Кэри Грант: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
17 юл: 17 юл:
|киностудия =
|киностудия =
|награды = Почётлы «[[Оскар (кинопремия)|Оскар]]» (1970)
|награды = Почётлы «[[Оскар (кинопремия)|Оскар]]» (1970)
}}'''Кэри Грант''' ({{lang-en|Cary Grant}}; ысын исеме '''Арчибальд Александр Лич''' ({{lang-en|Archibald Alexander Leach}}); [[18 ғинуар]] [[1904 йыл|1904]], Бристоль — [[29 ноябрь]] [[1986 йыл|1986]], Давенпорт) — инглиз-американ актеры, «[[Оскар (кинопремия)|Оскар]]» премияһына ике тапҡыр номинант булған.
}}'''Кэри Грант''' ({{lang-en|Cary Grant}}; ысын исеме '''Арчибальд Александр Лич''' ({{lang-en|Archibald Alexander Leach}}); [[18 ғинуар]] [[1904 йыл]], Бристоль — [[29 ноябрь]] [[1986 йыл]], Давенпорт) — инглиз-америка актеры, «[[Оскар (кинопремия)|Оскар]]» премияһына ике тапҡыр номинант булыусы.


Грант бөтә ғүмере дауамында үҙгәрмәҫ тапҡырлыҡ, бошмаҫ һәм һалҡын ҡанлылыҡтың кәүҙәләнеше булып ҡалды. «Стилле кейенгән ир-егет» һәм «джентльмен» төшөнсәләре унан айырылғыһыҙ булды, ә Грант эйә булған бик көслө тәбиғи янғанлыҡ (загар) күҙ яуын алды. Уның ир-егеттәргә хас натураһына һәм иң сибәр ир статусына ҡарамаҫтан, Гранттың ғүмере буйы уның ике енеслелеге тураһында имеш-мимештәр тынманы.
Грант бөтә ғүмере дауамында үҙгәрмәҫ тапҡырлыҡ, бошмаҫ һәм һалҡын ҡанлылыҡтың кәүҙәләнеше булып ҡалды. «Стилле кейенгән ир-егет» һәм «джентльмен» төшөнсәләре унан айырылғыһыҙ булды, ә Грант эйә булған бик көслө тәбиғи янғанлыҡ (загар) күҙ яуын алды. Уның ир-егеттәргә хас натураһына һәм иң сибәр ир статусына ҡарамаҫтан, Гранттың ғүмере буйы уның ике енеслелеге тураһында имеш-мимештәр тынманы.
24 юл: 24 юл:


== Биографияһы ==
== Биографияһы ==

=== Данға юлы ===
=== Данға юлы ===
Грант инглиз ҡалаһы Бристоль ҡасабаһында тыуған, әммә уның бөтә кинокарьераһы Голливуд менән бәйле. Үҫмер саҡта ул күсеп йөрөгән акробаттар труппаһына ылығып китә, океан аръяғына сыға һәм бер тирә Бродвей мюзиклдарында сығыш яһап йөрөй. Тиҙҙән ул урта атлантик тип исемләнгән һәм йыш көлкө итеп күрһәтелгән үҙенсәлекле һөйләште үҙләштереп ала.
Грант инглиз ҡалаһы Бристоль ҡасабаһында тыуған, әммә уның бөтә кинокарьераһы Голливуд менән бәйле. Үҫмер саҡта ул күсеп йөрөгән акробаттар труппаһына ылығып китә, океан аръяғына сыға һәм бер тирә Бродвей мюзиклдарында сығыш яһап йөрөй. Тиҙҙән ул урта атлантик тип исемләнгән һәм йыш көлкө итеп күрһәтелгән үҙенсәлекле һөйләште үҙләштереп ала.

12:21, 8 ғинуар 2019 өлгөһө

Кэри Грант
Cary Grant
1941 йылдағы студия фотоһы
1941 йылдағы студия фотоһы
Исеме

Арчибальд Лич

Тыуған көнө

18 ғинуар 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Тыуған урыны

Бристоль, Бөйөк Британия

Вафат көнө

29 ноябрь 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (82 йәш)

Вафат урыны

Давенпорт, Айова, АҠШ

Гражданлығы

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Һөнәре

актёр

Карьераһы

1932—1966

Наградалары

Почётлы «Оскар» (1970)

IMDb

ID 0000026

 Кэри Грант Викимилектә

Кэри Грант (ингл. Cary Grant; ысын исеме Арчибальд Александр Лич (ингл. Archibald Alexander Leach); 18 ғинуар 1904 йыл, Бристоль — 29 ноябрь 1986 йыл, Давенпорт) — инглиз-америка актеры, «Оскар» премияһына ике тапҡыр номинант булыусы.

