Сафин Вадим Фәтхи улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл: 1 юл:
'''Сафин Вадим Фәтхи улы''' ([[1933 йыл|1933 йылдың]] [[10 апрель|11 апреле]]) — психолог, педагог. Психология фәндәре кандидаты (1969), профессор (1990). [[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). [[БАССР]]-ҙың Атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990).
'''Сафин Вадим Фәтхи улы''' ([[1933 йыл|1933 йылдың]] [[10 апрель|11 апреле]]) — психолог, педагог. Психология фәндәре кандидаты (1969), профессор (1990). [[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). [[БАССР]]-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990).


== Биографияһы ==
== Биографияһы ==
35 юл: 35 юл:
[[Категория:1933 йылда тыуғандар]]
[[Категория:1933 йылда тыуғандар]]
[[Категория:Алфавит буйынса шәхестәр]]
[[Категория:Алфавит буйынса шәхестәр]]
[[Категория:Башҡортостан Республикаһының фән эшмәкәрҙәре]]
[[Категория:Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре]]
[[Категория:Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусылары]]
[[Категория:Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусылары]]

06:00, 8 декабрь 2018 өлгөһө

Сафин Вадим Фәтхи улы (1933 йылдың 11 апреле) — психолог, педагог. Психология фәндәре кандидаты (1969), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990).

Биографияһы

Вадим Фәтхи улы Сафин 1933 йылдың 10 апрелендә Ейәнсура районының 2-се Назар ауылында тыуған. 1958 йылда Ырымбур педагогия институтын тамамлай. 1962 йылдан алып Стәрлетамаҡ, 1969 йылдан алып Башҡорт дәүләт педагогия институттарында уҡыта. Фәнни эштәренең төп йүнәлеше — шәхестең үҙен-үҙе билдәләүе. Сафин Вадим Фәтхи улы тырышлығы менән Башҡортостанда беренсе булып психология кафедраһы (БДПИ, 1976) асыла. 1995 йылда ғалим ЮНЕСКО-ның Мәскәү бюроһы тарафынан хупланған башҡорт мәктәптәре һәм гимназиялары өсөн уҡытыу һәм тәрбиә концепцияларын һәм программаларын яҙа. В.Ф. Сафин — Американың гуманистик йүнәлешле психологтар ассоциацияһының мөхбир ағзаһы (1994) һәм шулай уҡ Халыҡ-ара психология фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (1996). Ғалим тарафынан 160-тан артыҡ фәнни хеҙмәт яҙылған.

Хеҙмәттәре

Психология самоопределения личности. Свердловск, 1986.

Введение в психодиагностику личности школьника. Уфа, 1990.

Психологические отклонения в развитии детей и методы их психокоррекции. Уфа, 1994.

Маҡтаулы исемдәре

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993).

БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990).

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Башкортостан. Краткая энциклопедия. Уфа, 1996

Иҫкәрмәләр