Проект:Башҡортостан 100: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Мәҡәләләр: аныҡлаштырыу
 
39 юл: 39 юл:
#: абруйлы сығанаҡтарға нигеҙләнергә;
#: абруйлы сығанаҡтарға нигеҙләнергә;
#: оригиналь тикшеренеүҙәр булмауы мөһим.
#: оригиналь тикшеренеүҙәр булмауы мөһим.
# Тәҡдим ителгән мәҡәлә күләме 2500 байттан артығыраҡ булырға тейеш. (Беренсе әһәм икенсе этапта — 3500 байт)
# Тәҡдим ителгән мәҡәлә күләме 2500 байттан артығыраҡ булырға тейеш. (Беренсе һәм икенсе этаптарҙа — 3500 байт)
# Жюри ағзалары йәки башҡа ҡатнашыусылар тарафынан баһаланған булырға тейеш.
# Жюри ағзалары йәки башҡа ҡатнашыусылар тарафынан баһаланған булырға тейеш.
<!-- # ''Проект'' [[:b: Баш бит|Викидәреслектә]] Башҡортостан һәм башҡорттар тураһында яҙылған мәҡәләләр ҙә «Башҡортостан 100» викимарафонында ҡатнаша.
<!-- # ''Проект'' [[:b: Баш бит|Викидәреслектә]] Башҡортостан һәм башҡорттар тураһында яҙылған мәҡәләләр ҙә «Башҡортостан 100» викимарафонында ҡатнаша.

07:43, 3 декабрь 2018, ағымдағы өлгө


Марафон хаҡында  



Ойоштороусылар
Organizers
Организаторы
  Исемлек
List
Список
  Ағымдағы һөҙөмтәләр
Current Results
Текущие результаты
  Йомғаҡлау
Overall results
  Пресса
mass press
 
Тел: ru · العربية · azərbaycanca · English · русский

Башҡортостан 100 — Башҡортостан тураһында мәҡәләләр төҙөү һәм яҡшыртыу, Викимилеккә ирекле һүрәттәр һалыу буйынса интеллектуаль супер вики-марафон. Супер вики-марафон Башҡортостан темаһын Башҡорт Википедияһы һәм Википедияның башҡа тел бүлектәрендә үҫтереү маҡсатында, Башҡортостан автономияһы иғлан ителеүгә һәм Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүгә 100 йыл тулыу айҡанлы үткәрелә.

  • «Башҡортостан 100» марафонында Википедия һәм тәғәйен тел бүлектәренең дөйөм ҡағиҙәләрен, супер вики-марафон регламентын үтәгән һәр кем ҡатнаша ала.
  • «Башкортостан 100» интеллектуаль супер вики-марафоны 2016 йылдың 11 сентябренән 2019 йылдың 23 мартына тиклем йөҙәр көнлөк 5 этапта үтәсәк:
    • 1 этап — 11 сентябрь — 20 декабрь 2016 йыл (2017 йылдың 31 ғинуарына тиклем йомғаҡлау); 1 этап һөҙөмтәһе
    • 2 этап — 21 февраль — 31 май 2017 йыл (2017 йылдың 30 июненә тиклем йомғаҡлау); 2 этап һөҙөмтәһе, {{2РБ100|ҡатнашыусы}}, {{2РБ100т|ҡатнашыусы}}
    • 3 этап — 1 сентябрь — 9 декабрь 2017 йыл (2017 йылдың 31 декабренә тиклем йомғаҡлау); 3 этап һөҙөмтәһе, {{3РБ100|ҡатнашыусы}}, {{3РБ100т|ҡатнашыусы}}
    • 4 этап — 21 февраль — 31 май 2018 йыл (2018 йылдың 30 июненә тиклем йомғаҡлау);
    • 5 этап — 1 сентябрь — 9 декабрь 2018 йыл (2019 йылдың 23 мартына тиклем йомғаҡлау)