Грант бөтә ғүмере дауамында үҙгәрмәҫ тапҡырлыҡ, бошмаҫ һәм һалҡын ҡанлылыҡтың кәүҙәләнеше булып ҡалды. «Стилле кейенгән ир-егет» һәм «джентльмен» төшөнсәләре унан айырылғыһыҙ булды, ә Грант эйә булған бик көслө тәбиғи янғанлыҡ (загар) күҙ яуын алды. Уның ир-егеттәргә хас натураһына һәм иң сибәр ир статусына ҡарамаҫтан, Гранттың ғүмере буйы уның ике енеслелеге тураһында имеш-мимештәр тынманы.

Үҙенең иң билдәле ролдәрен бурлеск комедияларҙа (бигерәк тә һуғышҡа тиклемге) һәм олоғайған көндәрендә Альфред Хичкоктың фильмдарында уйнай. Америка кино сәнғәте институты уны тарихта, Хамфри Богарттан һуң, иң бөйөк актер тип таныны.

Биографияһы

Данға юлы

Грант инглиз ҡалаһы Бристоль ҡасабаһында тыуған, әммә уның бөтә кинокарьераһы Голливуд менән бәйле. Үҫмер саҡта ул күсеп йөрөгән акробаттар труппаһына ылығып китә, океан аръяғына сыға һәм бер тирә Бродвей мюзиклдарында сығыш яһап йөрөй. Тиҙҙән ул урта атлантик тип исемләнгән һәм йыш көлкө итеп күрһәтелгән үҙенсәлекле һөйләште үҙләштереп ала.

Актер 1932 йылда тәүге тапҡыр Голливудҡа эләккәс, «Paramount Pictures» компанияһы бостары уға «Грант Кэри» сәхнә псевдонимын уйлап табалар. Был исем Гэри Купер исеменең бигүк теүәл булмаған анаграммаһы була, бостары, күрәһең, йәш актерҙа Куперҙың потенциаль дәғүәсеһен күрәләр. Танылыу осраҡлы ғына килә — йондоҙ булып танылған Мэй Уэст уның һөйәркәһен «Ул уны алданы» (1933) һәм «Мин фәрештә түгел» (1934) фильмдарында нәҡ Грант уйнауын талап итә.

С Одри Хепбёрн в фильме «Шарада» (1963)

Кинокарьерыһының сәскә атыуы

1935 йылда Paramount компанияһы менән контракт срогы үтә һәм актер уны ҡабаттан таң ҡалырлыҡ шарттар менән төҙөй — ул конкурент булған компанияларҙың проекттарында ҡатнашыу һәм шулай итеп үҙе өсөн ролдәрҙе һайлау хоҡуҡтарын ала. Бындай бойондороҡһоҙлоҡ шул уҡ ваҡытта бер студия ла, «Оскар»ҙарҙы тапшырған саҡта, уның мәнфәғәттәрен яҡлауҙы кәрәк тип тапмай— шуға күрә ул бер ҡасан да был награданы «уйын» буйынса ала алмай. Ошо өҫтөнлөктәрҙән тыш, Грант, Джимми Стюарт һымаҡ, үҙе ҡатнашҡан фильмдарҙан йыйылған килемдән процент алыу хоҡуғын ала.

1930 йылдар аҙағында Грант уйнаған фильмдарҙың күпселеген комедиялар, дөрөҫөн әйткәндә, фарстар тәшкил итә. 1940 йылда ул үҙенең иң билдәле ролен «Филадельфия тарихы» фильмында, ә ике йылдан — иң яратҡан ролен «Яңғыҙ йөрәк кенә» фильмында уйнай. Шул уҡ осорҙа Альфред Хичкок менән хеҙмәттәшлеге башлана. Хичкок, Гранттан башҡа, бер актерҙы ла яратмауы һәм хөрмәт итмәүе тураһында аныҡ ҡына белдерә. Хичкокта уйнаған ролдәренән — «Шөбһә» (1941), «Алама дан» (1946), «Уғрыны тоторға» (1955), «Төньяҡҡа төньяҡ-көнбайыш аша» (1959) фильмдарын айырып атап була.

Аҙаҡҡы эштәре һәм вафаты

1960 йылдарҙа К. Грант Голливудтың иң юғары хаҡ түләнмәле актерҙарының береһе булып тора.

Ян Флеминг әйтеүенсә, Грант агент 007 прототиптарының береһе була, әммә, йәшенә һылтанып, ролде уйнарға ризалашмай: 1962 йылда экранға "бондиана"ның беренсе бүлеге сыҡҡан саҡта, Грантҡа 60 йәш тирәһе була.

