Нуғай теле: өлгөләр араһындағы айырма
Guram52 (фекер алышыу | өлөш) |
Guram52 (фекер алышыу | өлөш) |
||
42 юл: | 42 юл: | ||
{{Төрки телдәр}} |
{{Төрки телдәр}} |
||
{{ |
{{Рәсәйҙең дәүләт телдәре}} |
||
[[Категория:Төрки телдәр]] |
[[Категория:Төрки телдәр]] |
23:31, 11 май 2019 өлгөһө
Нуғай теле | |
нуғ. Nogayşa | |
Ҡыҫҡаса атамаһы | ногъайаг |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Барлыҡҡа килгән | Чечен Республикаһы, Дағстан, Ҡарасай-Черкес Республикаһы һәм Төньяҡ Осетия — Алания |
Административ-территориаль берәмек | Дағстан, Ставрополь крайы, Ҡарасай-Черкес Республикаһы һәм Әстрәхән өлкәһе |
Тел төрҙәре | агглютинатив телдәр |
Яҙыу | Кирил алфавиты һәм Латин алфавиты |
Телдә һөйләшеүселәр | 87 119 кеше (2010)[2] |
Ethnologue каталогында тел статусы | 6b Threatened[d][3] |
Тасуирлау биттәре | turkic.elegantlexicon.com/… |
Wikimedia Incubator URL | incubator.wikimedia.org/… |
Викимедиа проекттарында тел коды | nog |
Нуғай теле — (нуғайса "ногай тили") [4] дөйөм алғанда Ставрополь крайы, Дағстан, Ҡарасәй-Черкесия, Әстерхан өлкәһендә йәшәүсе нуғайҙарҙың теле. Нуғайса һөйләшеүселәр һаны яҡынса 90 000 кеше.
Тасуирламаһы
Нуғай теле төрки телдәрҙең ҡыпсаҡ төркөмө нуғай-ҡыпсаҡ төркөмсәһенә инә, ләкин лексик-фонетик яҡтан үҙҙәре йәшәгән урындарҙағы халыҡтар телдәренә яҡын. Лингвист-төркиәтсе, фольклорсы, этнограф, доктор филология фәндәре докторы Н. А. Баскаков 1936 йылғы диалектологик экспедиция материалдары нигеҙендә фонетик, лексик һәм морфологик күрһәткестәр буйынса 3 төп диалект билдәләй: аҡнуғай (кубань нуғайҙары диалекты), ҡарануғай (Дағстан нуғайҙары диалекты), үҙнуғай (Ставрополь крайы нуғайҙары диалекты)[5] . .
Ғалимә Калмыкова Софья Абдулхәмид ҡыҙы нуғай телендә 2 диалект тип билдәләй – аҡнуғай (кубань нуғайҙары диалекты; Нуғай, Адыгэ-Хабль,Ҡарасәй-Черкесияның Хабез районы , Ставрополь крайының Ҡарамырҙа һәм Каңлы ауылдары) һәм ҡарануғай (дала нуғайҙары диалекты;Нуғай, Дағстандың Баба-Йорт, Кизляр райондары, Чечняның Шелковский районы, Ставрополь крайының Нефтекум районы)[6]
Нуғай теленә күршеләш йәшәгән халыҡтарҙың телдәренән алынмалар күп ингән, хатта улар теленә күсеү ҙә бар. Мәҫәлән, Әстерхан нуғайҙарының әҙәби теле — татар теле, Дағстандан Хәсәү-йорт, Баба-Йорт райондарында йәшәүселәрҙең әҙәби теле — ҡумыҡ теле.
Ғөмүмән алғанда, нуғай теле ҡыпсаҡ төркөмөнә ингән башҡа телдәрҙән лексик, грамматик яҡтан әллә ни айырылмай, шулай ҙа фонетик яҡтан төрөк һәм үзбәк, ҡарағалпаҡ телдәренә яҡын: акыкат—хәҡиҡәт, умер—ғүмер, таала—тәғәлә, саат—сәғәт.
Диалекттары
Нуғай һөйләш теле өс диалектҡа бүленә: үҙнуғай диалекты (Ставрополь нуғайҙары), ҡарануғай диалекты (Дағстан нуғайҙары), аҡнуғай диалекты (ҡарасәй нуғайҙары).
Улар бер-береһенән ҡайһы бер фонетик үҙенсәлектәр менән генә айырыла.
Алфавиты
1928 йылға тиклем ҡулланылышта ғәрәп әлифбаһы була, һуңыраҡ латин әлифбаһы, 1938 йылдан – кириллица.
Мәғлүмәт саралары
Ноғай телендә «Шоьл тавысы» һәм «Ногай давысы» гәзиттәре сығарыла..
"Төркиә ауазы — Татарса" радиоһында аҙна һайын «Нуғайса нәсихәттәр» тапшырыуы сығып килә.
Видеояҙмалар
- YouTube сайтында Видео "Поговорим" (на ногайском языке)
- YouTube сайтында Видео Разговорник (ногайский язык) (15.04.2015)
- YouTube сайтында Видео История - Ногайцы, традиции и культура великого народа
Сығанаҡтар
- Калмыкова Софья Абдулхамидовна. Ногайский язык : Грамматика, правописание и развитие речи Черкесск - Ставроп. кн. изд-во : Карачаево-Черкес. отд-ние, 1983 -159 с. : ил.; 22 см
Һылтанмалар
Иҫкәрмәләр
- ↑ ScriptSource - Russian Federation
- ↑ http://www.gks.ru/free_doc/new_site/population/demo/per-itog/tab6.xls
- ↑ Ethnologue (ингл.) — 25, 19 — Dallas, Texas: SIL International, 2022. — ISSN 1946-9675
- ↑ Викисловарь. Категория:Ногайский язык
- ↑ НОГА́ЙСКИЙ ЯЗЫ́К
- ↑ Калмыкова Софья Абдулхамидовна. Ногайский язык : Грамматика, правописание и развитие речи Черкесск - Ставроп. кн. изд-во : Карачаево-Черкес. отд-ние, 1983 -159 с. : ил.; 22 см