Сафин Вадим Фәтхи улы: өлгөләр араһындағы айырма
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
||
1 юл: | 1 юл: | ||
'''Сафин Вадим Фәтхи улы''' ([[1933 йыл|1933 йылдың]] [[10 апрель|11 апреле]]) — психолог, педагог. Психология фәндәре кандидаты (1969), профессор (1990). [[Башҡортостан Республикаһы]]ның |
'''Сафин Вадим Фәтхи улы''' ([[1933 йыл|1933 йылдың]] [[10 апрель|11 апреле]]) — психолог, педагог. Психология фәндәре кандидаты (1969), профессор (1990). [[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). [[БАССР]]-ҙың Атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990). |
||
== Биографияһы == |
== Биографияһы == |
||
14 юл: | 14 юл: | ||
== Маҡтаулы исемдәре == |
== Маҡтаулы исемдәре == |
||
Башҡортостан Республикаһының |
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). |
||
БАССР-ҙың |
БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990). |
||
== Әҙәбиәт == |
== Әҙәбиәт == |
||
36 юл: | 36 юл: | ||
[[Категория:Алфавит буйынса шәхестәр]] |
[[Категория:Алфавит буйынса шәхестәр]] |
||
[[Категория:Башҡортостан Республикаһының фән эшмәкәрҙәре]] |
[[Категория:Башҡортостан Республикаһының фән эшмәкәрҙәре]] |
||
[[Категория: |
[[Категория:Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусылары]] |
06:00, 8 декабрь 2018 өлгөһө
Сафин Вадим Фәтхи улы (1933 йылдың 11 апреле) — психолог, педагог. Психология фәндәре кандидаты (1969), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). БАССР-ҙың Атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990).
Биографияһы
Вадим Фәтхи улы Сафин 1933 йылдың 10 апрелендә Ейәнсура районының 2-се Назар ауылында тыуған. 1958 йылда Ырымбур педагогия институтын тамамлай. 1962 йылдан алып Стәрлетамаҡ, 1969 йылдан алып Башҡорт дәүләт педагогия институттарында уҡыта. Фәнни эштәренең төп йүнәлеше — шәхестең үҙен-үҙе билдәләүе. Сафин Вадим Фәтхи улы тырышлығы менән Башҡортостанда беренсе булып психология кафедраһы (БДПИ, 1976) асыла. 1995 йылда ғалим ЮНЕСКО-ның Мәскәү бюроһы тарафынан хупланған башҡорт мәктәптәре һәм гимназиялары өсөн уҡытыу һәм тәрбиә концепцияларын һәм программаларын яҙа. В.Ф. Сафин — Американың гуманистик йүнәлешле психологтар ассоциацияһының мөхбир ағзаһы (1994) һәм шулай уҡ Халыҡ-ара психология фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (1996). Ғалим тарафынан 160-тан артыҡ фәнни хеҙмәт яҙылған.
Хеҙмәттәре
Психология самоопределения личности. Свердловск, 1986.
Введение в психодиагностику личности школьника. Уфа, 1990.
Психологические отклонения в развитии детей и методы их психокоррекции. Уфа, 1994.
Маҡтаулы исемдәре
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993).
БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990).
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Башкортостан. Краткая энциклопедия. Уфа, 1996