Уның ҡатнашлығындағы аҙаҡҡы иң эре фильмдар араһында Одри Хепбёрн менән бергә уйнаған «Шарада» детективы (1963) һәм «Атлап бар, йүгереп түгел» олимпия комедияһының ремейкы (1966) булалар. Ошо фильмдар экранға сыҡҡандан һуң актер үҙенең кинокарьераһын тамамлауы тураһында белдерҙе.

1970 йылда Америка кино сәнғәте академияһы, һуңлап булһа ла, уға коллегалары исеменән «иҫ китерлек оҫталығы өсөн хөрмәт һәм рәхмәт йөҙөнән» почетлы «Оскар» тапшырҙы.

Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Грант FabergeFaberge[en] косметика компанияһының директорҙар советы ағзаһы булып китә һәм компанияға үҙ аҡсаһынан ҙур ғына өлөш индерә.

Һуңғы йылдарҙа Грант кеше менән аралашмайынса йәшәй, интервью ла бирмәй, тиерлек. Төрлөлөк өсөн ул Америка ҡалалары буйлап хушлашыу турын үткәрергә була. 1986 йылдың ноябрь аҙағында 82 йәшлек Грант Айова штатындағы Давенпорт ҡалаһына килә, бында уға урындағы телевидениела уның ҡатнашлығындағы картиналарҙан өҙөктәр күрһәтеп, 90 минутлыҡ "Кэри Грант менән һөйләшеү " программаһын бағышларға тейеш булалар. 29 ноябрҙә репетицияла актер үҙен һәйбәт тоя, әммә репетиция тамамланғас, насарая башлай. Кисекмәҫтән Изге Люк госпиталенә килтерелә һәм бында киң инсульттан 23:22 сәғәттә вафат була. Булған мөлкәтен Грант берҙән-бер ҡыҙына һәм аҙаҡҡы ҡатынына ҡалдырған.

Шәхси тормошо

Парадокс булып күренһә лә, ҡатын-ҡыҙҙар фекеренсә, Гранттың һөйкөмлөлөгө һәм популярлығы олоғайған һайын арта ғына бара. Кэри Грант биш тапҡыр өйләнә. Уның ҡатындары актрисалар Вирджиния Черрилл (1934—1935), Бетси Дрейк (1949—1962), Дайан Кэннон (Dyan Cannon, 1965—1966, был никахта Гранттың ҡыҙы Дженнифер тыуа), бөтә донъяға билдәле Барбара Хаттон (1942—1945) һәм Барбара Харис булалар.

Грант (уңда) һәм уның ҡыҙы АҠШ президенты Джеральд Форд менән осрашыу ваҡытында, 1976 йыл

Тәүге тапҡыр Грант актриса Вирджиния Черриллға өйләнә, уның менән Кэри бер йыл ғына йәшәй . Айырылышу процесында ҡатыны уны көсләүҙә ғәйепләй, киң мәғлүмәт саралары быны бик тиҙ эләктереп алалар. Грант оҙайлы депрессияға бирелә, хатта психоаналитикка мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Ошо инцидент сәбәпле актер ғүмеренең аҙағына тиклем наркотик препараттар, бер осор хатта ЛСД ла, ҡабул итә.

Гранттың иң ғауғалы никахы сәйер (эксцентрик) миллионерша Барбара Хаттон менән була. Эргә-тирәлә Грант Хаттонға байлығы өсөн өйләнгән тигән хәбәрҙәр ҡуйырһа ла, Грант үҙе был имеш-мимештәрҙе инҡар итә:

« Мин беләм, беҙҙе «Cash and Cary» тип йөрөтәләр («Наличка» һәм Кэри, икеләтә үпкәләрлек ҡушамат, сөнки инглиз телендәге «cash and carry» — «түлә һәм алып ҡас» тигәнде аңлата һәм ошо һүҙҙәр менән үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү универмагтарын исемләйҙәр[1]), әммә мин бер ҡасан да Барбаранан бер пенни ла һораманым. Мин аҡса өсөн өйләнмәнем, Аллаға шөкөр, был ысын хаҡлыҡ. Мин өйләнгән саҡта, бәлки, төплө аҡылға таянып өйләнмәгәнмендер, әммә аҡсаның бында бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы булманы. »

Айырылышҡандан һуң, Грант үҙе Хаттонға, мөмкин булғансы, финанс яҡтан ярҙам итергә тырыша.

Никахтарҙан башҡа, Грант үҙенең романдары менән билдәле булған. Мәҫәлән, «Йөҙөп йөрөгән йорт» фильмын төшөргән саҡта актер Софи Лоренға ҡарата мөхәббәт хистәрен кисерә, әммә Софи өҫтөнлөктө продюсер Понти Карлоға бирә.