Регламент[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ойоштороусылар[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатнашыусылар[сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Йәшкә, гражданлыҡҡа һәм башҡа сикләүҙәре булмаған һәр кем ҡатнаша ала.
  • Һәр ҡатнашыусының Викимедиа проектында иҫәп яҙмаһы булырға, булмаған осраҡта, супер вики-марафонда ҡатнашҡан Википедия тел бүлегендә үҙенең иҫәп яҙмаһын асырға тейеш. Иҫәп яҙмаһы көйләүҙәрендә электрон почта адресын күрһәтеп, «Башҡа ҡатнашыусыларға һиңә электрон хат яҙыуҙарына рөхсәт бир» опцияһын ҡабыҙырға бурыслы. Күрһәтелгән электрон почта адресы интернетта баҫтырылмаясаҡ, ул бары тик конкурс ҡатнашыусыларына шәхси мәғлүмәт ебәреү өсөн кәрәк.
  • Һәр ҡатнашыусы вики-марафонда бер иҫәп яҙмаһы менән генә ҡатнаша ала.
  • Һәр ҡатнашыусы мәҡәләһен йәки һүрәтен йомғаҡлау таблицаһына үҙе индерә.
  • Һәр ҡатнашыусы мәҡәләне, йә һүрәтте таблицаға индереүҙә һәр кемгә ярҙам итә ала.
  • Һәр ҡатнашыусы башҡа ҡатнашыусыларҙың вики-марафон өсөн мәҡәләһен баһалап, регламентҡа яраҡлығын тикшерә, фекер алышыуҙа ҡатнаша ала.
  • Һәр этапта 20 (10) мәҡәлә яҙған йәки 20 (10) һүрәт һалған ҡатнашыусылар супер вики-марафон (вики-полумарафон) нормативын үтәгән тип һанала, уларға супер вики-марафон (вики-полумарафон) сертификаты тапшырыла йәки бүләк бирелә.
  • Бүләкләнеүселәр исемлегендәге ҡатнашыусылар ойоштороусыларға шәхси мәғлүмәттәрен еткерергә тейеш була.

Мәҡәләләр[сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Вики-марафон сиктәрендә төҙөлгән йәки тулыландырылған мәҡәләләр Башҡортостан темаһына тап килергә тейеш.
    Мәҡәләләр темаһын табыуҙы еңеләйтер өсөн, исемлек менән ҡулланырға тәҡдим итәбеҙ — Википедия:Башҡорт_Википедияһында_булырға_тейеш_мәҡәләләр, Проект:Башҡортостан 100/Исемлек.
  2. Мәҡәләне төҙөгәс йәки яҡшыртҡас, һылтанманы үҙ аллы таблицаға ҡуйырға кәрәк. Вики-марафон иҫәбенә исемлеккә индерелгән мәҡәләләр алына.
  3. Мәҡәләләр Википедияның һәм айырым тел бүлегенең ҡағиҙәләренә ярашлы яҙылырға тейеш, шул иҫәптән:
    әһәмиәтлелек;
    авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙмаҫҡа. Текст мотлаҡ Википедия һәм вики-марафон өсөн яҙылырға тейеш (башҡа сығанаҡтарҙан күсереп алыу тыйыла);
    мәғлүмәтте нейтраль көйө күрһәтеү, әле йәшәгән шәхестәрҙең биографияһын айырым шарттарҙы үтәп яҙырға;
    абруйлы сығанаҡтарға нигеҙләнергә;
    оригиналь тикшеренеүҙәр булмауы мөһим.
  4. Тәҡдим ителгән мәҡәлә күләме 2500 байттан артығыраҡ булырға тейеш. (Беренсе һәм икенсе этаптарҙа — 3500 байт)
  5. Жюри ағзалары йәки башҡа ҡатнашыусылар тарафынан баһаланған булырға тейеш.

Һүрәттәр[сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Тәҡдим ителгән һүрәттәр Викиһаҡлағысҡа дөрөҫ рәсмиләштерелгән ирекле лицензия менән һалынырға тейеш.
  2. Бер мәҡәләлә булһа ла урынлы ҡуйылған һүрәттәр генә баһалана (мәҡәлә мотлаҡ вики-марафон сиктәрендә яҙылмаһа ла, әммә уның тематикаһына тап килһә)
  3. Һүрәттәр панорама мөмкинлеге тураһында ҡанунды боҙорға тейеш түгел. Йәғни, биналар фоторәсемдәре рөхсәт ителә, ә автор хоҡуғы менән һаҡланған скульптура фоторәсемдәре рөхсәт ителмәй.

Номинациялар[сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе этапта — айырым номинацияларһыҙ. Икенсе этапта — айырым номинацияларһыҙ. Өсөнсө этапта — айырым номинацияларһыҙ. Дүртенсе этапта — айырым номинацияларһыҙ. Бишенсе этапта — айырым номинацияларһыҙ.

