Стәрлетамаҡ районы: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш) →Билдәле шәхестәр: яңы мәғлүмәт |
Айсар (фекер алышыу | өлөш) өҫтәмә мәғлүмәт |
||
17 юл: | 17 юл: | ||
== Иҫкәрмәләр == |
== Иҫкәрмәләр == |
||
{{иҫкәрмәләр|2}} |
{{иҫкәрмәләр|2}} |
||
== Һылтанмалар == |
|||
* [http://www.str-raion.ru/our_district/history_destiny_identity/ Энциклопедия Стерлитамакского района. Муниципальный район Стерлитамакский район Республики Башкортостан. Официальный сайт]{{ref-ru}}{{V|13|01|2019}} |
|||
{{Стәрлетамаҡ районы ауылдары}} |
{{Стәрлетамаҡ районы ауылдары}} |
20:35, 12 ғинуар 2019 өлгөһө
Стәрлетамаҡ районы | |
Стәрлетамаҡ районы | |
Флаг[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 20 август 1930 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәк | Стәрлетамаҡ |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Сәғәт бүлкәте | YEKT һәм UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 40 325 кеше (2010)[1] |
Сиктәш | Әлшәй районы, Ауырғазы районы, Ғафури районы, Ишембай районы, Мәләүез районы, Стәрлебаш районы һәм Миәкә районы |
Майҙан | 2216 км² |
Почта индексы | 4531ХХ |
Рәсми сайт | str-raion.ru |
Урындағы телефон коды | 3473 |
Стәрлетамаҡ районы Викимилектә |
Стәрлетамаҡ районы (рус. Стерлитамакский район) – Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район. Административ үҙәге – Стәрлетамаҡ ҡалаһы. Районда 20454 кеше йәшәй.
Районда «Газпром трансгаз Өфө» яуаплығы сикләнғән йәмғиәтенең линия-производство идаралығы (ЛПУ) урынлашҡан, ул Төмән өлкәһенән үткәрелгән нефть һәм газ торбаларын хеҙмәтләндерә.
Транспорт
Район территорияһы буйлап Өфө—Ырымбур тимер юлы, Р-240 «Өфө — Ырымбур» федераль автомобиль юлы үтә.
Билдәле шәхестәр
- Асҡарова Гөлсөм Зәйнулла ҡыҙы (20.01.1942), хеҙмәт ветераны, 1966—1998 йылдарҙа Салауат исемендәге колхозы һауынсыһы. СССР-ҙың Х саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1979—1984). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), II (1981) һәм III (1975) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997), райондың почётлы гражданины (1997). Түбәнге Уҫылы ауылынан, сығышы менән Ауырғазы районы Семёнкин ауылынан.
- Болелый Владимир Антонович (22.01.1924), нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1953—1992 йылдарҙа «Башнефть» производство берекмәһенең Бәләбәй быраулау контораһы директоры һәм Бәләбәй быраулау эштәре идаралығы начальнигы. РСФСР нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1985), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1974), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1974). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1959), ике «Почёт Билдәһе» (1966, 1971), Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры. Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (1989). Константиноградовка ауылынан.
- Ибәтуллин Ғәйнулла Хәлиулла улы (8.08.1943), ауыл хужалығы ветераны, элекке «Йондоҙ» колхозы бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Талас ауылынан[2].
- Крюков Николай Иванович (12.09.1948—2.12.2018), инженер-механик, ғалим, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. Техник фәндәр докторы (2004). 1991—2016 йылдарҙа «ГазСервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 1—4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе (1996), Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2001). Дуҫлыҡ (1999) һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2008) ордендары кавалеры. Любажи ауылынан[3][4].
- Смаҡова Асия Вәфир ҡыҙы (27.08.1947) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010) (Латип ауылынан)[5].
- Явнов Павел Викторович (8.06.1928—3.08.2003), ауыл хужалығы эшмәкәре, 1967—1988 йылдарҙа Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозы (2004 йылдан Явнов исемендәге хужалыҡ) рәйесе. Ленин, Октябрь Революцияһы, Халыҡтар Дуҫлығы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2000). Марьевка ауылынан[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года
- ↑ Россыпь драгоценных юбилеев. Стерлитамакская районная газета «Сельские нивы», официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 август 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Крюков Николай Иванович (Тикшерелеү көнө: 3 сентябрь 2018)
- ↑ В Башкирии скончался бывший депутат Госсобрания-Курултай Николай Крюков. ИА «Башинформ», 3 декабря 2018 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 декабрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Смаҡова Асия Вәфир ҡыҙы (Тикшерелеү көнө: 20 август 2017)
- ↑ Муниципальный район Стерлитамакский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почетные граждане. Явнов Павел Викторович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 май 2018)
Һылтанмалар
- Энциклопедия Стерлитамакского района. Муниципальный район Стерлитамакский район Республики Башкортостан. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 ғинуар 2019)