Тамъян-Ҡатай кантоны: өлгөләр араһындағы айырма
Guram52 (фекер алышыу | өлөш) |
Guram52 (фекер алышыу | өлөш) |
||
110 юл: | 110 юл: | ||
== География == |
== География == |
||
Майҙаны — 20 212 км² (1922). [[1919]] йылда төньяҡта — [[Златауст районы]], көнсығышта — [[Силәбе губернаһы]], көньяҡта — [[Бөрйән-Түңгәүер кантоны]], көньяҡ-көнбайышта — [[Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны]], көнбайышта — [[Юрматы кантоны]] һәм төньяҡ-көнбайышта [[Көҙәй кантоны]] менән сиктәш була. [[1922]] йылда төньяҡ-көнсығышта һәм көнсығышта — [[Силәбе губернаһы]], көньяҡта — [[Йылайыр кантоны]], көньяҡ-көнбайышта — [[Стәрлетамаҡ кантоны]] һәм төньяҡ-көнбайышта [[Өфө кантоны]] менән сиктәш була. |
Майҙаны — 20 212 км² (1922). [[1919]] йылда төньяҡта — [[Златауст районы]], көнсығышта — [[Силәбе губернаһы]], көньяҡта — [[Бөрйән-Түңгәүер кантоны]], көньяҡ-көнбайышта — [[Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны]], көнбайышта — [[Юрматы кантоны]] һәм төньяҡ-көнбайышта [[Көҙәй кантоны]] менән сиктәш була. [[1922]] йылда төньяҡ-көнсығышта һәм көнсығышта — [[Силәбе губернаһы]], көньяҡта — [[Йылайыр кантоны]], көньяҡ-көнбайышта — [[Стәрлетамаҡ кантоны]] һәм төньяҡ-көнбайышта [[Өфө кантоны]] менән сиктәш була. |
||
== Хужалығы == |
|||
Тамъян-Ҡатай кантонында иҡтисадтың төп тармаҡтары ауыл хужалығы һәм тау сәнәғәте булған. |
|||
[[Белорет металлургия комбинаты|Белорет металлургия заводы]]; Егәҙе, Инйәр һәм Тирлән заводтары; Белорет сөй-сым һәм кирбес заводы, Петровск быяла заводы, 4 тире-күн заводы, ағас эшкәртеү предприятиелары, тимер рудаһы һәм хром рудниктары эшләй. 1923 йылда 17 баҙар булған. |
|||
1927 йылда һөрөнтө ерҙәр 27,4 мең.га тәшкил иткән. |
|||
1926 йылда кантонда 1‑се баҫҡыс 81 мәктәп, 3 китапхана һәм 6 китап уҡыу йорттары (изба-читальня), 1925 йылда — 6 хастахана һәм 4 амбулатория булған. |
|||
== Кантон башҡармаһы (ревкомы) рәйестәре == |
== Кантон башҡармаһы (ревкомы) рәйестәре == |
19:49, 18 февраль 2019 өлгөһө
Тамъян-Ҡатай кантоны | |
---|---|
Тамъян-Ҡатай кантоны | |
Ил | Башҡортостан автономияһы Башҡортостан АССР-ы |
Үҙәге | Белорет ҡалаһы |
Ойошторолған | 1919 |
Майҙаны | 20 212 км² |
Халҡы | 119 419 кеше (1920) |
Рәсми телдәр | башҡорт теле |
Тамъян-Ҡатай кантоны (рус. Тамьян-Катайский кантон) — Башҡортостан кантоны.
Административ үҙәге — Белорет ҡалаһы.
Тарих
1917 йылдың декабрендә III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы «Башҡортостандың автономиялы идараһы тураһында» ҡарарын ҡабул итә, уға ярашлы Башҡортостан мөхтәриәте туғыҙ кантондан тора: Барын-Табын, Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Иҫкен-Ҡатай, Ҡыпсаҡ, Ҡыуаҡан, Тамъян, Туҡ-Соран һәм Үҫәргән[1][2]. 1919 йылдың башына ҡарата Башҡортостан мөхтәриәте 13 кантондан тора: Арғаяш, Бөрйән-Түңгәүер, Дыуан, Ете ырыу, Көҙәй, Ҡошсо, Ҡыпсаҡ, Табын, Тамъян-Ҡатай, Туҡ-Соран, Үҫәргән, Юрматы һәм Ялан[3].
1919 йылдың 20 мартындағы «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү»гә ярашлы республика территорияһы 13 кантондан тора, уның араһында Тамъян-Ҡатай кантоны ла була.
1930 йылдың 20 авгусында кантон бөтөрөлә, уның территорияһы Әбйәлил, Белорет һәм Учалы административ райондары составына инә.
Халҡы
1926 йылдағы Бөтә Союз халыҡ иҫәбе буйынса Тамъян-Ҡатай кантонында йәшәгән[4]:
Халыҡ һаны | Ир-ат | Ҡатын-ҡыҙ | Бергә |
---|---|---|---|
Бар халыҡ | 55 667 | 63 752 | 119 419 |
Ҡала халҡы | 14 090 | 15 878 | 29 968 |
Ауыл халҡы | 41 577 | 47 874 | 89 451 |
1920 йылда — 119 419 кеше (1920).
География
Майҙаны — 20 212 км² (1922). 1919 йылда төньяҡта — Златауст районы, көнсығышта — Силәбе губернаһы, көньяҡта — Бөрйән-Түңгәүер кантоны, көньяҡ-көнбайышта — Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны, көнбайышта — Юрматы кантоны һәм төньяҡ-көнбайышта Көҙәй кантоны менән сиктәш була. 1922 йылда төньяҡ-көнсығышта һәм көнсығышта — Силәбе губернаһы, көньяҡта — Йылайыр кантоны, көньяҡ-көнбайышта — Стәрлетамаҡ кантоны һәм төньяҡ-көнбайышта Өфө кантоны менән сиктәш була.
Хужалығы
Тамъян-Ҡатай кантонында иҡтисадтың төп тармаҡтары ауыл хужалығы һәм тау сәнәғәте булған.
Белорет металлургия заводы; Егәҙе, Инйәр һәм Тирлән заводтары; Белорет сөй-сым һәм кирбес заводы, Петровск быяла заводы, 4 тире-күн заводы, ағас эшкәртеү предприятиелары, тимер рудаһы һәм хром рудниктары эшләй. 1923 йылда 17 баҙар булған.
1927 йылда һөрөнтө ерҙәр 27,4 мең.га тәшкил иткән.
1926 йылда кантонда 1‑се баҫҡыс 81 мәктәп, 3 китапхана һәм 6 китап уҡыу йорттары (изба-читальня), 1925 йылда — 6 хастахана һәм 4 амбулатория булған.
Кантон башҡармаһы (ревкомы) рәйестәре
- Рәсүлев Талха Ғайса улы (1918)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 128. — 468 с.
- ↑ Әсфәндиәров Ә. З. Кантон // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 72. — 304 с.
- ↑ По данным Всесоюзной переписи населения 1926 года по Тамьян-Катайскому кантону Башкирской АССР
Һылтанмалар
- Нуғаева Ф. Ғ. Тамъян-Ҡатай кантоны // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.