Бикбаев Рауил Төхфәт улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
41 юл: 41 юл:


Рауил Бикбаев Башҡортостан Республикаһының Ғ. Сәләм исемендәге йәштәр премияһы, [[Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы]] лауреаты. 1992 йылда уға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде.
Рауил Бикбаев Башҡортостан Республикаһының Ғ. Сәләм исемендәге йәштәр премияһы, [[Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы]] лауреаты. 1992 йылда уға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Әҙип оҙайлы ауырыуҙан һуң 2019 йылдың 23 апрелендә Өфө ҡалаһында вафат булды<ref>[http://www.bashinform.ru/bash/1301485/ Башҡортостандың халыҡ шағиры, Өфөнөң почётлы гражданы Рауил Бикбаев арабыҙҙан китте. [[Башинформ]] мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 23 апрель]{{V|23|04|2019}}</ref>.


== Йәмәғәт эшмәкәрлеге ==
== Йәмәғәт эшмәкәрлеге ==
114 юл: 116 юл:
* Әбүзәров С.Н. «Йөрәк баҫылһын тип яҙыла». — «Башҡортостан» гәзите, 2013 й., 3 апрель.
* Әбүзәров С.Н. «Йөрәк баҫылһын тип яҙыла». — «Башҡортостан» гәзите, 2013 й., 3 апрель.
* Тикеев Д.С. Төҫтәрҙең шиғри балҡышы. — «Ағиҙел», 2002 й., №4, 100-103-сө биттәр.
* Тикеев Д.С. Төҫтәрҙең шиғри балҡышы. — «Ағиҙел», 2002 й., №4, 100-103-сө биттәр.

== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}


== Сығанаҡтар ==
== Сығанаҡтар ==

11:06, 23 апрель 2019 өлгөһө

Рауил Бикбай
Рауил Төхфәт улы Бикбаев
Тыуған көнө:

12 декабрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур өлкәһенең Покровский районы (хәҙерге Переволоцк районы) Үрге Ҡунаҡбай ауылы

Вафат булған көнө:

23 апрель 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (80 йәш)

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир, яҙыусы, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре

Ижад йылдары:

1957 йылдан

Жанр:

шиғырҙар

Премиялары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Наградалары:
Почёт ордены — 2009
«Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
«Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан) Салауат Юлаев ордены

Бикбаев Рауил Төхфәт улы (12 декабрь 1938 йыл — 23 апрель 2019 йыл) — шағир, әҙәбиәт белгесе, йәмәғәт эшмәкәре. 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1995—2011 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, 2008—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе. Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2008), филология фәндәре докторы (1996). Башҡортостандың халыҡ шағиры (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1989) һәм республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1970), шулай уҡ Рәми Ғарипов (1992) һәм З. Биишева (2003) исемендәге премиялар лауреаты. Почёт (2009), Дуҫлыҡ (2000), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2008) һәм Салауат Юлаев (2003) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1999).

Биографияһы

Рауил Төхфәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Покровка районы (хәҙерге Переволоцк районы) Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Күрше Ғәбдрафик ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте, Аҡ-Болаҡ педагогия училищеһын, 1962 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Аҙаҡтан аспирантурала уҡый.

1965 йылдан башлап СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында әҙәбиәт бүлегенең ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. Филология фәндәре докторы.

Ижади эшмәкәрлеге

Рауил Бикбаев университетта уҡыған йылдарында яҙыша башлай. «Дала офоҡтары» тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1964 йылда донъя күрә. Шунан бирле ул ике тиҫтәгә яҡын китап сығарҙы, хәҙерге башҡорт поэзияһының кимәлен билдәләрлек күренекле шағир булып танылды. Рауил Бикбаев поэзияһында халыҡ яҙмышына бәйле проблемалар күтәрелә, заман, ил, халыҡ, киләсәк алдында яуаплылыҡ тураһында һүҙ бара. «Карауанһарай», «Баҙар балтаһы», «Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!» поэмаларында, «Халҡыма хат» шиғырында был бигерәк тә асыҡ күренә.

Рауил Бикбаев — күренекле әҙәбиәт ғалимы. Ул филология фәндәре докторы, профессор. Хәҙерге башҡорт шиғриәтенең үҫеш проблемаларына арналған күп ғилми хеҙмәттәр авторы. Уның бигерәк тә Ш. Бабич ижадын өйрәнеү, әҫәрҙәрен халыҡҡа ҡайтарыу өсөн башҡарған эштәре ҙур.

Рауил Бикбаев Башҡортостан Республикаһының Ғ. Сәләм исемендәге йәштәр премияһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. 1992 йылда уға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Әҙип оҙайлы ауырыуҙан һуң 2019 йылдың 23 апрелендә Өфө ҡалаһында вафат булды[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Китаптары

