҡ улусы) һәм Ҡоншаҡ районы (Бүре, өлөшләтә Ҡараболаҡ һәм Ҡоншаҡ улустары) составына инә.

Халҡы

1920 йылда — 83831 кеше, 1926 йылда — 100851 (башҡорттар — 40984, мишәрҙәр — 26468, татарҙар — 1127, урыҫтар — 31897 һәм башҡалар). 1926 йылда 7 июнендә Арғаяш кантоны составына Урал өлкәһе Свердловск округының Губерна һәм Кузнецк ауыл советы төҙөлгән Губерна улусы (үҙәге — Губерна ауылы) инә. Бөтә Рәсәй ҮБК ның 1924 йылда 15 декабрҙә декреты менән Арғаяш кантоны 5 улус ойошторола, Бөтә Рәсәй ҮБК ның 1926 йылда 14 июне декреты менән — 6. Башлыса ауыл хужалығы үҫешкән була. 1927 йылда һөрөнтө ерҙәр майҙаны 104,3 мең га тәшкил итә, ауыл хужалығы бойҙай сәсеүлеге — 54,7 мең, һоло — 41,1 мең, арыш — 6,2 мең, арпа — 0,6 мең, картуф — 0,7 мең, етен — 0,6 мең; һыйыр малы һаны — 57273 баш, йылҡы — 38910, һарыҡ — 71525, кәзә — 2692, сусҡа — 2317. 8 баҙар була (1926). 1-се баҫҡыс 95 мәктәп (башҡорт телендә уҡытыу 65, татар — 14, урыҫ телендә — 16 мәктәптә алып барыла; 1926); 5 дауахана һәм 8 амбулатория (1930); китапхана һәм 18 уҡыу өйө (1929) иҫәпләнә.

Бәләкәй Башҡортостан, Арғаяш кантоны 1920

География

Майҙаны — 5 246 км² (1922). Төньяҡта — Екатеринбург губернаһы, көньяҡта Силәбе губернаһы менән сиктәш була.

Кантон башҡармаһы рәйестәре

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 128. — 468 с.
  2. Әсфәндиәров Ә. З. Кантон // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 72. — 304 с.

Һылтанмалар