Исмәғилев Ришат Сәлих улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
48 юл: 48 юл:
[[Категория:1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары]]
[[Категория:1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары]]
[[Категория:«Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары]]
[[Категория:«Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары]]
[[Категория:РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусылары]]

17:47, 24 ноябрь 2018 өлгөһө

Ришат Сәлих улы Исмәғилев- 1920 йыл, 15 апрель) - Өфө губернияһының Өфө өйәҙе Нимесләр ауылында (Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы) донъяға килгән; РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1959), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1960). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы һәм "Почет билдәһе" ордендары кавалеры, бик күп миҙалдар (шул иҫәптән ВДНХ-ныҡы) менән бүләкләнгән [1]

Биографияһынан

Исмәғилев Ришат Сәлих улы 1920 йылдың 15 апрелендә Өфө губернияһының Өфө өйәҙе Нимесләр ауылында донъяға килгән.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ул Брест нығытмаһында һалдат бурысын үтәгән булған һәм ошо герой-нығытма өсөн барған яуҙа ҡатнашҡан. Һуғыштан ауыр яраланып ҡайтҡан.

1943 йылдан алып Нуриман районының Үкәрле һәм Нимесләр тулы булмаған урта мәктәптәрендә эшләй.

1945 йылда Байгилде урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә һәм унда 1985 йылға тиклем эшләй. Ул эшләгән йылдарҙа Байгилде мәктәбе республика уҡытыусыларының алдынғы педагогик тәжрибәһен өйрәнеү, дөйөмләштереү һәм таратыу буйынса төп мәктәпкә әүерелә.

1955 йылда К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлаған.

1959 йылда РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы исеме бирелә.

I Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезы (Мәскәү, 1960), БАССР‑ҙың I—VII‑ уҡытыусылар съезы делегаты.

Ул 60‑ҡа яҡын хеҙмәт авторы. Үҙе тураһында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлығы һәм мәғарифта ойоштороу һәләттәре тураһында ике тиҫтәләп китапта яҙылған (Ананьев, М. Гәрәев, Р.Әйүпов, Ф. Мостафина һәм башҡалар)[2].


Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

  • I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары
  • "Почет билдәһе" ордены (1960)
  • миҙалдар (шул иҫәптән ВДНХ-ныҡы)
  • РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1959)
  • РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1960)

Хеҙмәттәре

  • Очерки по истории Нуримановского района Башкортостана. Уфа, 1998;
  • И учебой, и талантом. Уфа, 2004.

Ғаиләһе

  • Флүр - техник фәндәр кандидаты, доцент
  • Зенфир -химия фәндәре докторы, профессор,
  • Фоат - техник фәндәр докторы, профессор
  • Рафаэль - ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор
  • Флүрә - Рф эске эштәр министрлығының Өфө юғары милиция мәктәбе уҡытыусыһы
  • Салауат -Байгилде ауыл лицейы директоры, РСФСР халыҡ мәғарифы алдынғыһы

Иҫкәрмәләр

  1. Нимислярово [1]
  2. Нимислярово [2]

Сығанаҡтар

  • Нимислярово [3]
  • ИСМӘҒИЛЕВ Ришат Сәлих улы[4]