  • Дала офоҡтары. Шиғырҙар, поэма. Өфө. 1964.
  • Ҡош юлы. Шиғырҙар, поэмалар. Өфө. 1967.
  • Автобиография. Шиғырҙар. Өфө. 1969.
  • Лирика. Шиғырҙар, поэма. Өфө. 1971.
  • Ғүмер уртаһы. Шиғырҙар, поэмалар. Өфө. 1976.
  • Һөйөнсө. Шиғырҙар. Өфө.1979.
  • Замандың шиғри йылъяҙмаһы. Өфө. 1980.
  • Ерем балҡышы. Шиғырҙар. Өфө. 1982.
  • Бураҙналар. Шиғырҙар, хикәйәт, баллада, поэмалар. Өфө. 1985.
  • Яҙмышым. Шиғырҙар. Поэмалар. Өфө. 1988.
  • Шәйехзада Бабич. Тормошо һәм ижады. Өфө.1989.
  • Барыһы ла беҙҙең намыҫта. Халҡыма хат. Поэма. Өфө. 1991.
  • Һыуһаным — һыуҙар бирегеҙ! Поэма, шиғырҙар. Өфө. 1991.
  • Шағир һүҙе — шағир намыҫы. Ижади портреттар, рецензиялар, сығыштар, интервью, мәҡәләләр. Өфө. 1991.
  • Ай күргәндәй — ҡояш алғандай. Һайланмалар китабы. Өфө. 1998.
  • Йөҙ ҙә бер хәҙис. Беренсе китап. Өфө. 2001.
  • Башҡорт шиғриәте антологияһы. Өфө.2001.
  • Сәфәрҙәргә сығам сәхәрҙәрҙән. Өфө. 2002.
  • Йөҙ ҙә бер хәҙис. Икенсе китап. Өфө. 2003.
  • Йөҙ ҙә бер хәҙис. Өсөнсө китап. Өфө. 2004.
  • Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны. Өфө. 2005.
  • Рәми Ғарипов. Шағир тураһында китап. Өфө. 2007.
  • Һайланма әҫәрҙәр. Биш томда. Өфө, 2008-2012.
  • Көндәлектәр. Беренсе китап. Өфө.2013.
  • Көндәлектәр. Икенсе китап. Өфө. 2013.
    • Звездный дом: Стихи. Мәскәү, 1985(рус.)
    • Поющие скалы: Стихи. Мәскәү, 1978. (рус.)
    • Время. Поэт. Народ. Мәскәү, 1986. (рус.)
  • 1991 йыл: Эволюция современной башкирской поэзии. Москва, 1991.
  • 1995 йыл: Шәйехзада Бабич: Жизнь и творчество. Литературоведение. Өфө, 1995. (рус.)
  • Рауил Бикбаев. Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны /Шиғырҙар.
  • Рауил Бикбаев: « Халҡым яңылышмаһын ине»
  • Салауат нисә йәшендә?
  • «И раб, и хозяин слова»

Тормошо һәм ижады тураһында

  • Хөсәйенов Ғ.Б. Рауил Бикбаев. Тормошо һәм ижады. Өфө. 2008. 255 бит.
  • Хөсәйенов Ғ.Б. Тәрән тамырлы ижад. — «Башҡортостан» гәзите, 2008 й,. 13 декабрь.
  • Сәйетбатталов Ғ.Ғ. Халыҡ шағиры һәм әсә теле. — «Ағиҙел» журналы, 2002 й., №12, 104-112-се биттәр.
  • Әхмәҙиев В.И. Шағирҙың гражданлыҡ йөҙө. — «Ағиҙел», 1981 й., №4, 118-122-се биттәр.
  • Шафиков Г.Г. Биография сердца. — «Литературная газета», 1983 г., 17 августа.
  • Солтангәрәев Р.Ғ. Шағирҙарҙы ситтән килтермәйҙәр. — «Башҡортостан» гәзите, 1988 й., 10 декабрь.
  • Солтангәрәев Р.Ғ. «Гөлт тоҡанып яндым». — «Башҡортостан» гәзите, 1998 й., 15 декабрь.
  • Туғыҙбаева Ф.Һ. Шағир һүҙе — оран һәм аманат. — «Башҡортостан» гәзите, 2007 й., 15, 18 декабрь.
  • Ҡәҙим Аралбай. Оло рухи хазинабыҙ. — «Башҡортостан» гәзите, 2009 й., 12 декабрь.
  • Хәсән Назар. Сос һәм тос ижад. — «Совет Башҡортостаны», 1983 й., 9 ғинуар.
  • Хәсән Назар. Шағирҙың күңел көҙгөһө. — «Башҡортостан» гәзите, 2013 й., 10 апрель.
  • Хәсән Назар. Халҡыбыҙ хаҡына. — «Башҡортостан», 2013 й., 6 декабрь.
  • Хәбиров Ә.Х. Өҙгөләнә шағир йөрәге. — Йәнле шишмәләр. Өфө. 1996 й., 63-90-сы биттәр.
  • Нуриев М.Ғ. Йөрәгендә — милләт һағышы. — «Башҡортостан» гәзите, 2011 й., 18 май.
  • Исхаҡов Р. Халҡыбыҙ «Хазина»һы. — «Башҡортостан» гәзите, 2010 й., 27 ғинуар.
  • Шаммасов Р.С. Аҙашымдың шиғри йөҙө. — «Башҡортостан» гәзите, 2010 й., 25 август.
  • Аҙнағолов Р.Ғ. Бик бай ижад. — «Ватандаш» журналы, 2009 й., №1, 159-174-се биттәр.
  • Түләков Р.Ғ. Атайҙары атҡа мендермәгән быуын. — «Ватандаш» журналы, 2005 й., №10, 110-126-сы биттәр.
  • Ринат Камал. Яңғыҙ ҡош осошо. — «Башҡортостан» гәзите, 2006 й., 21-22 март.
  • Абдуллина Л.Х. Пар ҡоштарҙың осоп барғаны. — «Йәшлек» гәзите, 2005 й., 19 ноябрь.
  • Әбүзәров С.Н. «Йөрәк баҫылһын тип яҙыла». — «Башҡортостан» гәзите, 2013 й., 3 апрель.
  • Тикеев Д.С. Төҫтәрҙең шиғри балҡышы. — «Ағиҙел», 2002 й., №4, 100-103-сө биттәр.

Иҫкәрмәләр

  1. Башҡортостандың халыҡ шағиры, Өфөнөң почётлы гражданы Рауил Бикбаев арабыҙҙан китте. Башинформ мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 23 апрель (Тикшерелеү көнө: 23 апрель 2019)

Сығанаҡтар

  • Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. руссанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир Р. З.Шәкүров. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)

Һылтанмалар

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар