Ҡаҙаҡбаева Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы — версиялар араһындағы айырма

Перейти к навигации Перейти к поиску
'''Ҡаҙаҡбаева Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы''' (24 октябрь 1966) — яҙыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (). «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән (2006). Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы (2012)<ref>http://www.bashinform.ru/news/520022-v-soyuze-pisateley-bashkortostana-popolnenie/В Союзе писателей Башкортостана – пополнение </ref>.
== Биографияһы ==
Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы Ҡаҙаҡбаева 1966 йылдың 24 октябрҙә [[Башҡорт АССР-ы]]ның [[Баймаҡ районы]]ның [[Бөрйәнйылға]] ауылында тыуған. [[Башҡорт дәүләт университеты]]ның филология факультетын тамамлаған. Балалар баҡсаһында - тәрбиәсе, [[Шишмә районы|Шишмә]] һәм [[Йылайыр районы|Йылайыр райондарында]] уҡытыусы булып эшләй. Хәҙерге көндә «Ауыл уттары» Йылайыр район гәзитендә хаттар бүлеге мөдире. Уның хикәйәләре һәм повестары 1996 йылдан район һәм республика матбуғатта баҫылып сыға. Беренсе китабы — «Сиселмәгән сер» — 2004 йылда нәшер ителә. Яҙыусы үҙенең әҫәрҙәрендә мәңгелек темаларҙы, мөхәббәт һәм нәфрәт, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, йәшәү һәм үлем проблемаларын аса, кешеләр араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәр тураһында һөйләй.
 
Әҙибә үҙенең әҫәрҙәрендә мәңгелек темаларҙы, мөхәббәт һәм нәфрәт, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, йәшәү һәм үлем проблемаларын аса, кешеләр араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәр тураһында һөйләй.
Яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева бик йыш осраша үҙенең уҡыусылары менән, уларҙан көс-дарман ала, бөгөнгө заман кешеләренең уй-хистәрен йөрәге аша үткәреп, түкмәй-сәсмәй халҡына кире ҡайтара. Әҙибә менән сираттағы бер осрашыуҙан һуң яҡташы ошондай һүҙҙәр яҙған:
: «Ғаиләһендә биш балаға ғүмер бүләк итеүсе әсәй, һөйгән йәренә ҡәҙерле ҡатын, ҡәйнәһенә егәрле килен, туғандары өсөн өҙөлөп торған һөйөклө зат, уҡыусылары йөрәгенә изгелек сәсеүсе уҡытыусы, ижад ҡомарын сайпылтмай гәлсәр күңелендә һаҡлаусы яҙыусы ул – Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы»<ref>[http://yuldashfm.ru/ru/zolfir-kazakbaevanyn-hyyalga-ilter-hukmak-kitaby] Юлдаш радиоһы</ref>.
18 358

үҙгәртеү

Навигация