Мозжерин Василий Иванович: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Мозжерин, Василий Иванович" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

10:46, 23 октябрь 2018 өлгөһө

Мозжерин Василий Иванович (12 июль 1926 йыл,  Ишембәт ауылы — 2006, Өфө) — зоогигиенист, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), ветеринария фәндәре докторы,  БДАУ профессоры, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы (1943—1945).  БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976).

Биографияһы

Мозжерин Василий Иванович[1] 1926 йылдың 12 июлендә БАССР-ҙың Өфө кантоны, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Ишембәт ауылында тыуған. 

Башҡортостан ауыл хужалығы институтында  уҡый.  1956 йылдан  шунда уҡ уҡытыусы булып эшләй. 

Мозжерин  яһалма аэроионлаштырыуҙың сусҡалар  организмына биологик йоғонтоһон тикшерә һәм  аэроионлаштырыуҙы Башҡортостандың  фермаларында һәм малсылыҡ комплекстарында  («Ҡарлыман» һәм «Рощинский» совхоздары) ҡулланыуға индерә.

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы була (1991),  Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Ауыл хужалығы фәндәре бүлексәһендә  (секторында)  тора.

Хеҙмәттәре

Физиологические и зоогигиенические основы аэроионизации //Сб. докладов 4-го Междунар. конгресса по зоогигиене. В. Татры (ЧССР), 1982;

Гигиена сельскохозяйственных животных: Кн. 1, 2. М., 1991 (соавт.).

Бүләктәре

  • «Почет Билдәһе» ордены (1971)
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985).

Иҫкәрмәләр

  1. МОЗЖЕРИН Василий Иванович. Проверено 18 января 2013. Архивировано 28 января 2013 года.

Әҙәбиәт

Башкирская энциклопедия. — Уфа, 2006.

Башкортостан: Краткая энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия. 1996.

Һылтанмалар

http://www.anrb.ru/blog/category/25