Йомғаҡлау[сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Күләме 2500 3500 байттан артҡан мәҡәләләрҙең дөйөм күләме бергә ҡушылып 10000 бүленә һәм мәрәйҙәр һаны билдәләнә.
  2. Һәр төҙөлгән йә яҡшыртылған мәҡәлә «Сифатлы» статусы талаптарына яуап бирһә — 1 мәрәй, «Яҡшы» статусы талаптарына яуап бирһә − 3 мәрәй, «Һайланған» статусы талаптарына яуап бирһә — 5 мәрәй өҫтәлеүе ихтимал.
  3. Викимилеккә талаптарҙы (ирекле лицензия, бер мәҡәләлә булһа ла урынлы ҡуйылыу) дөрөҫ үтәп һалынған һәр һүрәт өсөн ҡатнашыусы 1 мәрәй ала. Әгәр һүрәт автор эше икән (фоторәсем, һүрәт, схема, карта), баһалама ағзалары уны өҫтәмә мәрәй менән билдәләй ала. Әгәр һүрәт юғары ҡиммәткә эйә булһа һәм бер нисә мәҡәләлә урын алһа, йә мөһим мәҡәләләге берәй әйберҙе тасуирларға мөмкинлек бирһә (әгәр уны быға тиклем «намыҫлы файҙаланыу талаптарын» ҡулланмайынса күрһәтеү мөмкинлеге булмаған икән), жюри йәнә өҫтәмә мәрәй бирә ала. Шулай итеп, һүрәт өсөн иң күбе 3 мәрәй алырға мөмкин. Вики-марафонға тәҡдим ителгән һәр һүрәт Википедияның ниндәй ҙә булһа тел бүлегенең кәмендә бер мәҡәләһендә урын алырға тейеш. Юғиһә, жюри уны иғтибарға алмаясаҡ.
  4. Вики-марафонда ҡатнашыу талаптарын боҙған ҡатнашыусы (теркәлеү үтмәү, бер нисә иҫәп яҙмаһынан ҡатнашыу, автор хоҡуҡтарын боҙоп мәҡәләләр төҙөү, проекттың башҡа ҡағиҙәләрен үтәмәү) квалификацияһын юғалта.
  5. Жюри ҡатнашыусыны «намыҫлы уйын» ҡанундарын боҙған осраҡта, йәғни боттар файҙаланыу, төҙөлгән мәҡәләләрҙе/һалынған һүрәттәрҙе билдәләнгән ваҡытҡа исемлеккә индермәү, алдан әҙерләнгән мәҡәләләрҙе/һүрәттәрҙе һәр этапта күпләп һалыу, шулай уҡ намыҫлы көнәркәшлеккә ҡаршы эше йә башҡа ҡатнашыусыларҙы яңылыштырыуы өсөн квалификацияһынан мәхрүм итә.

Бүләктәр[сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Беренсе этапта бүләкләү фонды ойоштороусылар һәм жюри ағзалары тарафынан марафон барышында билдәләнде.
  • Икенсе этапта бүләкләү фонды ойоштороусылар һәм жюри ағзалары тарафынан марафон барышында билдәләнәсәк.
  • Өсөнсө этапта бүләкләү фонды ойоштороусылар һәм жюри ағзалары тарафынан марафон барышында билдәләнәсәк.
  • Дүртенсе этапта бүләкләү фонды ойоштороусылар һәм жюри ағзалары тарафынан марафон барышында билдәләнәсәк.
  • Бишенсе этапта бүләкләү фонды ойоштороусылар һәм жюри ағзалары тарафынан марафон барышында билдәләнәсәк.

Бағыусылар[сығанаҡты үҙгәртеү]

Бағыусылар тип вики-марафонды ойоштороуҙа, ҡатнашыусыларҙы дәртләндереүҙә матди ярҙам күрһәтеп, номинациялар билдәләүҙә һәм йомғаҡлауҙа ҡатнашмаусы юридик һәм физик шәхестәр иҫәпләнә.

Партнерҙар[сығанаҡты үҙгәртеү]

Партнерҙар тип вики-марафонды үткәреүҙә ойоштороу, мәғлүмәти, финанс һәм башҡа ярҙам күрһәтеүсе юридик һәм физик шәхестәр иҫәпләнә. Партнерҙар ойоштороусылар менән килешеп, ҡатнашыусылар өсөн үҙ номинацияларын һәм бүләктәрен булдыра ала.

Ирекле лицензия[сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙ хеҙмәттәрен Викимедиа проектарында урынлаштырған авторҙар уларҙы ҡулланыу шарттарына, шулай уҡ Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 һәм GFDL лицензиялары буйынса баһаламаһыҙ баҫтырып сығарыуға ризалығын бирә.

Һөҙөмтәләр[сығанаҡты үҙгәртеү]

Дүртенсе этап[сығанаҡты үҙгәртеү]

Өсөнсө этап[сығанаҡты үҙгәртеү]

Икенсе этап[сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе этап[сығанаҡты үҙгәртеү]