Лутыев Лутфир Лутый улы: өлгөләр араһындағы айырма
Guram52 (фекер алышыу | өлөш) |
Guram52 (фекер алышыу | өлөш) |
||
14 юл: | 14 юл: | ||
*Дан ордены |
*Дан ордены |
||
*II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены |
*II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены |
||
*РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы |
|||
*Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы <ref>Образование в Кушнаренковском районе [http://kushnarenkovo.narod.ru/education.htm]</ref>. |
*Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы <ref>Образование в Кушнаренковском районе [http://kushnarenkovo.narod.ru/education.htm]</ref>. |
||
== Иҫкәрмәләр == |
== Иҫкәрмәләр == |
06:10, 18 март 2019 өлгөһө
Лутыев Лутфир Лутый улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР РСФСР |
Тыуған көнө | 18 март 1924 |
Тыуған урыны | Кушнаренко районы |
Вафат булған көнө | 2008 |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Лутыев Лутфир Лутый улы - рус. Лутыев Лутфир Лутыевич - (18 март 1924 — 2008), педагог, мәғариф эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.II дәрәжә Ватан һуғышы һәм III дәрәжә Дан ордендары кавалеры. РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы [1].
Биографияһынан
Лутфир Лутый улы Лутыев Кушнаренко районында 1924 йылдың 18 мартында донъяға килгән.
1965—1985 йылдарҙа Кушнаренко ауылындағы 2-се урта мәктәп уҡытыусыһы һәм директоры. Лутфир Лутый улы был ваҡытта Кушнаренконың 70 тәжрибәле, мәғлүмәтле педагогы, 1400-ҙән ашыу уҡыусы белем алған 2-се һанлы мәктәбенең етәксеһе булып эшләй. Лутыев Л. Л. тырышлығы менән мәктәп районда беренсе булып уҡытыуҙың кабинет системаһына күсә, был уҡытыу-тәрбиә биреү эшмәкәрлеген яҡшыртырға мөмкинлек бирә [2].
"Райондың халыҡ мәғарифын үҫтереүгә күп йылдар дауамында уҡыусыларға белем биреү һәм тәрбиә эшенең заманса форма һәм ысулдарын ҡулланыу буйынса нигеҙ булып торған 1-се һәм 2-се мәктәптәрҙең директоры булып эшләгән Лутфир Лутый улы Лутыев ҙур өлөш индерҙе. Ил алдындағы ҙур хеҙмәттәре өсөн Л. Л . Лутыев Дан ордены, II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән. Уға "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы" тигән маҡтаулы исеме бирелгән", - тип яҙылған уның тураһында район сайтында [3].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Дан ордены
- II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены
- РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы [4].