Гранттың күп кенә никахтарына ҡарамаҫтан, Голливудта уның гомосексуаллеге, айырып әйткәндә, актер Рэндольф Скотт менән бәйләнештәре тураһында, хәбәрҙәр бер ҡасан да тынманы. Әммә 2011 йылда актерҙың ҡыҙы Дженнифер белдереүенсә, уның атаһы ир-аттар менән бер ҡасан да мауыҡмаған, Рэндольф Скотт менән мөнәсәбәттәре тураһында — бары тик уйҙырмалар. Грант, һәр ваҡыттағыса, һалҡын ҡанлылыҡ менән уның гомосексуаллеге тураһында матбуғат таратҡан имеш-мимештәргә яуап итеп: «Үҙемдең автобиографиямды яҙырға пландарым юҡ, был эште мин башҡаларға ҡалдырам. Улар минән гомосексуалист, нацист шпионы йәки тағы ла берәй кемде эшләрҙәренә шигем юҡ» — тигән.

Һайланма фильмографияһы

Кэри Гранттың иң аҙаҡҡы фотографияһы, 1973 йыл
Йыл Русса исеме Төп телдә исеме Роль
1932 ф Белокурая Венера Blonde Venus Ник Таунсенд
1933 ф Алиса в Стране чудес Alice in Wonderland Черепаха Квази
1933 ф Она обошлась с ним нечестно She Done Him Wrong капитан Каммингс
1936 ф Удивительные приключения The Amazing Adventure Эрнест Блисс
1936 ф Свадебный подарок Wedding Present Чарли
1937 ф Ужасная правда The Awful Truth Джерри Уорринер
1937 ф Топпер Topper Джордж Керби
1937 ф Любимец Нью-Йорка The Toast of New York The Toast of New York / Nicholas "Nick" Boyd
1938 ф Праздник Holiday Джон «Джонни» Кэйс
1938 ф Воспитание крошки Bringing Up Baby доктор Дэвид Хаксли
1939 ф Ганга Дин Gunga Din сержант Арчибальд Каттер
1939 ф Только у ангелов есть крылья Only Angels Have Wings Джефф Картер
1940 ф Его девушка Пятница His Girl Friday Уолтер Бернс
1940 ф Филадельфийская история The Philadelphia Story Декстер Хэвен
1941 ф Подозрение Suspicion Джонни
1941 ф Грошовая серенада Penny Serenade Роджер Адамс
1942 ф Однажды в медовый месяц Once Upon a Honeymoon Патрик О’Тул
1942 ф Весь город говорит The Talk of the Town Леопольд Дилг
1944 ф Мышьяк и старые кружева Arsenic and old Lace Мортимер Брюстер
1946 ф Дурная слава Notorious Т. Р. Дэвлин
1947 ф Холостяк и девчонка The Bachelor and The Bobby-Soxer Дик
1947 ф Жена епископа The Bishop’s Wife Дадли
1948 ф Каждая девушка должна выйти замуж Every Girl Should Be Married доктор Мэдисон Браун
1948 ф Мистер Блэндингз строит дом своей мечты Mr. Blandings Builds His Dream House Джим Блэндингз
1949 ф Я был военной невестой I Was a Male War Bride капитан Анри Рошар
1951 ф Что скажут люди People Will Talk доктор Ной Преториус
1952 ф Мартышкин труд]] Monkey Business Барнаби Фултон
1952 ф Есть место ещё для одного Room for One More Джордж Роуз
1955 ф Поймать вора To Catch A Thief Джон «Кот» Роби
1953 ф Идеальная жена Dream wife Clemson Reade
1957 ф Незабываемый роман An Affair to Remember Никки Ферранте
1957 ф Поцелуй их за меня Kiss Them for Me Лейтенант Энди Крюсон
1957 ф Гордость и страсть The Pride and the Passion Энтони
1958 ф Плавучий дом Houseboat адвокат - отец одиночка
1958 ф Милый сэр Indiscreet Филип Адамс
1959 ф К северу через северо-запад North by Northwest Роджер Торнхилл
1959 ф Операция "Нижняя юбка" Operation Petticoat Командир Шерман
1960 ф Трава зеленее The Grass Is Greener Виктор
1962 ф Этот мех норки That Touch of Mink Филип Шейн
1963 ф Шарада]] Charade Питер Джошуа
1964 ф Папа Гусь Father Goose Уолтер Кристофер Иклэнд
1966 ф Беги, а не иди Run, Don't Walk Сэр Уильям Ратлэнд

Иҫкәрмәләр

  1. Пояснение «РИА Новости»

Һылтанмалар