Таһирова Майя Афзал ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү, аныҡлаштырыу
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
17 юл: 17 юл:
}}
}}
{{фамилиялаш|Таһиров}}
{{фамилиялаш|Таһиров}}
'''Таһирова Майя Афзал ҡыҙы''' ([[8 февраль]] [[1931]] — [[9 июнь]] [[2003]]) — балет артисы һәм тәнҡитсеһе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1955), [[Башҡортостан]]дың халыҡ артисы (2001). Бөтә Союз балет артистары конкурсы, Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (икеһе лә — 1957), Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы (1963; бөтәһе лә — Мәскәү); [[Ғәлимов Сәләм исемендәге премия|Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы]] лауреаты (1969) лауреаты.
'''Таһирова Майя Афзал ҡыҙы''' ([[8 февраль]] [[1931 йыл]] — [[9 июнь]] [[2003 йыл]]) — балет артисы һәм тәнҡитсеһе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1955), [[Башҡортостан]]дың халыҡ артисы (2001). Бөтә Союз балет артистары конкурсы, Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (икеһе лә — 1957), Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы (1963; бөтәһе лә — Мәскәү); [[Ғәлимов Сәләм исемендәге премия|Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы]] лауреаты (1969).


== Биографияһы ==
== Биографияһы ==

16:13, 30 ғинуар 2019 өлгөһө

Майя Таһирова
Тыуған ваҡыты:

8 февраль 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Вафат ваҡыты:

9 июнь 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (72 йәш)

Вафат урыны:

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Һөнәре:

балет артисы, тәнҡитсе һәм педагог

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

1949—2003

Театр:

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры

Наградалары:
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы

Таһирова Майя Афзал ҡыҙы (8 февраль 1931 йыл9 июнь 2003 йыл) — балет артисы һәм тәнҡитсеһе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1955), Башҡортостандың халыҡ артисы (2001). Бөтә Союз балет артистары конкурсы, Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (икеһе лә — 1957), Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы (1963; бөтәһе лә — Мәскәү); Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1969).

Биографияһы

Майя Афзал ҡыҙы Таһирова 1931 йылдың 8 февралендә Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһында тыуған. Билдәле башҡорт яҙыусыһы һәм дәүләт эшмәкәре Афзал Таһировтың ҡыҙы.

Майя Афзал ҡыҙының бәхетле баласаҡ дәүере бик ҡыҫҡа була. 1937 йылда атаһы халыҡ дошманы тип ғәйепләнеп, ҡулға алына, атыуға хөкөм ителә, әсәһен дә алып китәләр. Майя менән апайын айырып, төрлө балалар йортона ебәрәләр. «Халыҡ дошманы балаһы» тигән ярлыҡ ҡыҙға тормошта әленән-әле күңелһеҙлектәр килтереп тора.

1943 йылда Ленинград хореография училищеһынан Өфөгә һәләтле балаларҙы һайлап алыу өсөн комиссия килә. Һынау үтеүселәр исемлегенә Майя ла эләгә.

Ленинградта үткән йылдарын ул һуңынан тормошоноң иң сағыу өлөшө тип атай. Легендар уҡытыусы-хореограф А. Я. Ваганова класында уҡыу бәхете тәтей уға.

Өфөгә ҡайтып, егерме өс йыл Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә бик күп гүзәл образдар тыуҙыра. СССР буйлап, шулай уҡ, Бирмала, Германияла, Һиндостанда, Непалда гастролдәрҙә ҡатнаша.

Балет алиһәһе театрҙағы иң шәп партнеры тип, ун биш йыл бергә йәшәгән тормош иптәше Илдус Хәбировты — атар булған.

Майя Афзал ҡыҙы, сәхнәнән киткәс, ижади ғүмерен оҙайтып, сәнғәт серҙәрен башҡаларға ла төшөндөрөү мөмкинлеген бик ҡыуанып ҡабул итә. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбледә егерме биш йылдан ашыу педагог-репетитор булып эшләй.

Үҙен һәр яҡлап та аса алған һәләтле йондоҙ бының менән генә сикләнеп ҡалмай. Мәскәү театр сәнғәте институтына (ГИТИС) уҡырға инеп, 1975 йылда балет тәнҡитсеһе һөнәрен үҙләштерә.

Мәҙәниәтебеҙ тарихында башҡорт балеты эшмәкәрҙәре хаҡында ихлас фекерле, тәрән өйрәнеп яҙылған әллә күпме мәҡәләләр ҡалдыра. Олоғайғас, йәштәр эргәһендә булғым килә тип, Рудольф Нуриев исемендәге башҡорт хореография училищеһында художество етәксеһе булып эшләй.

Эшмәкәрлеге

  • Мария («Бахчисарайский фонтан», Б. Асафьев)
  • Одетта-Одиллия («Лебединое озеро», П. Чайковский)
  • Жизель («Жизель», А. Адан)
  • Сари («Тропою грома», К. Караев)
  • Джульетта («Ромео и Джульетта», С. Прокофьев)
  • Никия («Баядерка», Л. Минкус)
  • Эсмеральда («Эсмеральда», Ц. Пуни)
  • Хасинта («Лауренсия», А. А. Крейн)
  • Ледяная дева («Сольвейг», Э. Григ)
  • Зәйтүнгөл, торналар башлығы («Журавлиная песнь», Л. Степанов һәм З. Исмәғилев)
  • Гөлнәзирә («Гөлнәзирә», Н. Сабитов)
  • Ғәлимә («Ҡара йөҙҙәр», Х. Заимов һәм А. Чугаева)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Һылтанмалар