Румынияла ислам: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"thumb|200px|Кароль I [[мәсете. Констанца]] '''Румынияла Исла..." исемле яңы бит булдырылған
 
23 юл: 23 юл:
[[Категория:Румыния тарихы]]
[[Категория:Румыния тарихы]]
[[Категория:Румыния халҡы]]
[[Категория:Румыния халҡы]]

[[Категория:Религия в Румынии|Ислам]]
[[Категория:Ислам в Европе|Румыния]]
[[Категория:Ислам в Румынии|*]]

13:12, 16 апрель 2019 өлгөһө

Кароль I мәсете. Констанца

Румынияла Ислам - 7 быуат элек үк килеп ингән дин. Әлеге көндә уны ил халҡының 0,3 проценты ғына тота (68 мең кеше).

Тарихынан

Борондан килгән тарихи дин булһа ла, мосолмандар дөйөм алғанда Төньяҡ Добруджала, Ҡара диңгеҙ яры буйында көн иткән. Был төбәк биш быуат дауамында тип әйтерлек (яҡынса 1420—1878 йылдар арауығында) Осман империяһы хакимлығы аҫтында була һәм Румыния составына 1878 йылдан һуң инә. Электән сөнниҙәр күберәк булған.

Ислам дине — Румынияла рәсми рәүештә танылған 16 дини инаныстарҙың береһе. Башлыса Ислам динен румын төрөктәре һәм румын (дунай) татарҙары тота.

Демографияһы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 67566 кеше (яҡынса илдең дөйөм халҡының 0,3 % ) динен Ислам тип күрһәткән. Этник йәһәттән илдең мосолмандары — башлыса урындағы төрөктәр (28 мең), татарҙар (ҡырым татар, бүжәк татар), нуғайҙар (24 мең кеше), сиған-мосолмандар (15 меңләп кеше), албандар (3000 самаһы). Автохтон мосолмандар башлыса көнсығыш, үҙәк һәм көньяҡ Добруджаның ауыл ерендә, Констанца ҡалаһы янында, Ҡара диңгеҙ яры буйында йәшәй.

Шулай уҡ Румынияла совет осоронда Яҡын Көнсығыш иммигранттары һәм ҡасаҡтар (ғәрәптәр, курдтар, ирандар, афғандар һәм башҡа) төркөмдәре күренә башлаған (уларҙың бер өлөшө Румынияла уҡыған)— 5 мең тирәһе кеше. Уларҙың күпселеге Бухареста һәм илдең башҡа ҙур ҡалаларында йәшәй һәм йыш ҡына транзит мигрант булып торалар.

Һылтанмалар